Төп менюны асырға

Кучкин Андрей Павлович

совет тарихсыһы

Кучкин Андрей Павлович (25 ноябрь 1888 йыл — 30 март 1973 йыл) — совет тарихсыһы. Тарих фәндәре докторы һәм профессор (1951). Революция хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1912 йылдан РСДРП ағзаһы.

Кучкин Андрей Павлович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы[1]
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union (dark version).svg СССР
Тыуған көнө 25 ноябрь (7 декабрь) 1888[1]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Белорет[1]
Вафат булған көнө 30 март 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө тарихсы
Эш биреүсе Институт марксизма-ленинизма[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ленин ордены
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

БиографияһыҮҙгәртергә

Андрей Павлович Кучкин 1888 йылдың 25 ноябрендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы ҡасабаһында[2] тыуған. Совет власы өсөн көрәштә һәм граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша.

1907-1916 йылдарҙа Белорет, Өфө, Вятка ҡалаларында йәшерен революцион эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә. Бер нисә тапҡыр төрмәгә эләгә, һөргөнгә ебәрелә.

1917 йылда буржуаз-демократик революциянан һуң РСДРП(б)-ның Вятка ҡала комитетын һәм Вятка эшсе һәм һалдат депутаттары Советы башҡарма комитетын ойоштороусыларҙың береһе.

«История Великой Отечественной войны» күп томлыҡ ғилми хеҙмәттең редакцион комиссияһы ағзаһы. Фәнни тикшеренеүҙәре шулай уҡ КПСС тарихына, Көньяҡ Уралда РСДРП‑ның урындағы ойошмалары эшмәкәрлегенә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән махсус урта һәм юғары уҡыу йорттары өсөн КПСС тарихы буйынса дәреслектәр авторы.

Улы Владимир (1933 йыл тыуған) — тарихсы, ҡыҙы Ольга (1936 йыл тыуған). — яҙыусы, журналист.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Башҡорт энциклопедияһыБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы
  3. Қазақ Совет Энциклопедиясы.1975. Том 6

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә