Зи́гмунд Фрейд (нем. Sigmund Freud, МФА (нем.): [ˈziːkmʊnt ˈfʁɔʏt]; тулы исеме Сигизмунд Шломо Фрейд , нем. Sigismund Schlomo Freud; 6 май 1856 йыл, Фрайберг, Австрия империяһы — 23 сентябрь 1939 йыл, Лондон) — Австрия психологы, психиатр һәм невролог.

Зигмунд Фрейд
Sigismund Schlomo Freud
Зигмунд Фрейд Life журналы тышында (Макс Хальберштадт, 1922)
Зигмунд Фрейд Life журналы тышында
(Макс Хальберштадт, 1922)
Тыуған көнө

6 май 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

Фрайберг, Австрия империяһы
(хәҙер — Пршибор, Чехия)

Вафат көнө

23 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Лондон, Бөйөк Британия

Ил

Австро-Венгрия, Австрия

Ғилми даирәһе

Психиатрия, неврология, психоанализ

Альма-матер

Вена университеты

Ғилми дәрәжәһе

Медицина докторы

Ғилми исеме

Профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

психоанализға нигеҙ һалыусы

Награда һәм премиялары

Премия Гёте (1930 й.)

Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Зигмунд Фрейд психоанализға нигеҙ һалыусы тип һанала, ул XX быуатта [1][2]. психологияға, медицинаға, социологияға, антропологияға, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә һиҙелерлек йоғонто яһаған Уның теориялары менән ҡыҙыҡһыныу бөгөн дә һис кәмемәй[2][3][4].

Фрейд ҡаҙаныштарынан иң мөһимдәре — психиканың өс компонентлы моделдән тороуын асыу, шәхестең психосексуаль үҫешендә специфик фазаларҙы билдәләү, эдип комплексы теорияһын булдырыу, психикала һаҡлағыс механизмдар булыуын табыу, «аңһыҙҙан» төшөнсәһен психика менән бәйләү, трансфер һәм контр-трансферҙы асыу, ирекле ассоциациялар ысулын һәм төш юрауҙы{/9 } терапевтик методикаларҙа ҡулланыу.

Фрейдтың психологияға йоғонтоһо бәхәсһеҙ булһа ла, күп тикшеренеүселәр уның хеҙмәттәрен аҡыллы алдаҡсылыҡ тип һанай[5].

Үҙ ғүмерендә Фрейд бик күп фәнни хеҙмәттәр яҙған — тулы йыйынтығы 24 том тәшкил итә[6]. Медицина докторы, профессор, Кларк университетының хоҡуҡ буйынса почётлы докторы, членом Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы, Гёте премияһын алған, Француз психоаналитик йәмғиәтенең и Британия психологик йәмғиәтенең [7][8][9], Америка психоаналитика ассоциацияһының почётлы ағзаһы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм йәшлеге

үҙгәртергә

Зигмунд Фрейд 1856 йылдың 6 майында Моравиялағы Фрайберг ҡалаһында тыуған (ул саҡта Австрияға ингән). Ул тыуған урам— Шлоссерграссе — хәҙер уның исемен йөрөтә[10]. Исемен олатаһы иҫтәлегенә ҡушҡандар. Ата-әсәһе Германиянан сыҡҡан йәһүдтәр[11]. Фрайбергта Зигмундҡа 3 йәш тулғанса йәшәйҙәр, 1859 йылда Үҙәк Европала индустриаль революция арҡаһында атаһы фәҡирлеккә төшә [12].

Ғаилә Лейпцигҡа күсеп бер йыл йәшәгәс, Венаға[13] китә. Зигмунд күсенеп йөрөүҙе ауыр кисерә, сөнки атаһының тәүге ҡатынынан ағаһы Филипп менән бик дуҫ булалар. [14]. Йәмғиәттең иң түбән ҡатламдары араһында йәшәп, бер аҙ эштәре юлға һалынғас, арыуыраҡ төбәккә урынлашалар. Әммә артыҡ мантып та китә алмайҙар. Зигмунд шул ваҡыттарҙа әҙәбиәт менән мауыға башлай. [15].

Бала сағынан хәтирәләр

«Мин ата-әсәйемдең улы булдым <…>, улар төпкөлдә тыныс һәм етеш йәшәнеләр. Миңә өс йәш булғанда атайым бөлгөнлөккә төштө, беҙгә ауылыбыҙҙы ташлап ҙүр ҡалаға күсергә туры килде. Оҙон һәм ауыр йылдар башланды, был йылдарҙан миңә һағынып иҫкә алырлыҡ бер ни ҙә юҡ»[16].

Өйҙәге әҙерлеге һәм тәбиғи һәләттәре Зигмунд Фрейдҡа 9 йәшендә, тейешле ваҡыттан бер йыл алға, гимназияға инергә мөмкинлек бирә[17]. 8 баланан бер Зигмундҡа кәрәсин лампа һәм хатта айырым бүлмә биреп ҡуялар, башҡалар уға ҡамасауламаҫҡа тейеш була Егет әҙәбиәт һәм философия менән мауыға — Шекспирҙы, Кантты, Гегелде, Шопенгауэрҙы, Ницшены уҡый, немец телен камил белә, грек телен һәм латынь өйрәнә, француз, инглиз, испан һәм итальян[18] телдәрендә иркен һөйләшә.

Гимназияны бик уңышлы тамамлап, Зигмунд ниндәй һөнәр һайлауҙы хәл итә алмай бер була— антисемит кәйефтәр ҙә йоғонто яһай, йәһүдтәргә [18] коммерция, сәнәғәт, юриспруденция һәм медицина[19][20] рөхсәт ителә . Гётеның «Тәбиғәт» тигән эссеһын уҡығанды ишетеп әҫәрләнеп, Зигмунд медицина факультетын[21] һайлай. Медицинаны яратмаһа ла ошо һөнәрҙе һайлап, ул бер ваҡытта ла үҙен ысын врач тип һанамаған

Һөнәри үҫеш

үҙгәртергә

 
Фрейд тыуған йорт
(Пршибор, Моравия, Чехия)

 
Фрейд әсәһе Амалия (1872) менән

1873 йылда 17 йәшлек Зигмунд Фрейд Вена университетының медицина факультетына уҡырға инә. Милләтенә бәйле ҡыйырһытыуҙарға ла осрай[22]. Ул бындай күренештәргә бирешмәҫкә өйрәнә, рухын нығыта[23].

Анатомияны һәм химияны өйрәнә, әммә физиолог һәм психолог Эрнста Брюкке[en], [24]. лекцияларын яратып тыңлай.

1881 йылда Фрейд имтихандарын бик уңышлы тапшырып, доктор ғилми дәрәжәһен ала[25],әммә Брюкке ҡулы аҫтында эшләүен дауам итә, сөнки ғилми эш менән шөғөлләнергә өмөт тота. [26]. Әммә уҡытыусыһы уға икенсе эш һайларға кәңәш итә, сөнки уның фәҡирлеген белә. Фрейд уны тыңлай. Етмәһә, шул ваҡытта Марта исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Ҡыҙ бай йәһүд ғаиләһенән була.

   
Фрейдҡа йоғонто яһаған уҡытыусылар

Эрнст Брюкке[en] (һулда) һәм Теодор Мейнерт[en] (уңда)

Төрлө дауаханаларҙа, төрлө ауырыуҙар менән эшләй.

Кокаинды өйрәнеүе

үҙгәртергә

1884 йылда Фрейд кокаин тураһында яҙмаларға осрай. Уның имештер файҙаһы булғанлығын һынап ҡарар өсөн үҙе лә, ҡатыны ла кокаин ҡулланалар. Ауыртыуҙы баҫа, ҡеүәт өҫтәй тип бик маҡтап яҙып сыға. Хатта дуҫын шуның менән дауалап маташа. Әммә Европала бик ҡурҡыныс эҙемтәләре барлығын белеп ҡалып, шау-шыу күтәрәләр[27].

Әммә Фрейд кокаинды хирургик операцияларҙа ауыртыуҙы баҫа торған матдә итеп ҡулланыуҙы дауам итә. Мәҡәләләр баҫтыра. 1887 йылда фән тулыһынса кокаиндың зарарын фаш итә. Фрейд үҙе был ваҡытҡа кокаинға өйрәнгән була, уның ауыр эҙемтәләрен кисерә. Уның үҙе тирәһендәгеләрҙе лә кокаинға өйрәтеүен нәфрәт менән яҙалар[28].

Психоанализдың барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

1885 йылда Фрейд Парижға врач-психиатр Жан Шарко[29]ла белемен камиллаштырырға барырға ҡарар итә. Ул конкурстан уҙыуға өлгәшә[30].

 
Ж. Шарко демонстрирует метод гипноза
при работе с «истерической» пациенткой

Шарко истерияны өйрәнә һәм дауалай. Парижда Фрейд невропатологияны мауығып өйрәнә.

13 сентябрҙә Фрейд Марта Бернейға өйләнә, уларҙың 6 балаһы тыуа — Матильда (1887—1978), Мартин (1889—1969), Оливер (1891—1969), Эрнста[en] (1892—1966), Софи (1893—1920) һәм Анна (1895—1982)[31]. }

 
Д-р. Йозеф Брейер, способствовавший
зарождению психоанализа

Первое психоаналитическое объединение

«С 1902 года вокруг меня собрались несколько молодых врачей с определённым намерением изучать психоанализ, применять его на практике и распространять. <…> У меня собирались в определённые вечера, вели в установленном порядке дискуссии, старались разобраться в казавшейся странной новой области исследования и разбудить интерес к ней. <…>

Маленький кружок скоро разросся, неоднократно меняя состав в течение нескольких лет. В общем, я могу признаться, что по богатству и многообразию дарований он едва ли уступал штабу любого клинического преподавателя».

Фәндәге ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Фрейд ҡаҙаныштарының иң мөһимдәре — психиканың өс компонентлы моделдән тороуын асыу, шәхестең психосексуаль үҫешендә специфик фазаларҙы билдәләү, эдип комплексы теорияһын булдырыу, психикала һаҡлағыс механизмдар булыуын табыу, «аңһыҙҙан» төшөнсәһен психика менән бәйләү, трансфер һәм контр-трансферҙы асыу, ирекле ассоциациялар ысулын һәм төш юрауҙы терапевтик методикаларҙа ҡулланыу.

Фрейд мәктәп йылдарында уҡ физиология һәм психология фәндәре менән ҡыҙыҡһына. Беренсе ғилми хеҙмәттәрен хайуандар физиологияһы лабораторияһында эшләгәндә үк яҙа башлай. Психология фәненә күсеүе һәм ошо фән яҫылығында концепциялар төҙөүө ҡайһы бер ғалимдарҙың нерв ауырыуҙарың (невроздарҙы) гипноз ысулы менән дауалау тәжрибәһенә нигеҙләнгән була. Фрейд төрлө психоздарҙы дауалағанда индивидтың уҙған ғүмерөндә булған конфликттарға бәйләп эш итергә кәрәклеген иҫбатлай. Кешенең төш күреү кеүек күренештәрен дә ул уларға тиклем булған конфликттар нәтижәһе тип ҡарай. Фрейд, кеше аңының ике ҡаттан торғанлығына иғтибар итеп, уның төп, хәл иткес хеҙмәтен аң төпкөл аң (подсоз- нательное) ҡатына тағарға тырыша. Фрейдтың теорияһы буйынса, кеше үзенең танып белеү процессында предмет һәм күренештәрҙең аҫылын, төшөнөүҙә өҫтөнлөктө аңлы рәүештә эш итеүгә түгел, бәлки стихиялы рәүештә, төпкөл аңдың «ҡушыуы» буйынса эш итеүгә бирә.

Фрейд тәғлимәттәрендә ҙур урын сексуаль факторға бирелә. Уның ҡарашы буйынса, кешенең барлыҡ эштәренең нигеҙен сексуаль дәрт, сексуаль теләк тәшкил итә. Һәм, Фрейдса, кеше был нәмәне үҙе һиҙмәй генә йәшәргә лә мөмкин (тимәк, Фрейдтның «асышына» ышанырға ғына кәрәк). Фрейд кешенең сексуаль теләгенең айырым бер өлкәлә (әйтәйек, сәйәсәттә, сәнғәттә, әхләктә) уның конкрет эшсәнлеккә әүерелеүен сублимация тип атай. Фрейд үҙенең теорияһын күп төрлө яңы терминдар, төшөнсәләр ҡулланыу юлы менән иҫбатларға тырыша. Уның хеҙмәттәрендә ҙур урын либидо төшөнсәһенә бирелә. Был төшөнсә яңынан ана шул енси (сексуаль) теләкте атау өсөн ҡулланыла. «Эдип комплексы» (Эдипов комплекс)төшөнсәһе кешеләрҙең, әйтәйек, тыумыштан ук үҙҙәренең ата-әсәләренә ҡарата енси теләк менән «йәшәүҙәрен» аңлатырға тейеш була. "Гомумән, Фрейд медицина фәненә ҙур яңылыҡ һәм, үҙенә күрә, асыш алып килә.

Фрейдизм — психоанализ нигеҙендә кешеләрҙе дауалау, уларҙы психик ауырыуҙарҙан ы ысулдарын туплаған табиби йүнәлеш. Ләкин Фрейд, философ булараҡ, ошо фән тарихына буталсыҡ, эске ҡаршылыҡлы уйҙырмаларға ҡоролған теория авторы булып кереп ҡала.

Зигмунд Фрейд тураһында китаптар

үҙгәртергә
  • Дадун, Роже. Фрейд. — М.: Х.Г.С, 1994. — 512 с. — ISBN 5-7588-0040-6.
  • Касафонт, Хосеп Рамон. Зигмунд Фрейд / пер. с исп. А. Берковой. — М.: АСТ, 2006. — 253 с. — (Биография и творчество). — ISBN 5-17-037281-7.
  • Джонс, Эрнест. Жизнь и творения Зигмунда Фрейда / пер. с англ. В. Старовойтова. — М.: Гуманитарий АГИ, 1996. — 448 с. — ISBN 5-89221-006-5.
  • Штеренсис, Михаил. Зигмунд Фрейд. — ISRADON / ИсраДон, Феникс, 2012. — 160 с. — (След в истории). — ISBN 978-5-222-19226-9.
  • Надеждин, Николай. Зигмунд Фрейд. «За гранью сознания». — Майор, 2011. — 192 с. — (Неформальные биографии). — ISBN 978-5-98551-135-2.
  • Феррис, Пол. Зигмунд Фрейд / пер. с англ. Екатерины Мартинкевич. — Минск: Поппури, 2001. — 448 с. — ISBN 985-438-526-4.
  • Стоун, Ирвинг. Страсти ума. Биографический роман о Зигмунде Фрейде / пер. с англ. И. Усачёва. — М.: АСТ, 2011. — 864 с. — ISBN 978-5-17-072051-4.
  • Бабен, Пьер. Зигмунд Фрейд. Трагик в возрасте науки / пер. с фр. Елены Сутоцкой. — М.: АСТ, 2003. — 144 с. — (Наука. Открытие). — ISBN 2-07-053098-1.
  • Берри, Рут. Зигмунд Фрейд. Путеводитель для начинающих. Жизнь и учение основателя психоанализа. — Гиппо, 2010. — 128 с. — ISBN 978-5-91606-003-4.
  • Виттельс, Фриц. Фрейд. Его личность, учение и школа / пер. с нем. Г. Таубмана. — КомКнига, 2007. — 200 с. — ISBN 5-484-00882-4.
  • Маркус, Герорг. Зигмунд Фрейд и тайны души. Биография / пер. с англ. А. Журавеля. — АСТ, 2008. — 336 с. — ISBN 978-5-17-049333-3.
  • Браун, Джеймс. Психология Фрейда и постфрейдисты / пер. с англ.. — М.: Рефл-бук, 1997. — 304 с. — (Актуальная психология). — ISBN 5-87983-027-6.

Мәҙәниәттә сағылышы

үҙгәртергә

Әҙәбиәт һәм кинематограф

үҙгәртергә

Фрейд бер нисә мәртәбә әҙәби әҫәрҙәрҙә телгә алына. Ғалим булараҡ Ирвинг Стоундың «Страсти ума» (1971),Эдгар Доктороуһың «Рэгтайм» (1975) , Д. М. Томастың «Белый отель» (1981), Ирвин Яломаның «Когда Ницше плакал» (1992), «Убийство по Фрейду» (2006) , Джед Рубенфельда ның «Маленькая книга» (2008), Селден Эдвардстың «Венский треугольник» (2009)[33]. З. Фрейд һәм уныү теорияһы рәсәй һәм АҠШ яҙыусыһы Владимир Набоковҡа ҙур йоғонто яһай[34]. Набоковтың бик күр романдырында психоанализды нигеҙләүсенең әоҡонтоһо һиҙелә, миҫал өсөн «Лолита» романында инцест күренеше фрейд аңлатмаһында бирелә [35].

«Лолита»нан башҡа Набоковтың башҡа әҫәрҙәрендә лә психоанализ эҙҙәре сағылыш таба[36]. Миҫал өсөн, The Talking Cure: Literary Representations of Psychoanalysis китабының авторы инглиз теле профессоры Джеффри Берман (ингл. Jeffrey Berman), «яҙыусының артынан эйәреп йөрөүсө күләгә кеүек, Фрейд Нобоков тормошонда төп урынды алып тора» тип яҙа [37].

Фрейд бер нисә тапҡыр драматик әҫәрҙәрҙеү геройына әйленә, миҫал өсөн «Истерия» (1993) (Терри Джонсон), «Лечения беседой» (2002)(Кристофер Хэмптон), «Дикобраза» (2008) (Мерин), «Последний сеанс Фрейд» (2009) (Гермайн Марк)[33]. Ғалим бик күп телесериалдар һәм кинофильмдар персонажына әйләнә, IMDb каталогы буйынса тулы исемлегендә 71 картина[38].

Музейҙар һәм һәйкәлдәр

үҙгәртергә

Файл:50 шиллингов 2000 Австрия Фрейд.JPG
«Төш күреүгә аңлатма биреү» (2000 йыл)
100 йыллыҡҡа иҫтәлекле аҡса


Шул исемдәге купюра

Фрейд ҫтәлегенә Лондонда, Венала һәйкәлдәр ҡуйылған. Австрияла уның портретые аҡсаға куялар. Фрейд иҫтәлеген һаҡлаған бер нисә музей бар. Санкт-Петербургта төш күреү музейы 1999 йылда асыла «Төш күреүгә аңлатма биреү» китабының 100 йыллығына асыла[39]. Зигмуна Фрейдтың төп музейы Венала эшләй. Музейҙа ҡалимдың ҡулъяҙмалары, китапханаһы һаҡлана [40].

             
Төш күреү музейы (Санкт-Петербург) Лондонда музей Венала музей Фрейдҡа стела (Вена) Иҫтәлекле таҡтаташ (Пршибор;Чехия) Фрейд статуяһы (Лондон) Фрейд һәйкәле (Вена)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Фрейджер, Фейдимен, 2008, p. 51—2.
  2. 2,0 2,1 Фрейд, 2002, p. 7.
  3. Яровицкий, Вячеслав. Зигмунд Фрейд // 100 великих психологов. — Вече, 2004. — 432 с. — (100 великих). — ISBN 5-94538-397-Х.
  4. Хьелл, Зиглер, 2003, p. 106.
  5. Кордуэлл, Майк. Зигмунд Фрейд // Психология А-Я: Словарь-справочник / Пер. с англ. К. С. Ткаченко. — 2001. — 448 с. — ISBN 5-8183-0105-2.
  6. Полное Собрание сочинений Зигмунда Фрейда в 26 томах. Психотерапевтический центр «Московский психоанализ» и информационный портал «Всё о психоанализе». psychoanalyse.ru. Дата обращения: 17 май 2012. Архивировано 30 май 2012 года. 2013 йыл 4 сентябрь архивланған.
  7. Лейбин, 2010, p. 836.
  8. Карпенко, Л., Петровский А. Зигмунд Фрейд // История психологии в лицах. Персоналии. — ПЕР СЭ, 2005. — 784 с. — (Психологический лексикон. Энциклопедический словарь в 6 томах). — ISBN 5-9292-0064-5.
  9. Касафонт, 2006, p. 112.
  10. Джонс, 1996, p. 19.
  11. Касафонт, 2006, p. 16.
  12. Джонс, 1996, p. 25.
  13. Касафонт, 2006, p. 20.
  14. Касафонт, 2006, p. 18.
  15. Касафонт, 2006, p. 23.
  16. Касафонт, 2006, p. 21.
  17. Джонс, 1996, p. 30.
  18. 18,0 18,1 Хьелл, Зиглер, 2003, p. 107.
  19. Касафонт, 2006, p. 30.
  20. Джонс, 1996, p. 33.
  21. Дадун, 1994, p. 51.
  22. Касафонт, 2006, p. 31—3.
  23. Фрейджер, Фейдимен, 2008, p. 29.
  24. Джонс, 1996, p. 37.
  25. Джонс, 1996, p. 46.
  26. Фрейджер, Фейдимен, 2008, p. 30.
  27. Касафонт, 2006, p. 64—8.
  28. Фрейд, Зигмунд. Валерий Зеленский «Фрейд и кокаин» // Статьи о кокаине / пер. с англ. Ю. Донца. — СПб.: Азбука, 2011. — 160 с. — ISBN 978-5-389-02819-7.
  29. Джонс, 1996, p. 54.
  30. Дадун, 1994, p. 65.
  31. Касафонт, 2006, p. 46—7.
  32. Фрейд, 2006, p. 22—3.
  33. 33,0 33,1 Tobin, Robert Deam. Fixing Freud: The Oedipus Complex in Early Twenty-First Century US American Novels (инг.) // Psychoanalysis and History. — Edinburgh University Press, 2011. — Vol. 13. — № 2. — P. 245—246. — ISSN 1460-8235.
  34. Henry, David; Larmour, James. Discourse and Ideology in Nabokov's Prose. — Routledge, 2002. — P. 62. — 176 p. — ISBN 9780415286589.
  35. O'Rourke, James L. Sex, Lies, And Autobiography: The Ethics of Confession. — 2006. — P. 169. — 215 p. — ISBN 9780813925127.
  36. Straumann, Barbara. Figurations of Exile in Hitchcock and Nabokov. — Edinburgh University Press, 2004. — P. 204. — 240 p. — ISBN 9780748636464.
  37. Rancour-Laferriere, Daniel. Russian Literature and Psychoanalysis. — John Benjamins Publishing Company, 1989. — P. 373. — 485 p. — ISBN 9789027215369.
  38. Sigmund Freud (Character) (ингл.). Internet Movie Database. imdb.com. Дата обращения: 29 май 2012. Архивировано 24 июнь 2012 года. 2012 йыл 9 ноябрь архивланған.
  39. Freud's Dream Museum. Музей сновидений Фрейда. freud.ru. Дата обращения: 22 май 2012. Архивировано 24 июнь 2012 года.
  40. Музей Зигмунда Фрейда. Путеводитель по Вене онлайн. wien.info. Дата обращения: 22 май 2012. Архивировано 24 июнь 2012 года.
  • Фрейд, Зигмунд. Психоаналитические этюды / сост. Д. И. Донской, В. Ф. Круглянский. — Минск: Поппури, 2010. — 608 с. — ISBN 978-985-15-1064-7.
  • Фрейд, Зигмунд. Основные психологические теории в психоанализе / пер. М. В. Вульф, А. А. Спектор. — М.: АСТ, 2006. — 400 с. — ISBN 5-17-036472-5.
  • Фрейд, Зигмунд. Толкование сновидений / под общ. ред. Е. С. Калмыковой, М. Б. Аграчевой, А. М. Боковикова. — М.: Фирма СТД, 2005. — 680 с. — ISBN 5-89808-040-6.
  • Гыйззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 нче китап: Кыскача философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Югары уку йорты өчен дәреслек.

Һылтанмалар

үҙгәртергә