Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы

Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (25 ноябрь 1939 йыл) — уҡытыусы, комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2002—2010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. РСФСР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев (2009) ордендары кавалеры. Бөрйән районының почётлы гражданы.

Ғәбитов
Исмәғил Әхмәҙулла улы
Тыуған:

25 ноябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1981
Салауат Юлаев ордены

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов 1939 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының (бөгөн Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1961 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының[1] физика-математика факультетын, 1972 йылда агроном-экономист һөнәре буйынса ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтын[2] һәм 1977 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен (Мәскәү) тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1961 йыл — Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы.
  • 1961—1963 йылдар — ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының беренсе секретары.
  • 1963—1965 йылдар — Белорет колхоз-совхоз производство идаралығының ВЛКСМ комитеты секретары, ВЛКСМ-дың Белорет район комитетының беренсе секретары.
  • 1965—1969 йылдар — КПСС-тың Бөрйән район комитетының икенсе секретары.
  • 1969—1973 йылдар — Бөрйән районы Бөрйән совхозы директоры.
  • 1973—1975 йылдар — халыҡ депутаттарының Бөрйән район советы башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1975—1977 йылдар — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе (Мәскәү) тыңлаусыһы.
  • 1977—1982 йылдар — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, ойоштороу-партия бүлегенең мөдир урынбаҫары.
  • 1982—1987 йылдар — КПСС-тың Күгәрсен һәм Хәйбулла район комитеттарының беренсе секретары.
  • 1987—1989 йылдар — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары — Агросәнәғәт комитеты рәйесе.
  • 1989—1990 йылдар — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары — Агросәнәғәт берләшмәләре Союзының совет рәйесе.
  • 1990—1991 йылдар — Башҡорт АССР-ы Агросәнәғәт берләшмәләре Союзының совет рәйесе.
  • 1991—1995 йылдар — Башҡорт ССР-ының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры.
  • 1995—2000 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимәте етәксеһе.

Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Уның тураһында

үҙгәртергә

Башҡа мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
  • Яратҡан шөғөлдәре — музыка, саңғыла йөрөү, волейбол, шахмат, һыбай йөрөү, милли көрәш.
  • Өйләнгән. Ҡатыны — Тамара Зәйләғи ҡыҙы, һөнәре менән уҡытыусы. Ғәбитовтар өс ул тәрбиәләгән:
  1. Ғәбитов Азат Исмәғил улыӨфө дәүләт нефть техник университетының «Төҙөлөш ҡоролмалар» кафедраһы профессоры. Бөрйән районынан сыҡҡан беренсе техник фәндәр докторы, профессор, Кембридж университеты тарафынан 2005 йылда сығарылған китапта XXI быуаттың иң булдыҡлы ике мең интеллектуалы иҫәбенә индерелгән.
  2. Ғәбитов Илдар Исмәғил улы — техник фәндәр докторы, профессор, Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры.
  3. Ғәбитов Наил Исмәғил улы — медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә