Матвиенко Валентина Ивановна

(Валентина Матвиенко битенән йүнәлтелде)

Матвиенко Валентина Ивановна (7 апрель 1949 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, дипломат. 2011 йылдың 21 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе Юғары советының бюро ағзаһы[2]. Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы ағзаһы.

Валентина Ивановна Матвиенко
рус. Валентина Матвиенко
Валентина Ивановна Матвиенко
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһы Советы рәйесе
 2011 йыл 21 сентябрь
Алдан килеүсе: Сергей Михайлович Миронов
Флаг
Флаг
Санкт-Петербург хөкүмәтенең Федерация Советында вәкиле
 31 август 2011
Алдан килеүсе: Владимир Васильевич Барканов[1]
Флаг
Флаг
Санкт-Петербург губернаторы
Флаг
Флаг
5 октября 2003 — 22 августа 2011
Президент: Владимир Владимирович Путин (2008 йылға тиклем)
Дмитрий Анатольевич Медведев (2008 йылдан)
Алдан килеүсе: Владимир Анатольевич Яковлев
Александр Дмитриевич Беглов
Дауамсы: Георгий Сергеевич Полтавченко
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһы Президентының Төньяҡ-Көнбайыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле
11 март — 15 октябрь 2003
Президент: Владимир Владимирович Путин
Алдан килеүсе: Виктор Васильевич Черкесов
Дауамсы: Илья Иосифович Клебанов
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫыры
24 сентябрь 1998 — 11 март 2003
Хөкүмәт башлығы: Евгений Максимович Примаков,
Сергей Вадимович Степашин,
Владимир Владимирович Путин,
Михаил Михайлович Касьянов
Президент: Борис Николаевич Ельцин (1999 йылға тиклем)
Владимир Владимирович Путин (2000—2008)
 
Дине: Рус православ сиркәүе
Тыуған: 7 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (75 йәш)
Шепетовка, Каменец-Подольск (хәҙер Хмельницкий) өлкәһе, Украина ССР-ы, СССР
Исеме: Валентина Ивановна Тютина
Атаһы: Иван Тютин
Әсәһе: Ирина Тютина
Ире: Владимир Васильевич Матвиенко
Балалары: Матвиенко Сергей Владимирович
Партия: КПССБерҙәм Рәсәй
Белеме: Ленинград химия-фармацевтика институты
Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы
Профессияһы: провизор
Эшмәкәрлеге: Рәсәй Федерацияһы Советы рәйесе
 
Автограф:
 
Наградалары:
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
(аудио)
(аудио)
Валентины Матвиенко яҙылған тауыш
noicon
Записано 29 октября 2012
Помощь по воспроизведению

Биографияһы

Валентина Ивановна Матвиенко (ҡыҙ фамилияһы Тю́тина) 1949 йылдың 7 апрелендә Украина ССР-ы Каменец-Подольск өлкәһенең (хәҙер Украинаның Хмельницкий өлкәһе) район үҙәге булған Шепетовка ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Тютин һәм урындағы театр костмершаһы Ирина Тютина ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Атаһы Валентина икенсе синыфта уҡығанда үлеп ҡала. Ҡыҙҙың бала сағы Черкассы ҡалаһында үтә.

Көмөш миҙәл менән урта мәктәпте бөтөргәс, Черкассы медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны 1967 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1972 йылда Ленинград химия-фармацевтика институтында һөнәр ала. Бишенсе курста уҡығанда Владимир Матвиенкоға кейәүгә сыға. Яҡшы уҡығаны өсөн аспирантураға тәҡдим ителһә лә, ВЛКСМ район комитеты саҡырыуы буйынса комсомол эшен һайлай.

1985 йылда Валентина Матвиенко КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт фәндәре академияһын, 1991 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы ҡарамағындағы етәксе дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙе камиллаштырыу курсын тамамлай. Украин, немец, инглиз һәм грек телдәрен белә.

Совет йылдарындағы хеҙмәт эшмәкәрлеге

  • 1972—1977 йылдар — ВЛКСМ-дың Петроград район комитетының бүлек мөдире, секретары, беренсе секретары (Ленинград ҡалаһы).
  • 1977—1984 йылдар — ВЛКСМ-дың Ленинград өлкә комитеты секретары, икенсе һәм беренсе секретары.
  • 1984—1986 йылдар — КПСС-тың Ленинград ҡалаһы Красногвардейск район комитетының беренсе секретары.
  • 1986—1989 йылдар — халыҡ депутатарының Ленинград ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары (мәҙәниәт һәм мәғариф мәсьәләре буйынса).
  • 1989—1991 йылдар — Совет ҡатын-ҡыҙҙары союзынан СССР-ҙың халыҡ депутаты, СССР Юғары Советының Ҡатын-ҡыҙҙар эштәре, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау буйынса комитет рәйесе, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы.

Сит ил эштәре министрлығындағы эшмәкәрлеге

  • 1991 йылдан — СССР-ҙың Мальта Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.
  • 1992—1994 йылдар — Рәсәй Федерацияһының Мальта Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.
  • 1994—1995 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының махсус эштәр буйынса Илсеһе.
  • 1995—1997 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Федерация субъекттары, парламент һәм ижтимағи-сәйәси ойошмалар менән бәйләнеш буйынса Департамент директоры.
  • 1995—1997 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының коллегия ағзаһы.
  • 1997 йылдың 2 октябренән 1998 йылдың 24 сентябренә тиклем — Рәсәйҙең Греция Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.

Рәсәй Хөкүмәтендә һәм Рәсәй Президенты Хакимиәтендәге эшмәкәрлеге

  • 24.09.1998 −11.03.2003 — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәйес урынбаҫары.

Был вазифала эшләгәндә Валентина Матвиенко хеҙмәткә түләү һәм пенсиялар буйынса йылдар буйы йыйылып килгән бурыстарҙы бөтөрөүгә, ауырыу айҡанлы бирелгән түләүҙәрҙең күләмен һәм инвалидтарға ҡағылышлы закондарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән финанс сығымдарҙы арттырыуға өлгәшә.

  • 11.03.2003 — 15.10.2003 — Рәсәй Президентының Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле. 2003 йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы составына индерелә.
  • 2003 йылдың 15 октябренән Валентина Матвиенко Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы һәм ҡала Хөкүмәте рәйесе. Был вазифаны ул 2011 йылдың 22 авгусына тиклем башҡара.

Санкт-Петербург губернаторы вазифаһында

Ҡала етәксеһе Владимир Яковлевтың Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе сәбәпле 2003 йылдың 21 сентябрендә Санкт-Петербургта ваҡытынан алда губернатор һайлау үткәрелә. Валентина Матвиенко, һайлаусыларҙың 48,73 % тауышын йыйып, икенсе турға сыға. 5 октябрҙә уҙған ҡабат тауыш биреү нәтижәһендә (63,12 %) ул ҡала губернаторы итеп һайлана. 2006 йылдың 20 декабрендә, ил төбәктәре губернаторҙарын тәғәйенләүҙең яңы тәртибенә ярашлы, Рәсәй Президенты В. В. Путин Валентина Матвиенконың вәкәләттәрен яңы срокка оҙайта.

Башҡортостан менән бәйләнештәре

  • 2016 йылдың 18—19 апрелендә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко эш сәфәре менән Башҡортостанда булды[3]. Ул «Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк программалары һәм проекттары — йәштәр күҙлегенән» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты, Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты[4] һәм уның менән бергә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә барҙы[5].

Сәйәсмән тураһында

Наградалары

СССР ордендары

Рәсәй ордендары


Иҫкәрмәләр

  1. Барканов Владимир Васильевич Персональная информация на сайте Совета Федерации
  2. Высший совет Партии «Единая Россия» — Официальный сайт партии 2018 йыл 21 февраль архивланған. (рус.)
  3. Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко килде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 18 апрель
  4. Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы уҙҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 19 апрель
  5. Валентина Матвиенко һәм Рөстәм Хәмитов «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 19 апрель (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2016)
  6. Матвиенко встретилась с королем Саудовской Аравии. Сетевое издание «РИА Новости» сайты, 2017, 16 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2017)
  7. Матвиенко рассказала, почему надела платок и зеленое платье. Спутник/новости сайты, 2017, 18 апрель 2017 йыл 17 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2017) (рус.)

Һылтанмалар