Әкәнәй (Дүртөйлө районы)

Әкәнәй (рус. Аканеево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 283 кеше[1]. Почта индексы — 452306, ОКАТО коды — 80224834002.

Ауыл
Әкәнәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°26′17″ с. ш. 55°07′00″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 834 002

ОКТМО коды

80 624 434 106

ГКГН номеры

0522093

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әкәнәй (Рәсәй)
Әкәнәй
Әкәнәй
Әкәнәй (Дүртөйлө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әкәнәй

Өфө өйәҙе Ҡаҙан даруғаһы Шамшаҙы улусына ҡараған Әкәнәй ауылы аҫаба башҡорттар йәшәгән төп ауылдарҙың береһе, XIX быуат башында улар 72 108 дисәтинә ерҙе аҫабалыҡ хоҡуғында биләй. 1701 йылдың 16 майында Әкәнәй Бишенбаев иптәштәре Русай Иванаев, Дәүләт Чичканов, Мәскәү Аҡъегетов, Бәсекәй Афонасов, Илек Тәкәнов, Күҫәк Ҡуғошевтар менән бергә рухани Дмитрий Серегевҡа һәм уның иптәштәренә Ағиҙел буйындағы ерҙе ҡуртымға биреү документына ҡул ҡуя. Ауылға нигеҙҙең ҡасан һалыныуы теүәл генә билдәле түгел, әммә 1709 йылдың 19 мартында төҙөлгән документта Әкәнәй ауылы атап үтелә. Күрәһең, ауылға тәүгеләрҙән булып Әкәнәй Бишенбаев килеп төпләнгән[2].

1736 йылдың 5 декабрендә төҙөлгән документ та иғтибарға лайыҡ: Әкәнәй ауылында йәшәгән аҫаба башҡорт, йөҙ башы Байыш Раслекеев (Расмекеев), Рысай ауылынан рядовой башҡорттар Һатылған Бирҙегәнғолов, Таймас Рысаев һәм уларҙың иптәштәре канцелярияла эшләгән Иван Зиновҡа һәм уның иптәштәренә үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен ҡуртымға бирә. Улар Ляпустино ауылына нигеҙ һала[2].

Әкәнәй ауылы байтаҡ ҡына архив документтарында осрай. 1795 йылғы рәүиздә ауылда 146 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. 1816 йылда - 193 башҡорт, 1834 йылда - 150 башҡорт, 148 типтәр, 6 мишәр, 1859 йылда - 160 башҡорт, 220 типтәр, 12 мишәр йәшәй. 1920 йылда ауыл халҡы тулыһынса үҙҙәрен башҡорт тип таный[2].

Башҡорттарҙың аҫаба еренә типтәрҙәрҙәрҙең һәм мишәрҙәрҙең ҡасан индерелеүе теркәлмәгән. Әммә рәүиз документтарына ярашлы типтәрҙәрҙең килеп төпләнеүе 1748 — 1762 йылдар араһында булырға тейеш. Ә мишәрҙәр 1816 һәм 1836 йылдар араһында үҙ ихаталарын булдыра[2].

Ауыл халҡы мал аҫырау, иген игеү, һунарсылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. 1834 йылда ауылда йәшәгән 315 кеше 215 йылҡы, 306 һыйыр, 400 һарыҡ 200 кәзә аҫырай. Ауылда ике тирмән эшләй. 150 башҡортҡа 433 бот ужым һәм 560 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда мәсет тә була. 1909 йылда Әкәкнәй земский мәктәбендә 46 уҡыусы белем ала[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 283 127 156 44,9 55,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 147 км

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.