Миңлебаева Сулпан Рәжәп ҡыҙы

Сулпан Рәжәп ҡыҙы Миңлебаева (6 май 1961 йыл) — уҡытыусы, шағир.

Сулпан Миңлебаева
Исеме:

Миңлебаева Сулпан Рәжәп ҡыҙы

Тыуған көнө:

6 май 1961 йыл

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Туйыш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

Поэзия, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт


Биографияһы

үҙгәртергә

1961 йылдың 6 майында Әбйәлил районы Туйыш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. 1978 йылда Байым урта мәктәбен тамамлай. Бер йыл Шайморатов исемендәге колхозда эшләй. 1980—1985 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетының рус-башҡорт бүлегендә уҡый.

«Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә. Институтты тамамлағас, йүнәлтмә менән Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Мәктәптә 2012 йылға тиклем эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан мәғариф министрлығының(1998), Башҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙҙары(2007) менән бүләкләнә. Рәсәй буйынса үткәрелгән «Иң яҡшы уҡытыусы» бәйгеһендә еңеп сыға, 100 меңлек грантҡа лайыҡ була.

Бер аҙ ваҡыт Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләй. Шиғырҙары барлығы ун ике дөйөм йыйынтыҡта баҫылған. 2012 йылда «Һигеҙ ожмах асҡысы» тигән шиғырҙар китабы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сыға. 2001 йылда Бәләбәй ҡалаһында республика кимәлендә үткәрелгән шиғри бәйгелә уның шиғырҙары «Беҙ һәм заман» номинацияһына лайыҡ була. 2013 йылда Төркиәнең Тарсус ҡалаһында төрөк шағиры Ҡарасаоғоланға арналған халыҡ-ара шиғыр фестивалендә ҡатнаша. Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә. 2009 йылда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлегендә ағза булып тора. Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы лауреаты.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Йәш көстәр. Алманах. Башҡортостан. Өфө. 1982 йыл
  • Йәш көстәр . Алманах. Башҡортостан. Өфө, 1984 йыл
  • Ап-аҡ донъям. Өфө. 1987 йыл
  • Нағыш. Өфө 1996 йыл
  • Йәйғор. (Радуга). г. Белебей.2002 йыл
  • Сәтәрлем минең. Стәрлетамаҡ. 2004 йыл
  • Ҡорайт, ҡотом Өфө, 200 йыл
  • «Һигеҙ ожмах асҡысы», Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2012 йыл
  • Мәңелектең саҡырыуы. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2022 йыл

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты (2009)
  • Башҡортостан мәғариф министрлығының (1998)
  • Башҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙы (2007)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә