Көмәрле (рус. Кумурлы) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 335 кеше[3]. Почта индексы — 453036, ОКАТО коды — 80203834004.

Көмәрле
Көмәрле
Рәсми атамаһы Көмәрле
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Липовка ауыл советы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 319 кеше (2002)[1],
335 кеше (2009)[1],
296 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453036
Карта


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Дөйөм халыҡ һаны[3]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
319 335 +16 +5,02

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 27 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Благовещенка): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 38 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • башҡ. Александр Матросов (урамы) — рус. Александра Матросова (улица)
  • башҡ. Ветерандар (урамы) — рус. Ветеранов (улица)
  • башҡ. Инйәр (тыҡрығы) — рус. Инзерский (переулок)
  • башҡ. Кирсанов (урамы) — рус. Кирсанова(улица)
  • башҡ. Тыныслыҡ (урамы) — рус. Мира (улица)
  • башҡ. Муса Гәрәев (урамы) — рус. Мусы Гареева (улица)
  • башҡ. Яр буйы (урамы) — рус. Набережная (улица)
  • башҡ. Салацуат Юлаев (урамы) — рус. Салавата Юлаева (улица)
  • башҡ. Табын (урамы) — рус. Табынская (улица)
  • башҡ. Үҙәк (урам) — рус. Центральная (улица)
  • башҡ. Шайморатов (урамы) — рус. Шаймуратова (улица)
  • башҡ. Мәктәп (урамы) — рус. Школьная (улица)
  • башҡ. Көньяҡ (тыҡрыҡ) — рус. Южный (переулок)[4]

Инйәр йылғаһы Эҫемгә ҡойған ерҙә урынлашҡан Күрпәс-Табын улусының Көмәрле һәм Ҡыҙыляр ауылдары Күлсәйет тип аталған. Күлсәйет, күрәһең, был ауылдарҙың иртәрәк атамаһы. Әгәр Көмәрле ауылы, Күлсәйет ауылы кеүек үк, XIX 60-сы йылдарында барлыҡҡа килһә, Ҡыҙылъяр (Күлсәйет) быуат аҙағында хасил була.

1816 йылда Күлсәйеттә (Көмәрлелә) 118 кеше һәм 23 йорт була. VIII рәүизгә халыҡ һаны кәмегән (60). 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 165 кеше һәм 32 ихата була.

Тәүге төпләнеүсе билдәле түгел. Әммә улдарының исемдәре, йәше VII ревизияла яҙыла. Дәүләкән Күлсәйетов 1756—1813 йылдарҙа йәшәй. Уртансы улы Ялсы 1758 йылда тыуған. Кесе Әүҙәким 1762—1815 йылдарҙа йәшәй.

60 кешенең (12 йорт) 60 аты, 50 һыйыры, 40 һарығы, 20 кәзәһе булған. 1843 йылда ауыл халҡы 64 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәскән. Хужалыҡтарында 700 умарта булған[5].

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеофильмдар

үҙгәртергә
  • «Орнамент» Архангел районы Көмәрле ауылы йөҙлөктәре. 2011 йыл[9]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә