Әхмәтов Роберт Хәсән улы
Әхмәтов Роберт Хәсән улы (6 май 1947 йыл — 4 февраль 2016 йыл) — ғалим-табип, дәүләт хеҙмәткәре. 2022 йылдан Өфөләге Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Әхмәтов Роберт Хәсән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 май 1947 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 февраль 2016 (68 йәш) |
Һөнәр төрө | табип |
Эш урыны | Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРоберт Хәсән улы Әхмәтов 1947 йылдың 6 майында БАССР-ҙа Өфө ҡалаһында тыуған.
1965—1971 йй. — Башҡорт дәүләт медицина институты студенты.
1971—1973 йй. — Башҡорт дәүләт медицина институтының нерв сирҙәре кафедраһының клиник ординаторы.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1973—1996 йй. — Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының врач-невропатологы, нейрореабилитация бүлеге мөдире, баш табип урынбаҫары һәм баш табиптың ойоштороу-методик эш буйынса урынбаҫары.
1996—1999 йй. — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 3-сө Республика клиник дауаханаһы баш табибы.
1999 й. — Мотлаҡ медицина страхковкалау Республика фондының башҡарыусы директоры. Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары.
16 фәнни мәҡәләһе донъя күргән. Әхмәтов Роберт Хәсән улы 2016 йылдың 4 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- Һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Роберт Хәсән улы Әхмәтовтың биографияһы
- Әхмәтов Роберт Хәсән улы тураһында мәғлүмәт(недоступная ссылка)
- Әхмәтов Роберт Хәсән улы
- Әхмәтов Роберт Хәсән улы
- [eurasian-defence.ru/?q=node/17860 Роберт Хәсән улы Әхмәтов]