Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы
Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы (6 май 1959 йыл) — башҡорт журналисы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2007).
Тәлғәт Шаһманов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәТәлғәт Ғиндулла улы Шаһманов 1959 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Оло Моҡас ауылында тыуған.
1982 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Мәләүез районы мәктәптәрендә уҡыта. 1987 йылдан алып «Совет Башҡортостаны» гәзите хәбәрсеһе. 1990 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре. 1993 йылдан — мәктәпкәсә йәштәге балалар журналы «Аҡбуҙат» хеҙмәткәре. 1994 йылдан Күмертау ҡала мәғариф бүлеге методисы. 1995 йылдан 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында эшләй (1998 йылға тиклем директор урынбаҫары). 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 2002 йылдан «Көйөргәҙе» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. 2005 йылдан «Юшатыр» гәзите директоры-баш мөхәррире урынбаҫары, 2008 йылдың мартынан — бүлек мөдире, апрелдән — яуаплы сәркәтибе[1]. 2021 йылда «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының яуаплы секретары.
Матбуғат биттәрендә башҡорт халҡының тарихы, этнографияһы, фольклоры һәм башҡорт теле мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр, очерктар менән сығыш яһай. «Шағәле Шаҡман нәҫеле» (2007) китабында Шәғәле Шаҡман бей, уның нәҫеле хаҡында ентекле бәйән итә. Башҡортостан мәҙәниәте буйынса Башҡортостан Республикаһының рус һәм татар телле мәктәптәрҙең 5 — 6-сы кластары өсөн дәреслектәр авторҙашы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Өфөлә ойошторолған «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең сәркәтибе вазифаһын башҡара.
- 1995—1998 йылдарҙа Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.
- I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.
- 2017 йылдан Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.
Китаптары
үҙгәртергә- Шағәле Шаҡман нәҫеле. — Күмертау, 2007. — 260 бит.
- Ҡотлоюл - Йыуасалы . — Күмертау, 2021. — 158 бит.
- Оло Моҡас. — Өфө, 2023. — 296 бит.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2007).
- Юбилейный медаль «100 лет образования Республики Башкортостан» (2018).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 май 2021)
- Администрация муниципального района Куюргазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. «Юшатыр» гәзите редакцияһы 2016 йыл 4 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2016)