Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы

ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре

Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (5 ғинуар 1944 йыл — 18 март 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы уҡытыусыһы. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (1999—2003). Иҡтисад фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993).

Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 5 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Йомаш, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 18 март 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән, иҡтисадсы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации III созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Йомаш ауылында 1944 йылдың 5 ғинуарында тыуған.

1972 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған.

Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының уҡытыусыһы булып эшләне. Артабан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре булды.

Хәлил Барлыбаев 2020 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә көтмәгәндә вафат булды[2]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Рәсәй Шахмат федерацияһының ревизия комиссияһы рәйесе

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Экономика Башкортостана (баш мөхәррир) (1988, 2003, 2007)
  • Приватизацию на пользу народа (1994)
  • Путь человечества: самоуничтожение или устойчивое развитие (Издание Госдумы, 2001)
  • Общая теория глобализации и устойчивого развития (Издание Госдумы, 2003)
  • Глобализация: за или против устойчивого развития (Изд-во РАГС, 2006)
  • Человек, глобализация, устойчивое развитие (Изд-во РАГС, 2007)
  • Человек в потоке универсальной эволюции (Изд-во РАГС, 2008)
  • Интеллектуально-гуманистическая (ноосферная) формация — закономерное будущее человечества (Изд-во РАГС, 2010)
  • Истина и справедливость как системообразующие ценности (2014)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Ушел из жизни ученый и общественный деятель Халиль Барлыбаев. ИА «Башинформ,» 2020, 18 марта (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2020)