Заманов Хәләф Әбүзәр улы

Бөйөк Ватаны һуғышы һәм хеҙмәт ветераны.

Заманов Хәләф Әбүзәр улы (25.11.1918, БАССР-ҙың Бөрйән районы Байғазы ауылы — 17.11.1980, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы) —Бөйөк Ватаны һуғышы һәм хеҙмәт ветераны.

Заманов Хәләф Әбүзәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 25 ноябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Байғаҙы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 17 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Заманов Хәләф Әбүзәр улы 1918 йылда БАССР-ҙың Бөрйән районы Байғазы ауылында тыуған. Иҫке Собханғолда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1932—1933 йылдарҙа Ырымбур Башпедтехникумында уҡый.

Ауыр иҡтисади хәл арҡаһында 15 йәшендә бухгалтер, һуңынан Совет Армияһына саҡырылғанға тиклем Бөрйән районының район финанс бүлегендә участка инспекторы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1939 йылдың 14 сентябренән 1946 йылдың 15 июленә тиклем Совет Армияһы сафында була, Маньчжурияны азат итеү буйынса япон империалистарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.

Юғары Баш Командующийҙың 1945 йылдың 23 сентябрендәге бойороғо менән беренсе Алыҫ Көнсығыш фронты командованиеһының хәрби заданиеларын яҡшы үтәгәне өсөн уға «Рәхмәт Хаты» тапшырыла.

Япон илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 1945 йылдың 7 октябрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Бойороҡта былай тиелә: «Старшина Заманов Хәләф Әбүзәр Улы ике тапҡыр дивизия командирының корпус командиры менән сымлы бәйләнешен тергеҙеү буйынса тапҡырлыҡ һәм инициатива күрһәтә, әммә элемтә батальоны штабында писарь булып хеҙмәт итә. Икенсе тапҡыр элемтәне тергеҙеү ваҡытында ул линия буйлап бәйләнеште өҙөргә маташҡан ике япон һалдатын таба.

Старшина Заманов Хәләф Әбүзәр улы сиратлап автоматтан дошман һалдаттарын юҡ итә һәм шуның менән тайга һәм юлһыҙ шарттарҙа элемтәнең нормаль эшен тәьмин итә».

СССР Юғары Советы президиумының 28 апрель указы менән. 1946 йылда старшина Заманов Хәләф Әбүзәр улы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1946 йылдың 3 авгусынан 1951 йылдың 31 авгусына тиклем Бөрйән районының ВКП/б комитетының иҫәп бүлеге мөдире. 1951 йылдың 31 авгусында Бөрйән район Советының башҡарма комитетына бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.

1953 йылдың 1 авгусында Бөрйән районының ауыл хужалығы идаралығында кадрҙар буйынса инспектор булып эш башлай, ләкин ауыл хужалыҡ идаралығы бөтөрөлөү сәбөпле, 1953 йылдың 30 декабрендә Райпландың өлкән экономисы итеп тәғәйенләнә.

1956 йылдың 1 авгусынан Райплан рәйесе. 1959 йылдың1 декабрннән 1960 йылдың 21 ноябренә тиклем Бөрйән промкомбинатында технорук, 1960 йылдың 25 ноябренән «Еңеү юлы» гәзите редакцияһының әҙәби хеҙмәткәре. Редакция бөтөрөлөү сәбәпле, эшенән бушатыла һәм Бөрйән урман сәнәғәте хужалығында нормировщик, артабан плановик булып эшләй.

1965 йылдың 3 декабренән Бөрйән районының КПСС комитетының секретаренең ярҙамсыһы вазифаһын башҡара. 1971 йылдың 1 ғинуарында дөйөм бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә һәм пенсияға сыҡҡансы шул вазифаһында ҡала.

Наградалары үҙгәртергә

  • Юғары Баш Командующийҙың 1945 йылдың 26 сентябрендәге Рәхмәт Хаты (Юғары Баш Командующий Советтар Союзы Генералиссимусы И. В. Сталиндың 23.08.1945 йылдан № 273 приказы)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (Приказ подразделения №: 22/н от: 10.09.1945 Издан: 39 сд 1 А 1 Дальневосточного фронта)
  • «Японияны еңгән өсөн» миҙалы (СССР Юғары Советы президиумының 28.04.1946 йылдағы указы менән)

Һылтанмалар үҙгәртергә

ЗАМАНОВ Халяф Абузарович

Документы о награждении