Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы

Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы (5 ғинуар 1923 йыл — 23 март 1998 йыл) — ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1955 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1962 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының СССР тарихы кафедраһы мөдире; 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылға тиклем — ректор. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), тарих фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973). Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) ордендары кавалеры.

Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 ғинуар 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Әмин, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 март 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Бер туғандары Рәил Ғүмәр улы Кузеев
Һөнәр төрө тарихсы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны «Ҡыҙыл таң» гәзите
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Башҡорт дәүләт университеты
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Ульяновск танк училищеһы[d]
К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d]
Академия общественных наук при ЦК КПСС[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] (1972)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рөстәм Ғүмәр улы Кузеев [1] 1923 йылдың 5 ғинуарында Әмин улусының Сафар ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында тыуған.

Бала сағында авиация, парашюттан һикереү, радиоһәүәҫкәрлек менән мауыға. Һуғыш алдынан Ульяновск бронетанк училищеһында уҡый, хәрби техник, «КВ» ауыр танкы механик-водителы һөнәре ала. Һуғышта өс тапҡыр яралана, күреү һәләтен юғалта тиерлек. Инвалидлыҡ алғас, Силәбе янындағы танк өйрәнеү полкында уҡыта.

1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 1961 йылда — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай.

Әҙәби хеҙмәткәр, «Кызыл тан» гәзите бүлек мөдире (1949—1951); Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Президиумының ғилми секретары (1951—1955), Башҡорт дәүләт университетында кафедра мөдире (1962—1971); Башҡорт дәүләт педагогия институты ректоры (1971—1983), профессоры (1973—1994).

Ғилми тикшеренеүҙәре йүнәлеше — БАССР-ҙа эшсе синыфтың формалашыуы һәм үҫеше. Ҡатыны Сөйөмбикә Сәйфи ҡыҙы Ҡудашева менән бергә Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаш хаҡында «Быуат оҙонлоғондағы ғүмер» исемле китап яҙған.

Ғаиләһе: ағаһы — билдәле этнолог, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Кузеев Рәил Ғүмәр улы, һеңлеһе — Роза Ғүмәр ҡыҙы Кузеева, балалары — Искәндәр, Рәшит, ҡыҙы Наилә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 25 монография авторы. Шул иҫәптән:

  • Формирование и развитие советского рабочего класса Башкирской АССР: В 2-х ч. Ч. 2: рабочий класс Башкирии в завершающий этап социалистического строительства и в период развитого социализма (1951—1975). Өфө: Башкнигоиздат, 1975.
  • Социалистическое соревнование: Опыт. Проблемы. Суждения. Уфа: Башкнигоиздат. 1976.
  • На пороге крутых перемен: Особенности экономического и социально-политического развития Башкирии (1961—1985 гг.). Өфө: БДПИ, 1991 (соавтор).
  • Рабочий класс Башкирской АССР на современном этапе. Өфө, 1983;
  • Испытание временем. Өфө, 1993;
  • Новые шаги Башкортостана. Өфө, 1994.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1978)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943, 1985)
  • миҙалдар.

Өфө ҡалаһында Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы йәшәгән йорт бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Р. Ғ. Кузеев исемендәге стипендия булдырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. КУЗЕЕВ Рустем. Проверено 7 января 2013. Архивировано 27 января 2013 года.
  • Наука жизни и жизнь в науке. Памяти профессора Рустема Гумеровича Кузеева. Уфа: Информреклама, 2003.

Һылтанмалар

үҙгәртергә