Альфред Нобель

швед химигы, инженер, уйлап табыусы, эшҡыуар һәм филантроп.

Альфред Бернхард Нобель (швед. Alfred Bernhard Nobel ; 21 октябрь 1833 йыл, Стокгольм, Швеция һәм Норвегия унияһы — 10 декабрь 1896 йыл, Сан-Ремо, Италия Короллеге) — швед химигы, инженер, уйлап табыусы, эшҡыуар һәм филантроп.

Альфред Нобель
швед. Alfred Nobel
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Alfred Bernhard Nobel
Тыуған көнө 21 октябрь 1833({{padleft:1833|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны приход Святых Якова и Иоанна[d], Стокгольм[4]
Вафат булған көнө 10 декабрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[6][7][5][…] (63 йәш)
Вафат булған урыны Сан-Ремо[d], Италия[3][8]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе внутримозговое кровоизлияние[d]
Ерләнгән урыны Северное кладбище[d][9][10][11]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Эммануэль Нобель[d][4]
Әсәһе Каролина Андриетта Альсель[d][4]
Бер туғандары Нобель, Людвиг Эммануилович[d][6], Роберт Нобель[d][6] һәм Эмиль Оскар Нобель[d]
Нәҫеле Нобели[d]
Туған тел швед теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө химик, промышленник, филантроп, фотограф, weapons manufacturer, инженер, ғалим
Эшмәкәрлек төрө химик[d], инженер[d] һәм уйлап табыусы[d]
Кемдә уҡыған Пелуз, Теофиль-Жюль[d]
Әүҙемлек урыны Швеция, Италия һәм Севран[d][12]
Архивы хранятся в Государственный архив Швеции[d][13]
Ойошма ағзаһы Швеция король фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Alfred Nobel
 Альфред Нобель Викимилектә

Динамитты[14][15] уйлап табыусы булараҡ билдәле Нобелдең Бофорс тигән компанияһы була, ул уны металлургиянан химия һәм туп производствоһына үҙгәртә. Нобелдең 355 патенты була, динамит — иң билдәлеһе. Үҙе тураһында иҫән сағында яҙылған некрологты уҡып, унда ҡорал һатып байыуы тураһында битәр һүҙҙәрен күргәс, ул бөтә байлығын физика, химия, медицина, әҙәбиәт өлкәләрендәге мөһим ҡаҙаныштар һәм тыныслыҡты һаҡлауға индергән өлөш өсөн тапшырыласаҡ Нобель премияларын[16][17] булдырыу өсөн тотонорға ҡушып васыят яҙа.

Биография

үҙгәртергә
 
Альфред Нобель йәш сағында

Альфред Нобель Стокгольмда1833 йылдың 21 октябрендә уйлап табыусы һәм инженер Эммануэль кесе Нобель (1801—1872) менән Андриетта Нобель (1805—1889) ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә бөтәһе һигеҙ бала үҫә, Альфред өсөнсө ул була. Ғаилә фәҡир йәшәй һәм Альфредтан тыш тик Роберт, Людвиг һәм Эмиль генә иҫән ҡала[18][19]. Атаһы яҡлап Альфред Нобель швед ғалимы Улоф Рудбек (1630—1702) нәҫеленә ҡарай[20], үҙ сиратында малай ҙа техника, айырыуса шартлатҡыс менән ҡыҙыҡһына, бәләкәй сағында уҡ атаһынан уның эш итеү принциптарын өйрәнә. Альфред Нобелдең атаһы Стокгольмдағы Король технологияһы институтын тамамлаған була һәм технологиялар менән ҡыҙыҡһына[21].

Бизнеста осраған уңышһыҙлыҡтарынын һуң 1837 йылда Эммануэль Санкт-Петербургҡа күсә һәм станоктар, шартлатҡыс матдәләр етештереүҙә уңышҡа өлгәшә. Ул хәҙерге фанераны уйлап таба, шунан торпеда өҫтөндә эшләй башлай[22]. 1842 йылда уның янына ғаиләһе лә күсеп килә. Хәлләнгән ата-әсәһе Нобелгә уҡытыусылар яллай ала, малай яҡшы уҡый, бигерәк тә химияға һәм телдәргә һәләтле була, инглиз, француз, немец һәм рус телдәрендә иркен һөйләшергә өйрәнәҠалып:R. 1841—1842 йылдарҙа 18 ай буйы Нобель ғүмерендәге берҙән-бер мәктәпкә — Иаков исемендәге Апологик мәктәпкә уҡырға йөрөй.

1849 йылда, Нобелдәрҙең Петербургта йәшәүенә ете йыл тулғас, ғаилә башлығы рус химигы Николай Николаевич Зинин тәҡдиме буйынса Альфредты Европаға һәм Америкаға уҡырға ебәрә. Киләһе йылдың яҙында ун алты йәшлек Альфред Нобель Петербургтан китә. Ул Данияла, Германияла, Италияла, Францияла һәм Америкала була. Парижда ул 1847 йылда нитроглицеринды асҡан Асканио Собреро менән осраша. Собреро нитроглицерин ҡулланыуға ҡырҡа ҡаршы сыға, сөнки был матдә йылылыҡ һәм баҫым тәьҫиренән көтмәгәндә шартлаусан була. Әммә Нобель коммерция йәһәтенән файҙалы шартлаусан матдә итеп ҡулланыр өсөн нитроглицеринды буйһондороу һәм файҙаланыу ысулын эҙләй башлай, сөнки ул дарыға ҡарағанда күпкә ҡеүәле була. 18 йәшендә ул химияны өйрәнеү маҡсаты менән бер йылға Ҡушма Штаттарға китә[23]. Унда уйлап табыусы Джон Эрикссонда бер аҙ эшләй. Эрикссон АҠШ-тағы граждандар һуғышы ваҡытында USS Monitor броненосецын уйлап тапҡан була. 1857 йылда Нобель беренсе патентын теркәтеүгә ғариза бирә, был газ счётчигына инглиз патенты була, ә 1863 йылда алған тәүге швед патенты «дары әҙерләү ысулдары» буйынса булаҠалып:R[24].

Рәсәйгә ҡайтҡас, Нобель рус армияһының хәрби заказдарын үтәгән ғаилә фабрикаларының эше менән булыша. 1853 йылда башланған Ҡырым һуғышы (1853—1856) Нобель компанияһына ҙур табыш килтерә. Әммә хәрби хәрәкәттәр туҡталғас, завод ғәҙәти етештереүҙе тергеҙә алмай, һәм Нобелдәр банкротлыҡ иғлан итәҠалып:R. 1859 йылда Нобелдең атаһы заводын улы Людвиг ҡарамағына тапшыра. Ул бизнесты һиҙелерлек яҡшырта. Нобель һәм уның ата-әсәһе Рәсәйҙән Швецияға ҡайтып китә, Альфред иһә үҙен шартлаусы матдәләрҙе өйрәнеүгә, айырыуса нитроглицеринды хәүефһеҙ етештереү һәм файҙаланыуға бағышлай. 1863 йылда Нобель детонатор уйлап табаҠалып:R.

1864 йылдың 3 сентябрендә Стокгольм эгәһендәге Хеленеборгта нитроглицерин әҙерләү урыны булған һарай шартлай. Фажиғә һөҙөмтәһендә биш кеше, шул иҫәптән Альфредтың ҡустыһы Эмиль һәләк була. Был һәләкәткә лә, вағыраҡ аварияларға ла иғтибар итмәгән Нобель үҙе эшләгән шартлаусы матдәләрҙең тотороҡлолоғон яҡшыртыу йүнәлешендәге эшен дауам итә һәм заводтар төҙөй. 1867 йылда Нобель нитроглицерин менән уны һеңдереүгә һәләтле матдәләр ҡатнашмаһы булған динамитҡа патент ала. Асышын рекламалап, ул, яңы шартлаусан матдәнең нисек эшләүен күрһәтеп, асыҡ лекциялар уҡый. Һөҙөмтәлә Нобелдең табышы торған һайын ҙурыраҡ иғтибар йәлеп итә бара. Динамит АҠШ-та һәм Бөйөк Британияла патентлана һәм тау ҡаҙылмаларын сығарыу сәнәғәтендә, халыҡ-ара кимәлдәге транспорт селтәрҙәре төҙөлөшөндә киң файҙаланылаҠалып:R. 1875 йылда Нобель динамиттан ҡеүәтлерәк шартлаусан ҡойҡа уйлап таба, ә 1887 йылда кордиттың элгәре булған баллиститты патентлайҠалып:R.

1888 йылда репортёрҙар, Альфредты Каннда мәрхүм булған ағаһы Людвиг менән бутап, гәзиттәрҙә хата некролог баҫтыра. Был Альфредҡа шаңҡытҡыс тәьҫир яһай. Уның тураһында «ҡанда байыған миллионер», «шартлаусан үлем менән сауҙа итеүсе», «динамит короле» тип яҙыла башлағас, ул кешелек хәтерендә «донъя күләмендәге вәхши» булып ҡалмау сараһын табырға була.

Нобель 1884 йылда Швеция Король Фәндәр академияһының ағзаһы итеп һайлана, ә 1893 йылда Упсалль университетында почётлы докторлыҡ дәрәжәһен ала.

Динамит, башҡа шартлағыс матдәләр эшләүҙән һәм ағай-энеһе Людвиг һәм Роберт менән Баҡының нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә индергән өлөшөнән («Бранобель» ширҡәте) Альфред Нобель ҙур ғына байлыҡ туплай. Үҙ ғүмерендә Нобель халыҡ-ара кимәлдәге 355 патентҡа эйә була, һәм вафатынан һуң уның бизнесында ҡорал етештереүсе 90 завод асыла, шулай итеп, уның пацифизмға өмөтө аҡланмай[25]Ҡалып:R.

1889 йылда ул Бөтә донъя тыныслыҡ конгресында ҡатнаша.

 
Альфред Нобелдең вафатынан һуң яһалған битлеге уның Карлскугтағы резиденцияһында, Швеция.

Баллиститты Италияға һатҡаны өсөн «Францияға дәүләт хыянатында» ғәйепләнгән Нобель 1891 йылда Париждан Сан-Ремоға күсә[26][27]. 1896 йылдың 10 декабрендә Альфред Нобель үҙенең виллаһында мейеһенә ҡан һауыуҙан вафат була. Уға 63 йәш була[28]. Стокгольмдағы Норра бегравнингсплатсен зыяратында ерләнгән. Ғаиләһенә, дуҫтарына, хеҙмәттәштәренә белдереп тормайынса ул байлығының ҙур өлөшөн ышаныҡлы идаралыҡта ҡалдыра һәм Нобель премияһы булараҡ билдәлелек алған наградаларҙы финанслауға тотонорға васыят итә.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Нобель хеҙмәт эшмәкәрлеге буйынса Европа һәм Төньяҡ Америка буйлап күп сәйәхәт итә, ә даими торлағы 1873 йылдан 1891 йылға тиклем Парижда була[29]. Ул йыш депрессия кисерә[19]. Нобель бер ҡасан да өйләнмәһә лә, биографтары билдәләүенсә, уның өс ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәттәре булыуы тураһында яҙа. Нобелдең беренсе мөхәббәте Александра исемле мәрйә була, ул егеттең тәҡдимен кире ҡаға. 1876 йылда Австро-Богемия фрайфрауы Берта Кински Нобелдең секретары була, әммә бер аҙҙан элгәрге һөйәре барон Артур Гундаккар фон Зутнерға кейәүгә барыу өсөн унан китә. Нобель менән шәхси бәйләнеше ҡыҫҡа ваҡытлы булһа ла, уның вафатына тиклем хатлашып торалар. Уның Нобель премиялары иҫәбенә тыныслыҡ өсөн премияны ла индереүенә Бертаның йоғонтоһо ҙур булған тип иҫәпләнә. Берта фон Зутнер үҙенең эшмәкәрлеге өсөн 1905 йылда тыныслыҡ өсөн Нобель премияһына лайыҡ була. Альфредтың иң оҙайлы өсөнсө мөнәсәбәттәре Венанан Софи Хесс менән була, ул уның менән 1876 йылда осраша. Был бәйләнеш 18 йыл дауам итә.

Формаль урта һәм юғары белеме булмаһа ла, Нобель алты тел — швед, француз, рус, инглиз, немец һәм итальян телдәрен белә. Альфред Нобелдең драматург сифатындағы эшмәкәрлеге — уның биографияһындағы киң билдәле булмаған факттарҙың береһе[30]. Уның «Немезида» тигән берҙән-бер пьесаһы, Беатриче Ченчи тураһындағы дүрт пәрҙәле трагедия, вафатынан саҡ ҡына алдараҡ баҫылып сыға. Парижда 1896 йылда нәшер ителгән бөтә тираж, өс данаһынан башҡа, ул үлгәс тә тулыһынса юҡ ителә, сөнки пьеса ғауғалы һәм алланы хурлаусы тип табыла. Һаҡланып ҡалған беренсе баҫмаһы (ике телдә — швед телендә һәм эсперантола) Швецияла 2003 йылда нәшер ителә, 2005 йылда Стокгольмда ғалимдың вафаты көнөндә спектаклдең премьераһы була.

Ҡоралға мөнәсәбәте

үҙгәртергә

Ғүмере буйына Нобель пацифистик идеялар тарата[31]. Башҡа ҡайһы бер уйлап табыусылар кеүек (мәҫәлән, беренсе пулемётты уйлап тапҡан Ричард Гатлинг), ул, дошманлашҡан яҡтарҙың һәр береһендә бер-береһен тиҙ генә юҡ итә торған ҡорал булһа, улар еңә алмаҫын аңлар һәм һуғыш башларға йөрьәт итмәҫ, тип уйлай.

Уйлап табыуҙары

үҙгәртергә

Нобель яһаған асыш буйынса, инерт субстанция, мәҫәлән, диатомлы тупраҡ (йәғни диатомит, кизельгур) составындағы нитроглицерин хәүефһеҙерәккә һәм файҙаланыу өсөн уңайлыға әйләнә. Был ҡатнашманы ул 1867 йылда динамит тигән атама аҫтында патентлай.

Шартлағыс ҡойҡа

үҙгәртергә

Шунан ул нитроглицеринды икенсе бер шартлағыс матдә булған коллодий менән ҡуша һәм желе һымаҡ үтә күренеүсән матдә ала, был матдә тағы ла нығыраҡ шартлаусан була. Шартлаусан ҡойҡа тип аталған был матдә 1876 йылда патентлана.

Баллистит һәм кордит

үҙгәртергә

Тағы бер нисә йылдан Нобель тәүге төтөнһөҙ дарыларҙың береһе булған баллиститты уйлап таба. Һуңғы варианттарында ул бер тигеҙ өлөштәге дары менән нитроглицериндан тора. Был онтаҡ кордиттың элгәре була. Ә Нобелдең был патентына кордит та инеүе тураһында белдереүе уның менән Британия хөкүмәте араһында 1894 һәм 1895 йылдарҙа судта ҡаралыуына сәбәп була.

Кордит шулай уҡ нитроглицерин менән дарынан тора.

Нобель премияһы

үҙгәртергә

1895 йылдың 27 ноябрендә Парижда Швед-норвег клубында Нобель васыятына ҡул ҡуя. Был васыятҡа ярашлы, уның милкенең ҙур өлөшө — 31 миллион самаһы швед кронаһы — физика, химия, физиология һәм медицина, әҙәбиәт өлкәһендә һәм тыныслыҡты һаҡлауға индергән өлөш өсөн бирелә торған Нобель премияларын булдырыуға китә. Васыятта была тиелә[32]:

Мин, түбәндә ҡул ҡуйған Альфред Бернхард Нобель, уйлап һәм ҡарар итеп, ошонда үҙем эшләп алған мөлкәтем буйынса васыятымды белдерәм… Васыятымды башҡарыусылар, фонд ойоштороп, минең капиталымды ҡиммәтле ҡағыҙҙарға күсерергә тейеш, уның проценттары премия рәүешендә үткән йыл эсендә кешелеккә иң ҙур файҙа килтергән кешеләргә бирелергә тейеш.

Был проценттарҙы биш тигеҙ өлөшкә бүлеү фарыз, улар шулай тәғәйенләнә: беренсе өлөшө — физика өлкәһендә айырата мөһим асыш йә уйлап табыу яһаусыға, икенсеһе — химия өлкәһендә, өсөнсөһө — физиология йәки медицина өлкәһендә, дүртенсеһе — кешелек идеалдарын сағылдырған айырыуса әһәмиәтле әҙәби әҫәр ижад итеүсегә, бишенсеһе — халыҡтарҙы туплауға, ҡоллоҡто бөтөрөүгә, булған армияларҙың һанын кәметеүгә һәм тыныс килешеүҙәргә булышлыҡ күрһәтеүгә тос өлөш индереүселәргә.

…Айырым бер теләгем шунан ғибәрәт: премиялар тапшырыуға кандидаттың милләте йоғонто яһамаһын, премияны, скандинавмы ул, түгелме, быға бәйһеҙ лайыҡлылар алһын.

  • Атом номеры 102 булған нобелий синтезланған химик элементы Нобель исеме менән аталған;
  • 1970 йылд Халыҡ-ара астрономия берлеге Альфред Нобель исемен Айҙың артҡы яғындағы кратерға бирә;
  • 1991 йылдың 21 октябрендә Швеция Нобель фонды инициативаһы буйынса Халыҡ-ара фән тарихы фонды аҡсаһына Петроградтағы яр буйында (Петроградская набережная) Нахимов училищеһы тирәһендә Альфред Нобелдең бронза монументы асыла[33];
  • А. Нобель хөрмәтенә Ҡырым астрофизика обсерваторияһында 1983 йылдың 4 авгусында астроном Людмила Карачкина асҡан Нобель астероиды (6032) аталған[34];
  • Днепропетровск университетына Нобель исеме бирелгән[35];
  • Стокгольмдағы Нобель физика-химия институтына Нобель исеме бирелгән[36]Ҡалып:Не АИ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118588370 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Lundström R. Alfred B Nobel — Б. 97.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Jakob och Johannes kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/SSA/0008/C I a/21 (1828-1844), bildid: C0054707_00124 — Б. 174.
  5. 5,0 5,1 Alfred Nobel // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. 6,0 6,1 6,2 Alfred B Nobel (швед.) — 1917.
  7. Alfred Nobel 1833-1896Established the Nobel Prizes "for the Greatest Benefit to Mankind"
  8. Alfred Nobel Timeline (ингл.)Nobel Foundation.
  9. Nobel, ALFRED BERNHARD // https://web.archive.org/web/20200612034806/http://www.svenskagravar.se/gravsatt/45613868Svenskagravar.se.
  10. Sten nr 66 – Alfred NobelNorra begravningsplatsen.se.
  11. NOBEL ALFRED NOBEL★ 21/10 1833 ✝ 10/12 1896 // (unspecified title)
  12. https://actu.fr/ile-de-france/sevran_93071/alfred-nobel-inventeur-de-la-dynamite-testait-ses-explosifs-a-sevran_42203389.html
  13. Alfred Nobels arkiv och Alfred Nobels sterbhus arkiv
  14. Britannica: Alfred Bernhard Nobel
  15. Alfred Nobel — His Life and Work
  16. Alfred Nobel's Fortune. The Norwegian Nobel Committee. Дата обращения: 26 февраль 2016. 2017 йыл 6 ғинуар архивланған.
  17. Alfred Nobel's Will. The Norwegian Nobel Committee. Дата обращения: 26 февраль 2016. 2016 йыл 31 декабрь архивланған.
  18. 41 выпуск журнала 100 человек, которые изменили ход истории, De Agostini
  19. 19,0 19,1 Alfred Nobel. Britannica.com (19 март 2012). Дата обращения: 26 ғинуар 2014.
  20. Schück, Henrik, Ragnar Sohlman, Anders Österling, Carl Gustaf Bernhard, the Nobel Foundation and Wilhelm Odelberg, eds. Nobel: The Man and His Prizes. 1950. 3rd ed. Coordinating Ed., Wilhelm Odelberg. New York: American Elsevier Publishing Company, Inc., 1972, p. 14. ISBN 0-444-00117-4, ISBN 978-0-444-00117-7. (Originally published in Swedish as Nobelprisen 50 år: forskare, diktare, fredskämpar.)
  21. http://www.svantelindqvist.com/anobel_inventor.pdf 2020 йыл 10 ғинуар архивланған.
  22. The Man Who Made It Happen — Alfred Nobel. 3833. Дата обращения: 3 май 2012.
  23. https://sok.riksarkivet.se/Sbl/Presentation.aspx?id=8143
  24. Carlisle, Rodney (2004). Scientific American Inventions and Discoveries, p. 256. John Wiley & Songs, Inc., New Jersey. ISBN 0-471-24410-4.
  25. Alfred Nobel (1833–1896). BBC. Дата обращения: 6 декабрь 2015.
  26. Alfred Nobel's House in Paris. Nobel Media AB.
  27. Alfred Nobel's Final Years in Sanremo.
  28. Sohlman, Ragnar. . — 1983. — P. 13.
  29. Encyclopedia of Modern Europe: Europe 1789—1914: Encyclopedia of the Age of Industry and Empire, «Alfred Nobel», 2006 Thomson Gale.
  30. Радио Культура 2012 йыл 30 ғинуар архивланған.
  31. АЛЬФРЕД НОБЕЛЬ — САМЫЙ БОГАТЫЙ «БРОДЯГА» ЕВРОПЫ 2010 йыл 22 ноябрь архивланған.
  32. 27 ноября 1895 года Альфред Нобель подписал своё знаменитое завещание. Научная Россия. Дата обращения: 23 ноябрь 2014. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  33. Памятник Альфреду Нобелю. Дата обращения: 21 октябрь 2013.(рус.). 21 октябрь 2013 тикшерелгән.
  34. Ҡалып:IAU(англ.)
  35. Днепропетровский университет имени Альфреда Нобеля 2012 йыл 16 март архивланған.
  36. Кафедра физхимии РГУ:НОБЕЛЬ (Nobel), Альфред Бернхард 2013 йыл 30 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Alfred Nobel Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында. (инг.)