Уҡытыусылар көнө
Уҡытыусылар көнө — мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. СССР-ҙа 1965 йылдан рәсми байрам итәлә.
Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә
үҙгәртергәБайрам СССР Юғары Советы президиумы указы менән 1965 йылдың 29 сентябрендә индерелә һәм йыл һайын октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә. 1994 йылдан башлап Рәсәй Федерацияһында уҡытыусылар көнөн 5 октябрҙә[1] Бөтә донъя уҡытыусылар көнө менән бергә байрам ителә.
Был байрам Белоруссияла, Латвияла, Ҡаҙағстанда һәм Украинала октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Үзбәкстанда Уҡытыусы көнө 1 октябрҙә үткәрелә.
Әзербайжанда, Ҡырғыҙстанда, Молдавияла, Әрмәнстанда , Эстонияла — 5 октябрҙә билдәләнә.
Был көндө, ғәҙәттә, уҡыусылар уҡытыусыларын ҡотлай, гөлләмәләр һәм бүләктәр тапшыра, үҙешмәкәр концерттар ойошторола, үҙнәшер газеталар баҫтырыла, үҙидара көнө үткәрелә.
Башҡа илдәрҙә
үҙгәртергә- Австралия: — Октябрҙең һуңғы йомаһында билдәләнә[2].
- Албания: — 8 мартта билдәләнә.
- Аргентина: — 11 сентябрҙә, Доминго Фаустино Сармьенто иҫтәлегенә билдәләнә.
- Бразилия: — 15 октябрҙә билдәләнә.
- Вьетнам: — 20 ноябрҙә билдәләнә.
- Һиндостан: — 15 сентябрҙә билдәләнә (Сарвепалли Радхакришнананың тыуған көнө).
- ҠХР: — 10 сентябрҙә билдәләнә.
- Корея Республикаһы: — 5 октябрҙә билдәләнә.
- Польша: — 14 октябрҙә билдәләнә.
- Ҡытай Республикаһы (Тайвань): — 28 сентябрҙә билдәләнә, Конфуцийҙың тыуған көнө.
- Төркиә: — 24 ноябрҙә билдәләнә.
- Испания — 27 ноябрҙә билдәләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бөтә донъя уҡытыусылар көнө
- Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө
- Белем көнө