Олонхо (саха Олоҥхо) — саха халҡының героик эпосы.

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы

10 000—20 000 (һәм унан да күберәк) шиғыр юлынан торған олонхо риүәйәтсе һәм сәсәндәр тарафынан һөйләнә. 2005 йылда ЮНЕСКО олонхоны «кешелектең материаль булмаған мираҫы һәм телдән һөйләнгән матур әҫәре» тип иғлан итте.

Иң оҙон олонхо ете төн буйы һөйләнә. Киң билдәле олонхо саха «Дьурулуйар Ньургун Боотур». (lang-en|«Nyurgun Bootur the Swift») 36 000 шиғыр юлынан тора.

Олонхо — төрки халыҡтарҙың иң боронғо эпостарының береһе, саха халҡының эпик традицияларын берләштергән эпостарҙың төп эпосы. Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Алыҫ Көнсығыштағы Саха Республикаһында был сәнғәт тергеҙелә.

Йырсы һәм хикәйәсе тарафынан һөйләнгән поэтик хикәйә ике өлөштән тора: эпостың йырланған өлөшө, цитаталарҙан торған проза менен алышына.

Һөйләүсе йомарт телле һәм импровизация оҫтаһы булырға тейеш. Эпопея боронғо һуғышсылар, аллалар, рух һәм хайуандар тураһында легендалар һөйләй, әммә хәҙерге заманға күсмә тормош тарҡалыуы тураһында мөрәжәғәт итә.

Һәр замандың бай репертуарлы сәсәндәре булғанға күрә, Олонхоның күп төрлө варианттары осрай. Йола ғаиләлә күңел асыу һәм белем биреү сараһы буларак таралған. Сәйәси тотораҡһоҙлоҡ ваҡытында, ауыр климатик һәм географик шарттарҙа йәшәү өсөн көрәшкән бәләкәй халыҡтың йәшәү рәүешенең танытмаһы булып саха халҡынын дини ҡарашын сағылдыра.

XX быуаттағы үҙгәртеп ҡороуҙар Саха Республикаһындағы эпик йолаларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. Шулай ҙа, өйрәнеүселәр аҙ булыуға ҡарамастан, үҙгәртеп ҡороу йылдарында Олонхоға ҡыҙыҡһыныу артты.

Олонхо һәм яҡут фольклорын өйрәнеүселәр

үҙгәртергә

Рәсем сәнғәтендә Олонхо

үҙгәртергә

Рәссамдар ижадында олонхо халыҡ фольлоры һәм әкиәт образдары менен берлешә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Нимнгакан

Олонхо тураһында уҡығыҙ

үҙгәртергә
  1. [https://sci.e.nlrs.ru/open/73737?ysclid=ldt3kk7th6943684475 Вклад женщин-ученых в этнографическое изучение якутов Contribution of Female Scholars to the Ethnographic Study of the Sakha People Саввинова Гульнара Егоровна]