Арлан нефть ятҡылығы

Арлан нефть ятҡылығы — Волга-Урал нефть-газ сығарыу провинцияһы сиктәрендә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, нефть запасы буйынса иң ҙур сығанаҡ.

Арлан нефть ятҡылығы
55°56′37″ с. ш. 54°07′29″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
НедропользовательБашнефть 
Тарихы
Асылған йылы1955 йыл 
Рәсәй
Красная точка
Арлан нефть ятҡылығы
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Арлан нефть ятҡылығы

Республиканың Краснокама, Ҡалтасы, Дүртөйлө һәм Илеш райондары һәм өлөшләтә Удмурт Республикаһы территорияһында урынлашҡан. Үҙ эсенә Арлан, Яңы Хажи, Николо-Березовка һәм Вятск майҙандарын ала.

1955 йылдың 25 ноябрендә ноябрендә асыла, 1958 йылда эшкәртелә башлай. 2010 йылға ятҡылыҡтан 500 млн тонна нефть сығарыла, 9,8 мең скважина быраулана. Иң беренсе скважина булып мастер Сәхәпов етәкселегендә Әшит ауылынан йыраҡ булмаған (Нефтекама ҡалаһынан 15 км) 3-сө скважина һанала.

Әшит ауылы эргәһендә 3-сө скважинаға ҡуйылған монумент
Арлан ятҡылығында К-114-се өлгөлө-күргәҙмә куст

Геология

үҙгәртергә

Оҙонлоғо — 100, киңлеге 25 километрға тиклем етә. Төп запастары (башланғыс запастарҙың 75 проценты) түбәнге карбондың терригон ҡомло ҡатламында, 1400—1450 метр тәрәнләгендә тупланған.

Башланғыс нефть запастары 1,2 млрд тонна тип баһалана.[сығанаҡ 3747  көн күрһәтелмәгән]

Эшкәртеү технологияһы

үҙгәртергә

Арлан нефть ятҡылығында Рәсәйҙә беренсе тапҡыр йәбешкәк нефтте ҡатламдарҙан алыу өсөн һыу ебәреү ҡулланыла башлай. Нефть сығарыусы скважиналарҙың эше механизацияланған. Барлығы яҡынса 8 мең скважина бар. Сығарылған нефттең 93 процентын һыу алып тора. Ятҡылыҡтан йылына 12 млн тонна нефть сығарылған ваҡыттар ҙа була. [сығанағы түгел күрһәтелгән 789 көн]

Нефттең характеристикаһы

үҙгәртергә

Тығыҙ (840—894 кг/м3), йәбешкәк (30 мПа×с), көкөрт күләме ҙур (3 процентҡа тиклем), түбән газлы (1 тонна нефткә 18 м3 газ тура килә).

«Арланнефть», «Саҡмағошнефть» Нефть-газ сығарыу идаралыҡтары, «Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте, «Белкамнефть» 1-се Нефть-газ сығарыу идаралығы асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. Уфа. изд. Башкирская энциклопедия, 2013.
  • Геологическое строение и разработка Арланского нефтяного месторождения. Уфа. 1997.

Һылтанмалар

үҙгәртергә