Баймырҙина Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы
Баймырҙина Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы (25 ноябрь 1916 йыл — декабрь 1972 йыл) — педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963).
Баймырҙина Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 25 ноябрь 1916 |
Тыуған урыны | Нуғайбәк (Требиятский), Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | декабрь 1972 (56 йәш) |
Вафат булған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГөлнур Рәхмәт ҡыҙы Баймырҙина — 1916 йылдың 25 ноябрендә алтын сәнәғәтсеһе Рәмиевтың хәҙерге Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районында урынлашҡан 8-се руднигында руда сығарыусы ғаиләһендә тыуған. Темәс ауылы мәктәбендә етенсе синыфты тамамлай, унан һуң Өфөләге үҫемлектәрҙе һаҡлау техникумына уҡырға инә. Техникум бер йылдан Дәүләкәнгә күсеп китә, Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы Темәскә ҡайта һәм педагогия училищеһына уҡырға инә[1].
1935—1937 йылдарҙа Баймаҡ районы Үҙәнбаш мәктәбенең мөдире һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы. Бында ул балалар менән эш тәжрибәһе туплай, бер үк ваҡытта ололар менән наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәшә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Уға күренекле башҡорт яҙыусылары Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар менән тығыҙ аралашып эшләргә тура килә.[1]
1937—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишбирҙе руднигында ете йыллыҡ мәктәп уҡытыусыһы.
1952—1953 йылдарҙа — Сибай ҡалаһының 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
1953—1978 йылдарҙа — Сибай ҡалаһының 5-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
1972 йылда вафат була, Сибай ҡалаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1950)