Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы
Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы (10 март 1932 йыл — 6 февраль 2019 йыл) — яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Стәрлетамаҡ районының Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялары лауреаты.
Кәбир Аҡбашев | |||
Исеме: |
Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы | ||
---|---|---|---|
Тыуған көнө: | |||
Тыуған урыны: | |||
Вафат булған көнө: | |||
Вафат булған урыны: |
Стәрлетамаҡ ҡалаһы | ||
Гражданлығы: | |||
Эшмәкәрлеге: | |||
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000) | ||
Биографияһы
үҙгәртергәКәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашев 1932 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ы Красноусол р‑ны[1] Яңы Заһит (Биҙәүләт) ауылында тыуған.
Күрше Сәйетбаба ауылындағы урта мәктәпте, 1970 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын колхозда башлай, унан һуң Ғафури районы Яугилде мәктәбендә уҡытыусы була. Совет Армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, «Коммунизм байрағы» район гәзитенә тәржемәсе булып эшкә урынлаша. 1963—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Знамя коммунизма» гәзитендә баш мөхәрир урынбаҫары, ҡала радиокомитеты директоры булып эшләй.
1977 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында ижади командировкала була, шул ваҡытта экология темаһына драма әҫәрҙәре ижад итә. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты.
Кәбир Аҡбашев 2019 йылдың 6 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат булды[2].
Китаптары
үҙгәртергә- Йәшә, ҡояшҡай!: Шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
- Илама, Бөркөтөм минең: Драма. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987.
- Төнгө тауыштар: Повестар һәм хикәйәләр. Өфө: Китап, 1996.
- Драмалар һәм комедиялар. Өфө: Китап, 2002.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000)
- Ғәли Ибраһимов исемендәге премия (1998)
- Жәлил Кейекбаев исемендәге премия
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ғаилә календары. 2012 йыл. — Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2011. — ISBN 978-5-295-05271-2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының [[Ғафури районы]][[Категория:Ғафури районы тыуғандар]]
- ↑ Ушел из жизни башкирский писатель и журналист Кабир Акбашев. ИА «Башинформ», 2019, 6 февраля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 март 2022)
- Владимир Романов. Не изменяя выбранному пути (К 80-летию писателя и драматурга Кабира Акбашева).// ИА «Башинформ». (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
- Аниса Абдуллина. Кабир Акбашев: «Осень рисует щедрою кистью жизни моей кружева».// ИА «Башинформ». (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)