Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы
Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы (25 ноябрь 1926 йыл—7 сентябрь 1995 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре кандидаты (1970), профессор (1993). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 25 ноябрь 1926 |
Тыуған урыны |
Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Собханғол, Өршәк ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, СССР |
Вафат булған көнө | 7 сентябрь 1995 (68 йәш) |
Һөнәр төрө | инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәЙәүҙәт Мансур улы Бикбаев 1926 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Собханғол ауылында тыуа[1].
1949 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлай[2]
1953 йылдан алып Өфө авиация техникумында уҡытыусы, 1958—1960 йылдарҙа Өфө электромеханика техникумы директоры урынбаҫары булып эшләй[2]
1971 йылдан Өфө авиация институтында эшләй: 1973 йылдан — киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректор. 1979 йылдан башлап Мәскәү технология институтының Өфө филиалында (2002 йылдан Өфө дәүләт сервис институты): филиал директоры вазифаһында була. Чернышевский урамында институттың яңы уҡыу-лаборатория корпусы күбеһенсә техник фәндәр кандидаты, доцент Йәүҙәт Мансур улы Бикбаевтың тырышлығына күрә төҙөлә[3]. Бер үк ваҡытта көнкүреш машиналары һәм аппараттары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 1985 йылдан алып машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире[1]. Тап ошо ваҡытта Мәскәү технология институтының Өфө филиалына Өфө авиация институтының бик күп уҡытыусылары эшкә күсә[3]
Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы 1995 йылдың 7 сентябрендә Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни хеҙмәттәре электрохимик аныҡ эшкәртеү, синтетик алмасты ҡулланыу һәм уның ярҙамында ҡырҡыусы инструменттарҙы үткерләү проблемаларына арналған. 20‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.(83437)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1986).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Бикбаев Явдат Мансурович(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 В УГАТУ готовятся документы для слияния с УГУЭС(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.