Катанов Николай Фёдорович
Катанов Николай Фёдорович (6 май 1862 йыл, Йәнәсәй губернаһы Йөҙөм торағы — 10 март 1922 йыл, Ҡазан) — тел белгесе, этнограф, төркиәтсе. Филология фәндәре (1903) һәм сағыштырма тел ғилеме (1907) докторы, профессор (1921)[1](недоступная ссылка).
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Катанов 1862 йылдың 6 майында Абакан йылғаһының ярында Тураҡ улусы Аскиз ауылынан 16 километрҙағы Йөҙөм тигән тораҡта хакас ғаиләһендә тыуа. Балаға Пора Хызыл оғлу тип исем ҡушыла. Ғаилә ярымкүсмә тормош алып бара: йәй — йәйләүҙә, ҡыш ҡышлауҙа көн итә. 1869 йылда Николай Катанов Аскизда асылған бер йыллыҡ училищеға уҡырға бара. Училище Красноярск алтын сәнәғәтсеһе П. И. Кузнецовтың йортонда урынлашҡан була, ул ерле халыҡ өсөн мәғрифәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, һәм малай хужаның китапханаһындағы китаптарҙы уҡыу мөмкинлеген ала. 1872 йылда атаһы вафат булғас, Николай Аскиз дала думаһына писарь булып эшкә инә, унда рус грамотаһын ныҡлы өйрәнә. 1876 йылда Красноярскиға барып, гимназияға уҡырға инә. Унда 8 йыл уҡый, ғалим булараҡ та ошонда формалаша башлай. 1884 йылда гимназияны алтын миҙалға тамамлай.
Ошо уҡ йылдың 15 авгусында Катанов Санкт-Петербург университетының Катанов ғәрәп-фарсы-төрөк-татар филологияһы разрядына ҡабул ителә. Санкт-Петербург университетының көнсығыш телдәре факультетын 1888 йылда тамамлай.
Педагогик һәм фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1889—92 ййылдарҙа Николай Катанов Император Рус география йәмғиәте һәм Император Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ҡушыуы буйынса Себерҙә, Джунгарияла, Төньяҡ Монголияла һәм Көнсығыш Төркөстанда (Ҡытай Төркөстаны) экспедицияла йөрөй[2](недоступная ссылка).
Ҡазан университетында (1893—1922), Ҡазан дини академияһында (1911—17), Төньяҡ‑Көнсығыш археология һәм этнография институтында, Юғары халыҡ мәғарифы институтында (1917—22; бөтәһе лә — Ҡазан) һәм башҡа уҡыу йорттарында уҡыта.
Фәнни эшмәкәрлеге төрки телле халыҡтарҙың телен, фольклорын һәм этнографияһын өйрәнеүгә бәйле. 1897—98 йылдарҙа башҡорттарҙың һәм керәшен татарҙарының телен өйрәнеү маҡсатында Өфө губернаһының Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәрендә була.
Катанов Өфө губернаһы башҡорттарының телен көнбайыш һәм көнсығыш һөйләштәренә бүлә, беренсеһенең — татар теле, икенсеһенең ҡаҙаҡ теле менән оҡшашлығын билдәләй; көнсығыш һөйләшен мишәрҙәр, татарҙар, типтәрҙәр һәм башҡа төрки телле халыҡтар теле менән сағыштырып, уның фонетик, морфологик һәм һүҙьяһалыш үҙенсәлектәрен, һүҙ төркөмдәрен, уларҙың граматик категорияларын тасуирлай. “Башҡорт теле өсөн әлифба” төҙөй (“Азбука для башкирского языка”; баҫылмаған; ҡулъяҙмаһы Татарстан Милли архивында һаҡлана), унда кириллица нигеҙендә 33 хәрефтән торған алфавит тәҡдим итә (башҡорт теленә генә хас өндәрҙе билдәләү өсөн юл өҫтө тамғаларын ҡуллана). Катанов әлифбаһында башҡорт теленең орфоэпик нормалары сағылыш таба, уҡыу материалы итеп И. А. Крыловтың “Энәғараҡ һәм ҡырмыҫҡа” (“Стрекоза и муравей”) мәҫәленең башҡорт теленә тәржемәһе бирелә[3](недоступная ссылка). Катанов шулай уҡ башҡорттарҙың халыҡ медицинаһы, фольклоры буйынса хеҙмәттәр яҙа. 1894—1914 йылдарҙа һәм 1919 йылдан алып Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте, 1907 йылдан башлап Ҡазан уҡыу округы эргәһендәге Тәржемә комиссияһы рәйесе була.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Отчёт о поездке, совершённой с 1 июня 1897 года по 20 августа того же года в Белебеевский и Мензелинский уезды Уфимской губернии //Учёные записки Императорского Казанского университета. Казань, 1898. Кн.11;
- Отчёт о поездке, совершённой с 20 мая по 20 августа 1898 года в Белебеевский уезд Уфимской губернии //Шунда уҡ. Казань, 1900. Кн.7—8;
- Опыт исследования урянхайского языка с указанием главнейших родственных отношений его к другим языкам тюркского корня. Казань, 1903.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #116066504 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 3,0 3,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Чешская национальная авторитетная база данных
Һылтанмалар
үҙгәртергә[4](недоступная ссылка)-Катанов Николай Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Иванов С.Н. Николай Фёдорович Катанов: очерк жизни и деятельности. 2‑е изд. М., 1973;
- Наследие хакасского учёного, тюрколога, доктора сравнительного языкознания, востоковеда Николая Фёдоровича Катанова: материалы Междунар. науч. конф. Абакан, 2012.