Кәрешкә (Баймаҡ районы)

Кәрешкә (рус. Карышкино) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 416 кеше[3]. Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849004.

Кәрешкә
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Татлыбай ауыл советы
Халыҡ һаны 396 кеше (2002)[1],
416 кеше (2009)[1],
418 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453656
Карта

1866—1870 йылдарҙа Байыш ауылы кешеләре нигеҙ һалған. Кәрешкә батыр исемен йөрөтә[4].

Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Кәрешкә-Һаҙ ауылы 1861 йылда Манһыр ауылынан сығыусылар тарафынан төҙөлгән. Башта Буранғол Уралбай улы Алдаров (1818 йылғы), уның улдары — Камалетдин, Ямалетдин, Ғиләзетдин, ағаһының улы Алдашкилде Аҫылгәрәй улы; указлы мулла Мәсәғүт Ҡунаҡҡол улы Уралбаев, (1815 йылғы), уның улы — Нурмөхәмәт (ейәне — Солтанхан); Шәрәфетдин Ҡунаҡҡол улы Уралбаев (1818 йылғы), уның улдары — Ғәзизйән, Абдрахман, Талха; Ғабдулзәлей Аллағыуат улы Алдаров (1808 йылғы), уның улдары — Йәғәфәрсадык, Абдулла, Ярулла, Зәбир; Янтили Аллагуватович Алдаров, с 1791 года, его сыновья — Юмагужа, Мысыргали; урядник Юлмухамет Янтилинович Аллагуватов, с 1825 года, уның улдары -Мөхәмәтхәзиф, Аспирхан; Йәнмырҙа Аллағыуат улы Алдаров (1821 йылғы); Сәғәҙәт Сабанғул Аллағыуат (1826 йылғы), уның ағалары Ғәҙелша, Баймөхәмәт; Ғибәҙәт Сабанғул улы Аллағыутов (1821 йылғы); Юлдашбай Хәлил улы Алдаров (1780 йылғы), улы — Сәйфулла (ейәне — Йонос, Хәбибулла, Ғәрифулла); Табыл Юлдашбай улы Хәлилов (1819 йылғы), улдары — Бирғәли, Шаһимәрҙән, Хәйернас, Ғүмәр, Ғәлеасҡар; Юлтимер Юлдашбай улы Хәлилов (49 йәш 1859 йылда), улдары — Ташбулат, Дәүләтгәрәй, Ишбулды, Сәйфелмөлөк; Таштимер Юлдашбай улы Халилов, улы — Тулумғужа. Ҡайһы берҙәре кире ауылдарына ҡайтҡан[5]

1885 йылда 230 кеше йәшәгән, 1920 йылда — 336 кеше, 1989 йылда — 396 кеше, 1999 йылда — 458 кеше[4].

Коллективлашыу осоронда Сталин исемендәге колхоз (1929) составына инә, уны үҙгәртеп ҡорғпандан һуң — Иҫәнсурин, Куйбышев исемендәге колхоздар составында була. 1957 йылдан алып «Сибай» совхозының Кәрешкә бүлексәһе[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 418 204 214 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 42 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 32 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Йыһаннур Йәнтилин — Бәхтегәрәй ауыл Советының беренсе рәйесе;
  • Ишбаев Ф. Г. — район хужалыҡ һәм профсоюз эшмәкәре;
  • Йәнтилин Ғ. З. — КПСС-тың Сибай ҡала комитетының беренсе секретары, Сибай ҡалаһының ҡала Советы рәйесе. БАССР-ҙың аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры[4]..
  • Шәрәфетдинов Шамил Сәлих улы (6.05.1939), хеҙмәт ветераны. 1953–1999 йылдарҙа Баймаҡ районының Куйбышев исемендәге колхозы һәм Сибай совхозы механизаторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә