Ҡурай (телеканал)
Башҡорт музыкаль телеканалы
Ҡурай — беренсе башҡорт музыкаль телеканалы. Беренсе исеме «БСТ+». «Ҡурай» исеме «Йәшлек» гәзитендә иғлан ителгән конкурс аша халыҡ тәҡдиме менән һайлана. Бөгөнгө көндә канал директоры Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы.
Канал тураһындаҮҙгәртергә
Телеканал 2009 йылдың октябрь айында «БСТ+» исеме менән тест режимында эшләй. Шул уҡ йылдың декабрь айынан «Ҡурай» исеме менән эфирға сыға башлай.
- Каналдың төп йүнәлеше: музыка, күңел асыу.
- Тапшырыуҙар башҡорт телендә алып барыла.
- INTELSAT 15 спутнигынан тапшырыла.
- Эш режимы: тәүлек әйләнәһенә.
- Ҡаплау зонаһы: Калинингдартан Көньяҡ Сахалинға тиклем.
МаҡсатыҮҙгәртергә
Канал башҡорт халҡының музыкаль мираҫын пропагандалау, милли-мәҙәни гөрөф-ғәҙәте һәм сәнғәте менән таныштырыу, хәҙерге башҡорт мәҙәниәте үҫешенә булышлыҡ итеү, ватандың музыка баҙары үҫешенә булышлыҡ итеү өсөн ойошторолған.
Каналдың сайтыҮҙгәртергә
Имеется версия статьи на русском языке: Проект:Двуязычность/ Курай (телеканал). |