Хәсәнов Нәжметдин Танһыҡҡужа улы

ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Ватан һуғышы ордены, "Батырлыҡ өсөн", "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалдары кавалеры

Хәсәнов Нәжметдин Танһыҡҡужа улы (рус. Хасанов Нажметдин Тансыккужаевич; 10 март 1925 йыл — 8 март 2013 йыл) — ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» һәм башҡа миҙалдар кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәнит хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[1][2].

Хәсәнов Нәжметдин Танһыҡҡужа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Мәзит, Муйнаҡ ауыл Советы, Ейәнсура районы
Вафат булған көнө 8 март 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Иҫәнғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре, мәҙәниәт хеҙмәткәре, дәүләт эшмәкәре
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәсәнов Нәжметдин 1925 йылдың 10 мартында Башҡортостан АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Мәзит ауылында тыуа. Бала сағынан ҡулына ҡурай ала һәм, үҙешмәкәр оҫталарға эйәреп, скрипка, мандолина яһарға һәм уйнарға өйрәнә.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1941—1942 йылдарҙа Муйнаҡ ауыл советы секретары булып эшләй.

1942 йылда 17 йәшлек егет Бөйөк Ватан һуғышына, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына. Тәүҙән үк ул разведчиктар төркөмөнә индерелә. Уға 17 тапҡыр иптәштәре менән дошман тылына сығырға тура килә. 1944 йылдың 24 ғинуарында задание үтәп ҡайтып килгәндә дошман засадаһына эләгәләр. Аяғы ауыр яраланған Нәжметдингә ярты йыл госпиталдәрҙә дауаланырға тура килә. Ҡултыҡ таяғына таянып һәм түшенә «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдарын тағып тыуған ауылына ҡайтып инә[1][3].

1944 йылдан Муйнаҡ ауыл Советы рәйесе булып хеҙмәт итә.

1952 йылда Өфөлә уҙғарылған Бөтә Союз үҙешмәкәр художество ижады конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ була.

1954 йылдан һигеҙ йыл дауамында КПСС-тың Абзан район комитетының зона инструкторы вазифаларын башҡара.

1962 йылдан башлап «Октябрь байрағы» («Знамя победы») район гәзитендә эшләй һәм урындағы радиотапшырыуҙар редакцияһын ойоштора.

Артабан, 1987—1996 йылдарҙа, Ейәнсура районының Хеҙмәт һәм дан музейын ойоштороп, уның тәүге директоры ла була.

Нәжметдин Хәсәнов төп хеҙмәте менән бергә мәҙәниәт өлкәһендә лә ҙур уңыштар яулай. Үҙаллы шөғөлләнеп, ошо төбәктең оҫта ҡурайсыһына әүерелә. 1954 йылда Өфөлә үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеһендә, Ишҡәле Дилмөхәмәтовтан ҡала, 2-се урынды яулай.

Өҫтәүенә, ул үҙ төбәгендә йәш ҡурайсылар әҙерләүгә лә етди иғтибар бүлә. 1958 йылда уның етәкселегендә сәхнәгә өс ҡурайсы, 1961 йылда — дүрт, 1962 йылда ете ҡурайсы сығып баҫа. Ейәнсура ҡурайсыларының сығыштарын Мәскәү, Свердловск, Һамар, Ульяновск, Ҡаҙан тамашасылары дәррәү алҡыштарға күмә[1].

1965 йылда РСФСР мәҙәниәт министры Мелентьев Ейәнсура ҡурайсыларына «Халыҡ ансамбле» тигән юғары исем бирелеү тураһындағы дипломға ҡул ҡуя. Шулай итеп, был юғары исем ансамблгә Рәсәйҙә беренсе булып бирелә. Нәжметдин Хәсәновтың ҡурай данын арттырыу буйынса башлаған эшен әлеге мәлдә уның уҡыусыларының дауам итеүе ҡыуаныслы[1].

2004 йылда Ейәнсура районы ҡурайсылар ансамбленә Нәжметдин Хәсәнов исеме бирелә[4].

Репертуары

үҙгәртергә

Нәжметдин Танһыҡҡужа улы Хәсәнов ҡурайҙа 100-ҙән ашыу башҡорт халыҡ йырын һәм көйөн башҡарҙы.

  • «Урал»
  • «Азамат»
  • «Буранбай»
  • «Зәлифәкәй»
  • «Ҡолой кантон»
  • «Сәлимәкәй»
  • «Төйәләҫ»
  • «Хисам йыры» һ. б[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1965)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1966)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәнит хеҙмәткәре (1974)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1948)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы" (1975)
  • «Хеҙмәт ветераны» (1981)[6]

1992 йылдан башлап Ейәнсура районында ике йылға бер тапҡыр Нәжметдин Хәсәнов исемендәге призға район-ара ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә