Айыт (Бишбүләк районы)
Айыт (рус. Аитово) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1176 кеше булған[4].
Айыт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Айыт ауыл Советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Айыт ауыл Советы, Бәләбәй өйәҙе, Бәләбәй кантоны һәм Бишбүләк районы |
Халыҡ һаны |
1272 кеше (2002)[2], 1263 кеше (2009)[2], 1176 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452057 |
Почта индексы — 452057, ОКАТО коды — 80212804001.
Халҡы
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1176 | 568 | 608 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл тарихы
үҙгәртергәАйыт ауылына 1766 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1744 йылда) Ҡазан даруғаһы Ҫарылы-Мең улусы (хәҙерге Татарстандың Сарман районы) Һарыһаҙ Тәкермән ауылы башҡорттары Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса нигеҙ һала. 1753 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһының Ҫарылы-Мең башҡорттары килеп урынлаша[5].
1795 йылда — 218 кеше, ә 1865 йылда — 707 кеше йәшәгән. 1906 йылда ике мәсет, ике мәҙрәсә, дүрт һыу тирмәне, тимерлек, ике бакалея һәм мануфактура кибете теркәлгән[5].
Шул уҡ улустың аҫабалары 1770 йылдың 16 сентябрендә Нуғай даруғаһы Ҫарайлы-Мең улусы башҡорттарының 1753 йылда ҡылынған элекке керҙәшлеген законлаштыра. Улар араһында йөҙбашы Ғүмәр Биктимеров, Ғәли һәм Әбдей Биктимеровтар, Муса Бохаров, Ибраһим Уразмәтов, Мансур Мәҡсүтов бар. 1795 йылда 37 йортта 218 кеше йәшәгән, 1834 йылда - 355, 1859 йылда - 648, 1870 йылда - 707, 1920 йылда - 1603 башҡорт. Мишәрҙәрҙең (5 кеше) һәм украиндарҙың (7 кеше) берәр ғаиләһе булған. 1843 й. 355 башҡортҡа 464 бот ужым һәм 2496 бот яҙғы иген сәселә. 1917 йылда 274 йорттоң 2109 дисәтинә һөрөнтө ере булған, шул иҫәптән, 88-е - 4 дисәтинәгә тиклем, 101-е - 10 дисәтинәгә тиклем, 41-е - 15 дисәтинәгә тиклем, 34-е - 15-тән ашыу булған. Ауыл эргәһендә 4 тирмән эшләгән. Айыт ауылында 2 мәсет һәм улар ҡарамағында мәктәп булған.[6]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғилманов Әмир Зариф улы (24.10.1939), хәрби хеҙмәткәр, ғалим-социолог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1978—1993 йылдарҙа — Ҡазан Юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда‑инженерлыҡ училищеһеның ижтимағи фәндәр кафедраһы начальнигы. 1993 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Перспективалы иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгендә бүлек мөдире, 1995 йылдан — үҙәк директорының фән буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Философия фәндәре кандидаты (1977), социология фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1982)[7].
- Ғимаев Илдар Рәйес улы (14.02.1962—16.06.2008) — ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1997), юридик фәндәр докторы (2005). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002).
- Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы (6.05.1959), ғалим-терапевт, гематолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005)[8].
- Фәтих Кәрим (Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы) (9.01.1909—19.02.1945) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир.
- Ярлы Кәрим (Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы ) — (16 июнь 1901 йыл — 1937) — шағир, журналист, 1917—1919 йылдарҙағы милли хәрәкәт эшмәкәре.Фәтих Кәримдең бер туған ағаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 5,0 5,1 Әсфәндиәров Ә. З. Айыт (Бишбүләк районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.460 2020 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғилманов Әмир Зариф улы 2019 йыл 7 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Айыт (Бишбүләк районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
- Село Аитово Бижбулякского района Республики Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)