Йыһаншин Фәнил Нурдәүләт улы

нефть сығарыу тармағы алдынғыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Йыһаншин Фәнил Нурдәүләт улы (5 ғинуар 1937 йыл — 12 декабрь 2013 йыл) — нефть сығарыу тармағы алдынғыһы. 1962 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Дүртөйлө технологик транспорт идаралығы слесарь-төҙәтеүсеһе һәм водителе; 1974—1995 йылдарҙа нефть сәнәғәтенең башҡа предприятиелары водителе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Йыһаншин Фәнил Нурдәүләт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1937
Вафат булған көнө 12 декабрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Һөнәр төрө Нефтсе (стадион, Ишембай)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәнил Нурдәүләт улы Йыһаншин 1937 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Балаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылы мәктәбендә урта белем ала.

Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1962 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы Дүртөйлө технологик транспорт идаралығының слесарь-төҙәтеүсеһе һәм водителе[1].

19741995 йылдарҙа нефть сәнәғәтенең башҡа предприетиелары: 1974 йылдан «Коминефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Усинск быраулау контораһы, 1976 йылдан — «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы, 1983 йылдан — «Башнефть» производство берекмәһенең махсус технологик транспорт идаралығы, 1988—1995 йылдарҙа — Ямал-Ненец автономиялы округындағы «Пурнефтегаз» производство берекмәһе водителе[1].

Хеҙмәт ветераны 2013 йылдың 12 декабрендә Дүртөйлө районының Семилетка ауылында вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — 572с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2022)
  • Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — 572с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2022)