Туйыш (Әбйәлил районы)

Туйыш (рус. Туишево) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 475 кеше[1]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813009.

Ауыл
Туйыш
Туйыш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°43′04″ с. ш. 58°49′56″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 813 009

ОКТМО коды

80 601 413 141

Туйыш (Рәсәй)
Туйыш
Туйыш
Туйыш (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Туйыш


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
442511475
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[4].

V ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 18 хужалығында 142 кеше йәшәгән.[5]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 475 233 242 49,1 50,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 66 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байым): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 9 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Тау урамы (рус. Горная (улица))
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))
  • Ҡараташ урамы (рус. Караташ (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))[6]

Туйыш ауылы Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан. V ревизияла 142 кеше йәшәгән 18 ихата күрһәтелгән. 40 йылдан һуң халыҡ һаны 60 кешегә арта. 55 ихатала 288 кеше йәшәгән.

Ауылда тәү башлап йәшәүсе Туйыш тураһында мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Әммә уның улдары Туғыҙбай (1742—1822) һәм Хоҙайбирҙе (1757—1822) Туйышевтар исемдәре билдәле.

Туйышта йәшәүсе Ҡунаҡбай Мөкминовтың 1812 йылғы Ватан һуғышында 14 полкта хеҙмәт итеүе һәм Парижды алыуҙа ҡатнашыуы, шуның өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнеүе тураһында билдәле[5].

Малсылыҡ — халыҡтың төп шөғөлө. 205 кеше йәшәгән 33 йорттоң 26-26-һы йәйләүгә сыға. Күсеп йөрөү май аҙағынан 20 сентябргә тиклем Ҡужбанды, Масау, Әхмәр-Йылға, Бизгенде, Инйәр йылғалары бассейнында үтә. Йәйләүҙә Байым ауылы халҡы менән бергә булғандар. Был бер улусҡа ҡарағанлығын һәм яҡын туғанлыҡ ептәре тураһында ла һөйләй. Халыҡ милкендә 100 йылҡы, 70 келәт, 100 һарыҡ була. Малсылыҡ башҡорттар өсөн берҙән-бер шөғөл булмай. Иҡтисади мохтажлыҡ уларҙы иғтибарҙарын игенселеккә йүнәлтергә мәжбүр итте. 1843 йылда ауылда 612 бот яҙғы иген сәселә. Сәсеүҙең яртыһынан күберәге Әбделнасир Әбдрәшитовтыҡы (130 бот), Ҡыҙрас Юлдыбаевтыҡы (140 бот), Әзебай Бауышевтыҡы (112 бот)[7].

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Хәспи төбәге, Иҫке йорт, Төлкөтау, Ҡараташ, Ҡәҙермәт, Ҡалмаҡ.

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  • Мөнәжәт. Туйыш ауылы мәсете Рәжәб айы[8]
  • Туйыш ауылы һаумыһығыҙ ауылдаштар һәм шәжәрә байрамы[9]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  5. 5,0 5,1 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009. С. 41.
  6. Улицы
  7. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 41 2022 йыл 27 март архивланған.
  8. Мөнәжәт. Туйыш ауылы мәсете Рәжәб айы
  9. Туйыш ауылы һаумыһығыҙ ауылдаштар һәм шәжәрә байрамы