Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы
Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (7 апрель 1893 йыл — 7 август 1918 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев | |
Тыуған: | 7 апрель 1893 Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Маҡар ауылы[1] |
---|---|
Үлгән: | 7 август 1918 (25 йәш) Мейәс ҡалаһы → Ырымбур ҡалаһында ерләнгән |
Белеме: | Маҡар урта мәктәбе |
Хәрби хеҙмәт | |
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1914 — 1918 |
Принадлежность: | Рәсәй империяһы 1914—1917 Башҡорт ғәскәре 1917 — 1918 |
Ғәскәр төрө: | кавалерия |
Звание: | ротмистр |
Командир булған: | 5-се Башҡорт уҡсылар полкы 1‑се Башҡорт кавалерия полкы |
Бәрелештәр: | Беренсе бөтә донъя һуғышы , Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәӘмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Ҡарамышевтар дворян нәҫеленән.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1914—1917 йылдарҙа рус армияһында корнет була, һуңынан хәрби батырлыҡтары өсөн прапорщик званиеһын ала.
1917 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе милицияһы начальнигы була[2]. Башҡортостан мөхтәриәте өсөн Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла, делегат булараҡ Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнаша. 1917 йылдың декабренән Башҡорт хөкүмәтенең Хәрби бүлеге мөдире ярҙамсыһы була.
1918 йылдың ғинуарынан Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов менән берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонының Баймаҡ тирәһендә 1‑се башҡорт полкын ойоштороу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың февралендә Баймаҡта большевиктар Башҡорт Хөкүмәте ағзалары Ғ. С. Мағазов, Ғ. С. Иҙелбаевты, офицерҙар һәм ирекле отрядтың башҡорт һалдаттарын ҡулға ала. Уларҙы азат итеү өсөн Әмир Ҡарамышев ҡыҫҡа ваҡыт эсендә отряд туплауға өлгәшә[3]. 1918 йылдың 19 февралендә Баймаҡты бөтә яҡтан да баш күтәргән башҡорттар уратып ала. Улар телеграф сымдарын өҙөп, Башҡорт хөкүмәте ағзаларын һәм башҡорт офицерҙарын азат итеү талабы менән ультиматум иғлан иткән. Большевиктар ультиматумды кире ҡаҡҡан, ләкин оҙаҡламай ҡулға алыныусыларҙы азат итеү тураһында Әмир Ҡарамышев менән килешеү төҙөй. Әммә 6 мартта Орскиҙан килгән Н. Баранов етәкселегендәге ҡыҙыл гвардиясылар полкы блокаданы өҙгән. Ҡарамышев большевиктар менән һөйләшеүҙәр аша ҡулға алынған башҡорт милли хәрәкәте ағзаларын азат итергә теләй, әммә киҫкен аҙымға барыуға уға, Әхмәтзәки Вәлидиҙең фекеренсә, Ырымбурҙа төрмәлә ултырған Башҡорт Хөкүмәте ағзаларына зыян килтереү ҡурҡынысы бирмәй[4].
Баймаҡта башҡорт һалдаттарын һәм офицерҙарын атыу большевиктарға ҡаршы асыҡ ҡораллы көрәшкә этәрә. Әмир Ҡарамышев, Әхмәт Бейешев, Станислав Бриц һәм башҡалар Башҡорт ирекле отрядтарын ойоштороу эшен дауам итә. 1918 йылдың 3 апреленән 4-нә ҡарай төндә Әмир Ҡарамышев етәкселек иткән отряд казактар менән берлектә Ырымбурҙа ҡулға алынған Башҡорт хөкүмәте ағзаларын иреккә сығара[4]. 1918 йылдың 7-8 апрелендә большевиктар ҡулында булған Өфө ҡалаһында Ҡарамышев ҡатнашлығында башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының йәшерен кәңәшмәһе үтә, унда партизандар хәрәкәтен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә[5].
Граждандар һуғышы осоронда, Әмир Ҡарамышев 1918 йылдан Башҡорт армияһында ротмистр булып хеҙмәт итә, Башҡорт хәрби шураһының ағзаһы була. 1918 йылдың июнендә уның етәкселегендә Верхнеурал өйәҙендә Башҡорт ғәскәренең 5‑се уҡсылар һәм 1‑се кавалерия полктары ойошторола. 1918 йылдың июненән 1‑се Башҡорт кавалерия полкы командиры, Верхнеурал фронтының Башҡорт хәрби көстәре (уның составында 1-се Башҡорт кавалерия полкы, 5-се Башҡорт уҡсылар полкы һәм Тамъян-Ҡатай ирекле отряды була) командующийы. В. К. Блюхер етәкселегендәге ҡыҙыл отрядтарға ҡаршы башҡорт частары хәрәкәтенә етәкселек итә.
Верхнеурал янындағы алышта яралана[6]. 7 августа Мейәс ҡалаһында үпкә шешеүҙән һәм йөрәк сиренән вафат була. Уны Ырымбурҙа мосолман зыяратында ерләүҙә Башҡорт хәрби шураһы ағзалары, 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полкы офицерҙары, почётлы хәрби эскорт ҡатнашҡан.
Хәтер
үҙгәртергә- Башҡорт армияһының 1‑се Башҡорт кавалерия полкына Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы исеме бирелгән (1918).
- Әмир Ҡарамышевтың үлеме башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте өсөн ҙур ҡайғы булғанын Шәйехзада Бабич үҙенең шиғырында бәйән итә[7]:
Бөгөн беҙгә ни булған?
Күңелебеҙ ник ҡырылған?
Йөҙөбөҙҙә ник тағы
Үлгән хәсрәт терелгән?
Терелгәндең сәбәбе:
Бер аяулы ир үлгән!..
Ул аяулы кем ине?
– Әмир тигән ир ине.
Башҡорт күген яҡтыртҡан
Аҙ йондоҙҙоң бере ине.
Яу өҫтөнә атылһа,
Ҡуйға сапҡан бүре ине...
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡартатаһы — Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы, Башҡорт ғәскәре майоры [8];
- Атаһы — Батыргәрәй, уҡытыусы;
- Әсәһе — Кәбирә Әхмәтйән ҡыҙы Вәлидова;
- Аға-ҡустылары:
- Мөхәмәтгәрәй, Башҡорт милли хәрәкәтендә эшмәкәре;
- Мөхтәр, ротмистр, 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры;
- Сөләймән, Башҡорт корпусында хеҙмәт итә, яу яланында һәләк була;
- Һеңлеһе — Рүзидә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби табибы;
- Ҡатыны — Мәрхәбә;
- Улы — Байслан, капитан, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы.
- ↑ Симонов Д. Г. Белая Сибирская армия в 1918 году / Отв. ред. В. И. Шишкин. — Новосибирск: НГУ, 2010. — С. 449. — ISBN 978-5-94356-904-3.
- ↑ Хәбибулла Ғәбитов хәтерләүенсә, Әмир Ҡарамышев отрядҡа йәшел байраҡтар эшләтеп, үҙе сығарған «Ватан» йырын йырлатып йөрөр булған. Үҙе лә йырға-ҡурайға маһир ир-уҙаманы була.
—
- ↑ 4,0 4,1 Ярмуллин, 2017, с. 130
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 155—156
- ↑ Ганин А. В., Семенов В. Г. Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска (1891—1945) // Биографический справочник. — М., 2007. — С. 258.
- ↑ Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә: «Әмир Ҡарамыштың үлеме ғәскәребеҙ өсөн бик ҙур юғалтыу ине. Ул хаҡта Башҡортостандағы шағирҙарыбыҙ байтаҡ мәрҫиә яҙҙы. Шулар араһында Шәйехзада Бабичтың мәрҫиәһе һуңғы ваҡытҡа тиклем халыҡ араһында яттан уҡылып килеүен 1943 йылда Германияла әсир төшкән башҡорт һалдаттарынан белдем», — тип яҙған.
- ↑ по другим данным — генерал-майор
- ↑ Әйле З. Ҡарамышевтар нәҫеле. (баш.) // Киске. Өфө. — 2012. — № 8. — Б. 7.
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "Ярмуллин—2017——130" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 368 с. — ISBN 5-295-02542-X.
- Насыров Р. Х. Сабля хороша в ножнах. — Уфа, 2000.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: Кн. 1. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.): Монография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — C. 194.
- Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. — Уфа: Китап, 2017. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
- Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. — Өфө, 2009.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡолшәрипов М. М. Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Карамышев Амир Батыргареевич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2022)
- Ярмуллин А. Ш. Карамышев Амир Батыргареевич // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.