Боғҙан (Миәкә районы)
Боғҙан (рус. Богданово; боронғо атамаһы Таулы) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 474 кеше[4]. Почта индексы — 452071, ОКАТО коды — 80244810001.
Боғҙан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Боғҙан ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Боғҙан ауыл советы |
Халыҡ һаны |
605 кеше (2002)[2], 600 кеше (2009)[2], 474 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452071 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 474 | 225 | 249 | 47,5 | 52,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 23 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 40 к
Ауыл тарихы
үҙгәртергә1743 йылдың 21 июлендәге Илекәй-Мең улусы башҡорттары менән килешеү буйынса типтәрҙәр Боғҙан (Таулы) ауылына нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Богдан Рәжәпов 48 кеше иҫәбендә Буҙат ауылына (хәҙерге Стәрлебаш районы) күсенә. 1783 йылғы IV ревизия менән иҫәпкә алынған улдары: 70 йәшлек Иҫәнғол, 49 йәшлек Аҡбирҙе һәм 38 йәшлек Ишҡол булыуы билдәле. Типтәрҙәр араһында башҡорт ихтилалында (1735—1740) әүҙем ҡатнашҡаны өсөн аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән башҡорттар аҙ булмай. Илекәй-меңлеләр, 1790 йылдың 10 сентябрендә төҙөлгән килешеү буйынса, мишәрҙәрҙе бында индерәләр. Индереүҙә күл-меңлеләр ҙә ҡатнаша. Яһаҡлы татарҙар була (1816 йылда һәм 1834 йылда 3-әр йән).
1783 йылда — 94 типтәр иҫәпләнһә, 1816 йылда — 200 (20 мишәр һәм 6 татар), 1834 йылда 280 (26 мишәр) кеше иҫәпләнә, 1870 йылда 937 кеше һанала, бөтәһе лә башҡорт милләтенән була, 1917 йылда — 919 (85 мишәр, 7 типтәр һәм сыуаш), 1920 йылда — 822 кеше. Ләкин улар араһында типтәрҙәр (башҡорттар һәм татарҙар) һәм мишәрҙәр бар.
1917 йылда 178 йортҡа 919 кешеһе менән 693 дисәтинә сәсеүлек тура килгән. Бөтә хужалыҡтарҙың 106-һында — 4 дисәтинәгә тиклем, 41-ендә — 10 дисәтинәгә тиклем, 9-ында — 15 дисәтинәгә тиклем, 4-һендә 15-тән ашыу дисәтинә сәсеүлек булған. 240 баш эшсе малдары булған.[5]
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергә- Йылғалар: Яҡты Ҡаран,Ҡара Ҡаран.
- Күлдәр:Киндер күле,Боланлыкүл,Бойҙай йыуа торған күл.
- Тауҙар:Күгәрсен тауы, Ҡаршытау, Крастау (Ҡашҡатау),Кире айғыр (тау араһы),Ҡушҡул, Ҡомтау мороно, Ҡуян ҡыуырғыһы,Бөркөтлөҡул (тау араһы),Урманһыу-Заготскот соҡоро.
- Туғай: Үрге ерек, Түбәнге ерек, Күрән,Ҡармыш, Иҫке төбәк,Ҡаршы туғай,Тәүләй.
- Шишмәләр:Ҡарағайлыкүл,Боланлыкүл.
- Ҡойо:Радик,Хәниф.[6]
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Зыязитдинов Рим Сәләх улы (19.04.1953), башҡорт театр актёры. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).
- Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы (23.07.1947) — ғалим-химик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), химия фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1992)[8].
- Хәлимов Рәфис Һиҙиәт улы (6.05.1959), мәҙәниәт эшмәкәре. 2003—2011 йылдарҙа һәм 2018 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ноғманов Кәбир Усман улы (02.10 1946)-Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. [9] 426-сы б.
- Ноғманов Әсҡәт Сәлмән улы (06.12.1929)-Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986) [9] 427-се б.
- Бәхтиәров Айрат Шакир улы (01.01.1943)- полковник,тарих фәндәре докторы. [9] 353-сө б.
- Баһауетдинов Рәсүл Камалетдин улы (22 апрель 1937 йыл), сәнғәт ветераны. Хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Нәҙершин Ким Рәүеф улы (11.01.1937)- актер, режиссер.Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992 й.)[9] 421-се б.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.434
- ↑ Х/И.Әһлетдинов
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 июль 2017)
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Х. Х. Мусин, Р. М. Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Боғҙан (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
- Богданово (Тавлы) на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
- Село Богданово Миякинского района Республики Башкортостан Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)