Зарипов Зиннур Зариф улы

Бөйөк Ватан һуғышы яугире, ауыл хужалығы эшмәкәре

Зарипов Зиннур Зариф улы (10 март 1915 йыл — 11 июль 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, старшина. 1945 йылдан Дүртөйлө районының «Ҡыҙыл Бүләк» колхозы рәйесе, рәйес урынбаҫары, ферма мөдире. Дан орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Зарипов Зиннур Зариф улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 март 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Әлкәш, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 июль 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Исмаил (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Исмаил (Дүртөйлө районы)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Зиннур Зариф улы Зарипов 1915 йылдың 10 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Түбәнге Әлкәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

4 класс тамамлай. Дүртөйлө районының «Ҡыҙыл Бүләк» колхозында бригадир булып эшләй.

19361938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, артиллерист-төҙәүсе була. Тыуған ауылына ҡайтҡас, «Ҡыҙыл Бүләк» колхозы рәйесе итеп һайлана.

1941 йылдың авгусында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө район хәрби комиссариаты тарафынан ҡабат Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Шул ваҡыттан алып Бөйөк Ватан һуғышы алыштарында ҡатнаша. Калинин, Степной, 1-се һәм 4-се Украина фронттарында һуғыша. 623-сө артиллерия полкы сафында Мәскәүҙән Берлинғаса яу юлы үтә. Мәргән артиллерист тип һанала. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Старшина З. З. Зарипов 1945 йылда демобилизациялана. Тыуған төйәгенә ҡайтҡас, «Ҡыҙыл Бүләк» колхозында рәйес, рәйес урынбаҫары, ферма мөдире була.

127-се Ҡарамалы-Ғөбәй һайлау округы буйынса 3-сө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1997 йылдың 11 июлендә вафат була. Башҡортостандың Дүртөйлө районы Исмаил ауылында ерләнә[2].

Ҡаһарманлығы

үҙгәртергә

623-сө артиллерия полкының 3-сө орудие командиры (183-сө уҡсылар дивизияһы, 38-се армия, 1-се Украина фронты) сержант З. З. Зарипов 1944 йылдың 19-20 мартында Винница ҡалаһы — Украинаның Винница өлкәһе өлкә үҙәге өсөн барған һуғышта ҡорал расчетына командалыҡ итеп дошмандың ете ут нөктәһен һәм бик күп һалдатын юҡ итә.

Һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн сержант Зарипов Зиннур 3ариф улы 1944 йылдың 29 апрелендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 41845).

1944 йылдың 25-27 июлендә Украинаның боронғо ҡалаһы Львов — Львов өлкәһенең өлкә үҙәге өсөн алышта сержант Зиннур Зарипов үҙенең расчеты менән дошмандың биш орудиеһын, ике минометын, дүрт дзотын, һигеҙ күҙәтеү пунктын ҡыйрата, күп дошманды юҡ итә.

1944 йылдың 21 октябрендә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн сержант Зарипов Зиннур 3ариф улы 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 9796).

1945 йылдың 12-13 февралендә 623-артиллерия полкы 3-сө батареяһының орудие командиры (183-сө уҡсылар дивизияһы, 38-се армия, 4-се Украина фронты) сержант З. З. Зарипов Польшаның Струмень ҡалаһы эргәһендә дошмандың танкы һәм пехота контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда дошман орудиеһын сафтан сығара. Орудие менән командалыҡ итеп ул өс көн буйына ул дошман ҡыҫымын тотоп тора, егерменән ашыу фашист һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

[1945 йылдың 29 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн сержант 3арипов Зиннур Зариф улы 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнеп (№ 1744), Дан орденының тулы кавалеры була.

Наградалары

үҙгәртергә
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
  • 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены;
  • Миҙалдар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы
  2. Зарипов Зиннур Зариф улы. «Герои страны» сайты.}

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.