Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы

Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы (рус. Багаутдинов Гамиль Амирович; 10 март 1951 йыл) — ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Өфө» тәжрибә участкаһы директоры. Өфө районы 260-сы Михайловка һайлау участкаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.

Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Яңы Ҡорос, Иҫке Ҡорос ауыл Советы, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәмил Әмир улы Баһауетдинов 1951 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Яңы Ҡорос ауылында тыуған. Ауылда урта мәҡтәптән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға килә һәм 1974 йылда уны уңышлы тамамлай.[1]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо уҡ йылда Дәүләкән районындағы Ҡаҙанғол тәжрибә хужалығында зоотехник-селекционер булып башлай, артабан шул уҡ хужалыҡта баш зоотехник булып эшләй.

1977 йылда ВЛКСМ-дың Дәүләкән район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.

1979—1984 йылдарҙа Дәүләкән районының «Россия» колхозы рәйесе булып эшләй.

1984 йылда Өфө районында урынлашҡан «Өфө» тәжрибә участкаһы директоры итеп тәғәйенләнә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1990 йылда Өфө районының 260-сы Михайловка һайлау участкаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.

Өйләнгән, ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Багаутдинов Гамиль Амирович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.

Һылтанмалар

үҙгәртергә