Журавлёва Светлана Евгеньевна

спортсы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының

Журавлёва Светлана Евгеньевна (7 апрель 1960 йыл) — спортсы. 1984—1991 йылдарҙа СССР-ҙың парашют спорты буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)[1].

Журавлёва Светлана Евгеньевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 апрель 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР
Эш урыны Мәскәү физика-техник институты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Светлана Евгеньевна Журавлёва 1960 йылдың 7 апрелендә Горький ҡалаһында тыуған. Күренекле химик-ғалим Е. Ф. Журавлёвтың ҡыҙы[1]. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса биолог. Светлана Журавлева бала саҡтан спорт менән мауыға. Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы, авиация-техник спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А. К. Котенков). Парашют спорт төрө буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1984—1991). 1999 йылда «Синтаксономическое обоснование выбора охраняемых растительных сообществ: На примере некоторых сообществ Республики Башкортостан» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. Мәскәү физика техник институтының молекуляр һәм биологик физика факультетында эшләй, биохимия физикаһы кафедраһы доценты [3].

Парашют спортында ҡаҙаныштары[1]

үҙгәртергә
  • Айырым күнекмәләр буйынса РСФСР-ҙың абсолют чемпионы (1991);
  • Ете тапҡыр СССР чемпионы (1985, 1986, 1987, 1988, 1989, 1990, 1991);
  • Ике тапҡыр СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1991);
  • РСФСР (1988—1991) чемпионы;
  • СССР чемпионаты призеры (1987);
  • РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (1990) көмөш призёры;
  • «Крылья Родины» журналы призына халыҡ-ара ярыштарҙың аболют еңеүсеһе (1988;
  • Болгарияла халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе (София, 1988);
  • 1000 м бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса төркөмләп һикереүҙә донъя рекордсыһы (1988).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә