Совет-фин һуғышы (1939—1940)
Совет-фин һуғышы (фин. talvisota — ҡышҡы һуғыш) — Совет Социалистик Республикалар Союзы менән Финляндия ҡораллы көстәр араһындағы 1939—1940 йылдарҙа булған ҡаршылыҡ. Һуғыш Мәскәү солох төҙөү менән тамамланған. Был солох буйынса СССР составына Финляндия биләмәһенең 11 % өлөшө күскән.
Совет-фин һуғышы | |
фин. talvisota | |
Дәүләт |
СССР Финляндия |
---|---|
Урын | Финляндия |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | советско-финская война[d] |
Башланыу датаһы | 30 ноябрь 1939 |
Тамамланыу датаһы | 13 март 1940 |
Эра | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ҡатнашыусылар | Финляндия һәм СССР |
Совет-фин һуғышы Викимилектә |
Ҡайһы бер ғалимдәр фекере буйынса өсөнсө совет-фин һуғышы — Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында СССР-ҙың Финляндияға һөжүме тип ҡарала, ләкин совет һәм урыҫ тарихында был һуғыш айырым күрһәтелә. Һуғыш иғлан итеү арҡаһында СССР Милләттәр лигаһынан сығарыла.
1939 йылғы Совет һәм Германия араһындағы килешеүенә таянып, Совет хөкүмәте Финляндияға Ленинград ҡалаһының именлеге өсөн СССР-ға Карелия муйынтығы ерен тапшырырға һәм уның иҫәбенә Карелиянан ер алырға талап ҡуя. Финляндия Хөкүмәте талапты үтәмәгәнлектән, Ҡыҙыл Армия 1939 йылдың 30 ноябрендә һуғыш иғлан итә.
1939 йылдың 30 ноябрендә РККА-ның 7-се армияһы Карел муйынтығында фин частәренә һөжүм итә. Шул уҡ көндө 70-се дивизия көсө менән Куоккал (хәҙер Репин) һәм Келломяк (хәҙер Комарово) торлаҡ пункттары алына. 1 декабрьҙә фин частәре Терийокаҙан сигенәләр. 2 декабрҙә Совет ғәсғәрҙәре Райвол шәһәрен (Рощино), 4 декабрҙә — Каннельярви, 6 декабрьдә — Лоунатйоки ҡалаларын ала. Һуңыраҡ, Тайпалы йылғаһы янында (Вуоксаның көньяҡ ере) совет ғәсғәрҙәре Маннергейм линияһында китә.
Совет ғәскәрҙәре Маннергейм линияһында туҡтағас, Ладога Карелияһы РККАның 8-се армияһы (139 сы дивизия) көсө менән һөжүм итеү омтылыш ҡабул ителә. 10 декабрь көндө Ҡыҙыл Армия Питкярантаны ала, әммә 12 декабрҙә совет ғәсғәрҙәре Толваярви (хәҙер Суярви районы) янында тар-мар ителә.
Иң уңышлылары булып совет ғәскәрҙәренең Заполярьела хәрәкәттәре торған, улар Петсамо һуғышы ваҡытында Норвегия сигенә сығып, Финляндияны Баренц диңгеҙенә сығыу юлында мәхрүм иткән.
Совет Карелияһы районынан Ботника йүнәлешендә РККА 9-сы армияһы һөжүм итә. Суомуссалми бистәсе 7 декабрҙә Совет се уҡсы дивизияһы көсө менән алына. Әммә шунан һуң дивизия финдарҙың һаны буйынса аҙ булған көстәре менән уратып алына һәм тәьмин итеүҙән өҙөлә, ә уға 44-се уҡсылар дивизияһы ярҙам итә, әммә ул Суомуссалми юлында, 27-се фин полкының ике ротаһы (350 кеше) Рата ауылы янындағы ике күл араһындағы дефильҙщ блоклана, 8 ғинуарға Раат юлында тулыһынса юҡ ителә.
Операцияның йомғаҡлау этабында 13-се армия Антрега йүнәлешендә хәрәкәттәр башлай. Финдар киҫкен ҡапма-ҡаршылыҡ күрһәтһә ҙә, китергә мәжбүр була.
13 март көндө 7-се Армия ғәсғәрҙәре Выборгты ала.
1940 йылдың мартына фин хөкүмәте союздаштарынан хәрби ярҙам булмаясағын аңлай. «Маннергейм линияһы» өҙөлгәндән һуң, Финляндия Ҡыҙыл Армия һөжүмен тотҡарлай алмай. Шул уҡ ваҡытта СССР составына ҡушылыу йәки хөкүмәттең совет осорона алмашыуы була алғанға күрә, илде тулыһынса баҫып алыу ҡурҡынысы тыуа.
Шуға күрә Финляндия Хөкүмәте СССР-ға тыныс һөйләшеүҙәр башлау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. 7 мартта Мәскәүгә фин делегацияһы килә, ә инде 12 мартта тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, уның нигеҙендә хәрби хәрәкәттәр 1940 йылдың 13 мартында туҡтатыла.
Фин һуғышында ҡатнашҡан өсөн 412 хәрби хеҙмәткәргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 50 меңдән артыҡ хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Virrankoski P. Suomen Historia 2. — 2001. — ISBN 951-746-342-1, SKS.
- РГВА. Ф. 37977. Оп. 1. Д. 595. Л. 57—59, 95; Д. 722. Л. 414—417.
Зимняя война. — Кн. 1. — С. 150.
- Россия и СССР в войнах XX века. Потери вооружённых сил. Статистическое исследование / Под общ. ред. Г. Ф. Кривошеева. — 2. — М.: Олма-Пресс, 2001. — С. 213. — 608 с. — ISBN 5-224-01515-4.
- Kurenmaa P., Lentilä R. Sodan tappiot // Jatkosodan pikkujättiläinen (фин.) / J. Leskinen, A. Juutilainen. — 2007. — С. 1152. — ISBN 951-0-28690-7.
- Lentilä R., Juutilainen A. Talvisodan uhrit // Talvisodan pikkujättiläinen (фин.) / J. Leskinen, A. Juutilainen. — 2007. — С. 821. — ISBN 978-951-0-23536-2.
- Malmi T. Suomalaiset sotavangit // Talvisodan pikkujättiläinen (фин.) / J. Leskinen, A. Juutilainen. — 2007. — С. 792. — ISBN 978-951-0-23536-2.