Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы

яугир, танкист

Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20 сентябрь 1915 йыл — 5 ғинуар 1945 йыл) — совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Танк полкы командиры урынбаҫары, гвардия подполковнигы (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Башҡорттарҙан тәүгеләрҙән булып ошо юғары исемгә лайыҡ булыусы.

Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 сентябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Кинйәабыҙ ауылы
Вафат булған көнө 5 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (29 йәш)
Вафат булған урыны Будапешт, Венгрия короллеге
Ерләнгән урыны Сомбор[d]
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы Арыҫланов Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйəҙе 1‑се Кинйəабыҙ (2-се Кинйәабыҙ) ауылында 1915 йылдың 20 сентябрендә крәҫтиән ғәиләһендә тыуған. Арыҫлановтар нəҫеленəн. Милләте башҡорт.

1937 йылда Стәрлетамаҡ нефть техникумын тамамлай. Шул уҡ йылда Көйөргәҙе район военкоматы уны Ҡыҙыл Армия сафына ала.

1939 йылда Көнбайыш Украинала хəрби хəрəкəттəрҙə ҡатнаша.

1939 йылдың декабренән — 1940 йылдың мартына тиклем Төньяҡ‑Көнбайыш фронтта хеҙмəт итə, 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнаша.

1941 йылда В. И. Ленин исемендәге Ульяновск Ҡыҙыл Байраҡлы танк училищеһын тамамлай.

1941—1945 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1943 йылдан башлап Көньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, Үҙəк, 2‑се һəм 3‑сө Украина фронттарында танк батальоны командиры, танк полкы командиры урынбаҫары.

Курск, Орёл, Харьков, Смоленск, Дебрецен (Венгрия) ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан.

1945 йылдың 5 ғинуарында Венгрияның Будапешт ҡалаһында батырҙарса һәләк була[1].

Батырлығы

үҙгәртергә

Герой исеменə 13‑сө армия 97‑се уҡсылар дивизияһының 136‑сы уҡсылар полкының танк башняһы атыусыһы, взводтың кесе командиры булараҡ 1940 йылдың 24 февралендә Кууста ҡалҡыулығы (Карелия) янындағы һуғышта күрһəткəн батырлығы өсөн лайыҡ була.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Алтын Йондоҙ» миҙал (07.04.1940)[2]
  • Ленин ордены (07.04.1940)
  • 1‑се дəрəжə Ватан һуғышы ордены (22.01.1945)[3]
  • 1‑се дəрəжə Ватан һуғышы ордены (23.02.1945)[4]
  • Миҙалдар
  • Тыуған ауылындағы урамға Арыҫланов исеме бирелгəн, уға һəйкəл ҡуйылған.
  • Район үҙәге Ермолаево ауылында, Батырҙар скверында һәйкәл асылды. 2017 йыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар

үҙгәртергә