Һыра
Һыра — арпа әсеткеһе менән әсетеп яһаған эсемлек [1]; ҡур (солод) һоҫлаһы (сусло) ҡушып әсеү һөҙөмтәһендә спирт барыҡҡа килгән иҫерткес эсемлек[2], йыш ҡына ҡомалаҡ ҡушып әсетәләр. Һыра составында этил спирты 3,0-6,0 %, ҡаты эсемлектәрҙә 8 % — 14 %. Еңел эсемлектәрҙә 1—2 %. Алкогльһыҙ һырала ҡоро матдәләр, (башлысаУглеводтар) 7—10 %, углекислый газ 0,48—1,0 %[3].
Һыра — популярлығы буйынса донъяла өсөнсө эсемлек (һыу һәм сәйҙән ҡалышып, алкоголе эсемлектәр араһында беренсе урында)[4]. Хәҙерге көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр өсөн һыра — тормоштоң айырылғыһыҙ атрибуты, модалы «зарарһыҙ» эсемлек, еңел аралашыу мөмкинлеге, һыуһын ҡандырыу һәм тынысланыу сараһы. Ваҡыт үтеү менән һыраһыҙ көндәр аҙая, һиҙҙермәйсә күләме арта, эсеү ваҡыты кистән — көндөҙгә, хатта иртәнсәккә күсә килә. Эсемлектән ауыҙ итмәһә кеше ҡуҙғыусанға әйләнә, хәлһеҙлек күҙәтелә. Унан организмда «көтмәгәндә» алкоголизмға булышлыҡ итеүсе биохимик процестар үҙгәрә.
Һыра тарихы
үҙгәртергәҺыра — иң боронғо эсемлектәрҙең береһе, тамырҙары менән неолит осорона барып тоташа (яҡынса Б. Э.Т 9500 йылдарҙа иген культуралары үҫтерә башлайҙар). Ҡайһы бер мәғлүмәт буйынса иген икмәк өсөн түгел, һыра әсетеү өсөн үҫтерелә[5]
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа һыраның сағыштырмаса йәш булыуы тураһында мәғлүмәт билдәләнһә лә, ысынында иһә был эсемлек үҙенең тамырҙары менән меңйыллыҡтар төпкөлөнә барып тоташа. Әйткәндәй, легенда раҫлауынса, һыраны уйлап сығарыусы тип урта быуатта Фландрия хакимдарының береһе Гамбринус һанала. Икенсе фекер буйынса, һыра тәүләп Птолемейҙар осоронда Мысырҙа барлыҡҡа килгән. Археологик ҡаҙыу эштәре ваҡытында был илдә һыра әҙерләүҙең иң боронғо рецебы табыла. Рим империяһында шарапҡа өҫтөнлөк бирелә, шулай ҙа яңы эра башында ҡайһы бер рим тарихсылары кельт, алман һәм башҡа ҡәбиләләрҙең һыра эсеүе хаҡында телгә ала. Европала Урта быуаттарҙа һыра етештереү монастырҙарға күсә. Европа монахтары ҡомалаҡ ярҙамында һыра ҡайнатыу ысулын камиллаштыра. Шулай итеп, монах яҙмалары буйынса ҡомалаҡ ҡуллана башлау ваҡыты VIII быуатҡа тура килә. Германияла уны XII быуатта өҫтәй башлайҙар, Нидерландта — XIV быуатта, ә Англияға ҡомалаҡ XV быуатта килеп етә. Һыраны, ҡағиҙә булараҡ, төньяҡ региондарҙа етештерәләр. Урта быуаттарҙа ул ярлылар һәм варварҙарҙың эсемлеге һаналған, шарап менән сағыштырғанда күпкә түбән статусҡа эйә булған.
Һыра ҡулланыу
үҙгәртергәБөгөнгө көндә һыра үҙенең тәме һәм хуш еҫе мәнән бөтә донъяны яулап алған. Һыраның меңгә яҡын төрө етештерелә. Тәме буйынса һыралар бер-береһенән айырыла. Һыраны йән башына иң күп ҡулланған илдәр: Чехия, Германия, Ирландия, Австрия, Финляндия, Рәсәй, Польша, Ирландия, Бельгия, Бразилия, Япония.
Көнбайыш Европа һыра етештереүселәре союзы «The Brewers of Europe» 2010 йылдың 16 ноябрендә Европа илдәрендә йән башына һыра ҡулланыу (литрҙарҙа) статистикаһын өйрәнә[6]:
1. | Чехия | 159,3 |
2. | Германия | 109,6 |
3. | Австрия | 106,2 |
4. | Ирландия | 91,0 |
5. | Финляндия | 87,7 |
6. | Польша | 85,0 |
7. | Бельгия | 81,0 |
8. | Бөйөк Британия | 75,8 |
9. | Нидерланд | 72,8 |
10. | Дания Дания | 71,5 |
11. | Португалия | 59,0 |
12. | Швейцария Швейцария | 57,2 |
13. | Норвегия | 55,0 |
14. | Швеция | 52,3 |
15. | Франция | 30,7 |
Һыра эсеү эҙемтәләре
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта «көнөнә 0,5 литр һыра эсеү зарарһыҙ» тип раҫлаусы күп кенә ғилми мәғлүмәттәр бар. Әммә хәлдәр киреһенсә, «һалҡынайтҡыс» был эсемлекте даими эсеү яйлап төрлө ауырыуҙар үҫешенә килтерә. Эсемлек составындағы ағыулы матдәләр, шулай уҡ кеше организмына сит булған берләшмәләр матдәләр алмашыныу процесын боҙа, ғүмер өсөн мөһим ағзаларҙың һәм системаларҙың эшен насарайта. Был йәһәттән тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары, аҙыҡ эшкәртеү системалары һәм мейе эшмәкәрлеге ҡаҡшай. Һыралағы «тере» бактериялар эсәк флораһын үҙгәртеүгә һәм дисбактериоз барлыҡҡа килеүгә, ул ҡатмарлашҡан хәлдә онкопатологияға булышлыҡ итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр һыраның мәкерлеген аңлап етмәй.
Һыра алкоголизмы эҙемтәләре: бауыр циррозы, йөрәкте май бөрөүе, иҫ юғалыу, фекерләү боҙолоу. Шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген ҡаҡшата, йәғни йөрәк ҡыуышлығы киңәйә, көбөһө ҡалыная, йөрәк мускулында некроз күҙәтелә. Һыраны күпләп эсеү һәм уның углекислый газға бай булыуы рентгенологтар «һыра (үгеҙ) йөрәге» йәки «капрон ойоҡ» синдромы тип атаған күренешкә алып килә.
Үрҙә атап үтелгән үҙгәрештәр һыра составында күперек стабилизаторы сифатында ҡулланылған кобальт булыуына бәйле. Әлеге ағыулы матдә һыра эсеүселәрҙә тейешле норманан 10 тапҡырға артыҡ, бынан тыш, кобальт ашҡаҙан һәм ҡыҙыл үңәстә елһенеү барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Организмға эләккәс, һыра тиҙ арала ҡан тамырҙарын тултыра. Был иһә тамырҙарҙың варикоз киңәйеүенә һәм йөрәк сиктәренең киңәйеүенә килтерә, йөрәк саманан тыш ҙурая, миокард бәлтерәй, ҡан әйләнеше насарая. Ҡыҫҡаһы, «тере мотор» функцияһы юғала.
Шулай уҡ һыра эсеүгә ҡаршы организмда (күберәк бауырҙа) патологик матдә барлыҡҡа килә. Ул йыш һыра эскән ирҙәрҙең организмында метилтестостерон (ирҙәрҙең төп енес гормондары) барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. Һыралағы фитоэстроген (ҡатын-ҡыҙ енес гормондары аналогы) ирҙәрҙе аҡрынлап феминизацияға килтерә. Ҡатын-ҡыҙ тибы буйынса янбашҡа, уның ҡырҙарына май ултыра, һөт биҙҙәре ҙурая (гинекомастия), янбаштар киңәйә — эстән дә (генетик кимәлдә), тыштан да ҡатын-ҡыҙға оҡшай (ҡатыншаға әйләнә) башлай. Башҡа енескә ҡыҙыҡһыныуҙы кәметә. «Һыра стажына» 15-20 йыл тулыуға импотенция гарантиялана. Был яуыздың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен ишетеп кенә белмәгән Германияның беренсе рейхсканцлеры Бисмарк бындай аңлатма бирә: «Һыранан ялҡауға, аңраға һәм көсһөҙгә («импотент» мәғәнәһендә) әйләнәһең». Ә һыра яратҡан гүзәл заттарҙа иһә яман шеш менән ауырыу һәм түлһеҙлек ихтималлығы арта, әгәр имеҙеүсе ҡатын булһа, балаһының эпилепсик тартышыу менән яфаланыуы бар. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың тауышы тупаҫлана, «һыра мыйыҡтары» үҫә.
Ҡыҫҡаһы, һыраның организмға зарары бик киң: баш мейеһе күҙәнәктәре үлә (һөҙөмтәлә, үле күҙәнәктәр ҡанға эләгә, бөйөрҙә фильтрҙан үтеп, һейҙек менән сыға); арҡа мейеһенең функциялары боҙола; бауыр циррозы, гепатит, панкреатит, гастрит, невропатия күҙәтелә; ишетеү һәм күреү анализаторҙары ҡаҡшай.
Һыра алкоголизмы менән сирләүселәр дауаханаға ауыр хәлдә, ғәҙәттә, еңел аҡылланған һәм шәхес булараҡ баһаһы төшкән рәүештә эләгә.
Һыра алкоголизмы
үҙгәртергәҺыраға өйрәнеп китеү, айырыуса йәштәргә, шул иҫәптән реклама йоғонтоһона тиҙ бирелгән уҡыусыларға ҙур хәүеф менән янай. Бынан тыш, һыраның файҙалылығы хаҡында ла һүҙҙәр йөрөй. Ысынлап та, һыраның нигеҙен витаминға, аҡһым-майға, углеводҡа бай булған АРПА тәшкил итә. Әммә һоҫла (араҡы, һыра яһай торған ҡуйы шыйыҡлыҡ) составындағы әсетеүсе микробтар арпаның файҙалы сифаттарын үлтерә. Был хаҡта һәм һыра алкоголизмынан дауалауҙың да араҡыныҡы кеүек үк ауыр икәнен, әлбиттә, һөйләп бармайҙар. Араҡыға ҡарағанда һыра күпкә мәкерлерәк. Кешеләрҙең «көсһөҙ» тип алданыуы менән ҡурҡынысыраҡ.
Реклама ла тәү сиратта йәштәр өсөн тәғәйенләнгән. Хатта хәҙер арзан «көсһөҙ» спиртлы эсемлектәр ярҙамында йәштәргә ҡаршы һуғыш алып барыла тип әйтергә лә була. Һөҙөмтәлә, ата-әсәһенең күҙе алдында айыҡ балалар — эсергә яратҡан йәштәргә, ә эскән йәштәр эскесе ата-әсәгә әүерелә. Һыра субкультураһының быуындарҙың деградацияһына, ә аҙаҡ халыҡтың юҡҡа сығыуына алып килеүсе наркотизмдың башланғысы икәне аңлашыла.
Европала һыра алкоголизмы — иң киң таралған наркологик ауырыуҙарҙың береһе. Шулай ҙа, Европа илдәрендә һәм Америкала әһәмиәтле сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, Чехияла һыра һатыу ойошмалары мотлаҡ кешеләр мәҙәни рәүештә ултырып эсә, һөйләшә алһын өсөн шарттар тыуҙырырға бурыслы. АҠШ-та 0,3 литрҙан ҙур һауытҡа ҡойоп һатыу тыйыла (беҙҙә иһә 3 йә 5 литрлыҡ һауыттар ҙа яңылыҡ түгел). Былар барыһы ла — «һыра университеттарының» урынлашыу араһы, һауыт ҙурлығы, рекламаларҙа кешеләрҙе төшөрөүҙе тыйыу һ.б. — ҡануниәткә ярашлы башҡарыла.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Андреева Т. Б. Пиво в обрядах и обычаях севернорусских крестьян в XIX век 2007 йыл 18 декабрь архивланған. // Этнографическое обозрение. № 1, 2004, с. 77-88.
Сығараҡ
үҙгәртергә- Сайт: нарколог-рб.рф
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Пиво — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ BIER.DE — Portal mit Infos und News über Bier, Bierkultur, Brauerei und Brauen / Wissen / Bier unter der Lupe / Bier analysieren 2010 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ Nelson, Max The Barbarian's Beverage: A History of Beer in Ancient Europe . books.google.co.uk. Дата обращения: 22 февраль 2009.
- ↑ Перейти к цивилизации человека заставила страсть к пиву | Мир | Вести
- ↑ Beer statistics 2010 edition 2014 йыл 17 июль архивланған.