Әмиров Алмас Хәдис улы

театр һәм кино актеры

Әмиров Алмас Хәдис улы (6 май 1968 йыл) — театр актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2023) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004). Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).

Әмиров Алмас Хәдис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 май 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Ахун, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө эстрада артисы
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт bashdram.ru/troupe/amiro…

Биографияһы

үҙгәртергә

Әмиров Алмас Хәдис улы 1968 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында тыуған.

1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёрлыҡ факультетын тамамлай (Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы курсы) һәм шунан бирле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай.

Алмас Әмиров образдарҙы нескә характерлаусы комедия жанрындағы актёр.

«Заман драматургияһы һәм режиссураһы» III Республика семинар — лабораторияһында ҡатнашыусы (13-16.04 2016 йыл, «Троя хаҡында йыр. Ошонда һәм хәҙер» — Гомерҙың «Илиада»һы мотивтары буйынса спектакль, режиссеры И. Саҡаев).

Спектаклдәрҙәге ролдәре

үҙгәртергә
  • Дәрүиш («Ай тотолған төндә» — «Ночь лунного затмения»; дебют, 1991)
  • Микеле («Илай белмәгән ҡатын» — «Женщина, которая не умеет плакать» Э. Де Филиппоның «Филумена Мартурано» пьесаһы буйынса)
  • Морис Ляппен («Минең ҡатынымдың исеме Морис» — «Мою жену зовут Морис» Р.Шарта)
  • Креонт («Эдип батша») — («Царь Эдип»)
  • Мәсем — хан («Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға»)
  • Ҡотош («Нәркәс»)
  • Мәүлит («Әлифбанан бер себеш»)
  • Исмәт Инөнү («Әхмәтзәки Вәлиди Туған»)
  • Вәлиәхмәт («Мулла»)
  • Хардинг («Пролетая над гнездом кукушки») — («Кәкүк ояһы»)
  • Сабир («Шәүрәкәй»)
  • Яппар («Ҡоҙаса»)
  • Шәйхеләхиәр («Яңғыҙҙар ташы»)
  • Әхмәҙи («Бабуська@тущка.ги») — («Әбейүшкә@эт.тущка.ги»)
  • Ҡолтүбә («Ҡаһым түрә»)
  • Малик («Йософ һәм Зөләйхә»)
  • Вәсил Кәбирович («Мин һинең ҡәйнәң булам»)
  • Хор («Антигона»).

Кинолағы ролдәре

үҙгәртергә
  • Машина йөрөтөүсе («Быяла юлсы» — «Стеклянный пассажир», 1996)
  • Рәйес («Ауыл өҫтөндә йәйғор» — «Радуга над деревней», 2000)
  • Әхәт («Сөмбөлдөң етенсе йәйе» — «Седьмое лето Сюмбель», 2002; — бөтәһе лә «Башҡортостан» киностудияһыныҡы);

телефильмдарҙа

  • Рубин Мәғәсүмов («Ай ҡыҙы» — «Дочь Луны», 2002; «Башҡортостан» ДТРК)
  • «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәтен тауышлы иткән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә