Төп менюны асырға
«Акула» тибындағы совет атом һыу аҫты кәмәһе (SSBN «Typhoon»)

Һыу аҫты кәмәһе (субмарина) — һыу аҫтына төшә һәм оҙаҡ ваҡыт һыу аҫтында хәрәкәт итә ала торған караптар класы. Ләкин 1944 йылға тиклем бөтә һыу аҫты кәмәләре нигеҙҙә һыу өҫтөндә йөҙә һәм асылда яҡтыла дошманға һөжүм итер йәки дошман караптарынан йәшенер өсөн һыу аҫтына төшә торған һыу өҫтө кәмәләре булып тора [1].

Донъяның күп дәүләттәрендә ҡораллы көстәр хәрби-диңгеҙ флотының һыу аҫтындағы төп ҡоралы.

Һыу аҫты кәмәһенең мөһим тактик үҙенсәлеге һәм өҫтөнлөгө — йәшеренлек. Был айырыуса хәрби һыу аҫты кәмәһе өсөн мөһим.

ТәғәйенләнешеҮҙгәртергә

Хәрби маҡсатта ҡулланыуҮҙгәртергә

 
«Огайо» тибындағы һыу аҫты кәмәһе «Трайдент» ракеталары менән ата. Өс үлсәмле рендер.

Һыу аҫты кәмәләре нигеҙҙә хәрби ҡорал итеп ҡулланыла. Йыһазландырылышына һәм класына ҡарап, улар түбәндәге маҡсаттарға хеҙмәт итә:

  • мөһим хәрби-сәнәғәт комплекстарын һәм административ үҙәктәрҙе, хәрби-диңгеҙ базаларын, порттарҙы һәм башҡа ер өҫтө объекттарын зыянлау,
  • дошмандың һыу өҫтө һәм һыу аҫты кәмәләрен һәм судноларын юҡ итеү,
  • йәшерен мина кәртәләре ҡороу,
  • туранан-тура йәки алыҫтан тороп радиолокация системаһы аша разведка алып барыу,
  • элемтә карабы итеп ҡулланыу, хәбәрҙәрҙе ретрансляциялау (теоретик йәһәттән был штабҡа донъя океанының теләһә ҡайһы нөктәһендәге караптар менән элемтә тотоу мөмкинлеген бирә),
  • разведка-диверсия төркөмдәрен тәғәйен урынға илтеү һәм башҡа хәрби һәм махсус ярҙамсы бурыстарҙы үтәү өсөн.

Тыныс осорҙа ҡулланыуҮҙгәртергә

 
«Дойчланд». Һыу аҫты почтальоны
 
Тәбиғәтте күҙәтеү

Һыу аҫты кәмәләре фәнни-тикшеренеү маҡсаттарында киң ҡулланыла. Ерҙең геомагнит ҡырын өйрәнеү менән бәйле тәжрибәләрҙә һыу аҫтына төшөрөлгән һыу аҫты кәмәләре ҡорамалды урынлаштырыу өсөн тотороҡло платформа рәүешендә файҙаланыла.

Үҙгәртергә

Үҙгәртергә

Үҙгәртергә

Үҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Дениц К. Немецкие подводные лодки во Второй мировой войне. 10. Вторая фаза битвы за Атлантику (Ноябрь 1940 года — декабрь 1941 года). Год ошибок и распыления сил — М.: Воениздат, 1964.