Башҡортостан троллейбус заводы

«Башҡорт троллейбус заводы» ААЙ-ы (1999 йылға саҡлы — Өфө Трамвай-Троллейбустар ремонтлау  заводы (УРТТЗ)) — Өфө троллейбустар етештереү производство һәм уларҙы  капиталь тергеҙеү ремонт предприятиеһы (үҙендә етештерелгән троллейбустар  ғына түгел, шулай  уҡ Тролз фирмаһы продукцияһы ла йүнәтелә).

Башҡортостан троллейбус заводы
Тармаҡ автомобильная промышленность[d]
Нигеҙләү датаһы 1964
Рәсми атамаһы ОАО «Башкирский троллейбусный завод»
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ-территориаль берәмек Өфө
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы СССР
Өфө, Рәсәй
Продукция троллейбус[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2017
Карта

БТЗ маркалы троллейбустар Рәсәй һәм БДБ илдәренең 50-нән ашыу ҡалаһында йөрөй.

Тарихы үҙгәртергә

1964 йылда «Росремэлектротранс» производство берекмәһе составына ингән Өфө Трамвай-Троллейбустар ремонтлау  заводын асыу тантанаһы була. Ул ваҡытта бер заводтар транспорт эшләп сығарыуға  тәғәйенләнгән, ә икенселәре — ремонтҡа һәм запас частар етештереүгә йүнәлтелгән була.

Завод үҙенең үҫеш осоронда йылына капиталь ремонт үткән 250-270 троллейбус сығарған була. Бынан тыш, предприятие геологик экспедициялар, нефть быраулау ҡоролмалары, энергоучастоктар  һ.б. өсөн махсус транспорт эшләп  сығарған.

Үҙгәртеп ҡороу йылдарында УРТТЗ бөлгөнлөккә төшә.

1999 йылда Өфө Трамвай-Троллейбустар ремонтлау заводы «Башҡорт троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әйләндерелә һәм исеме лә алмаштырыла, ә шунан бер йыл элек, йылдан-йыл арттыра барып, троллейбустар сығара башлай.

2009 йылда завод Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы предприятиеһы булып таныла.

2010 йыл БТЗ-да 119 троллейбус сығарылған, был — дөйөм илдә етештереү күләменең 32 % тәшкил итә.[1].

2011 йылда мәленә тап килтермәй үткәрелгән аукциондар һәм муниципаль транспорт һатып алғанда дәүләт яғынан аҡса ярҙамы ҡыҫҡартылыуы йоғонто яһағандыр. Беренсе ярты йыллыҡта барлығы 20 троллейбус ҡына йыйыла, һәм етештереү туҡтатыла[2].

2012 йылдың ғинуарынан БТЗ производствоны яңырта — бер йыл эсендә БТЗ-52763 һәм БТЗ-52768 моделле бөтәһе 26 троллейбус эшләп сығарыла.

2013 йылдан һуң, заводта етештереү туҡталды тиерлек, предприятиеның артабанғы яҙмышы томанлы. Атап әйткәндә, заводтың рәсми сайтында һуңғы яңылыҡтар 2013 йылдың июле  менән билдәләнә[3]. 2013 йыл аҙағында Өфө өсөн БТЗ-52763А троллейбустарының түбән иҙәнле һуңғы партияһы йыйылған.

2014 йылда троллейбустар етештереү туҡталды тиерлек. 12 ай эсендә Сыуаш Республикаһы өсөн 6 БТЗ-52768Р троллейбусы (4 троллейбус  Новочебоксарск өсөн һәм икеһе Чебоксар өсөн) йыйылған. Шулай уҡ Өфө өсөн 2015 йылдың ғинуар - февралендә артабан 2-се һанлы троллейбус депоһына йыйыр өсөн оҙатылырға тейешле БТЗ-52768-ҙең 6 йыйылып бөтмәгән кузовтары сығарыла. 2052-се һанлы бер БТЗ-52768Т троллейбусы йыйыла, 2016 йылдың ноябрь - декабрендә линияға сығырға тейешле 1092-се троллейбус йыйылып бөтә, 2-се троллейбус депоһында өсөнсө троллейбус йыйыла башлай, ҡалған өс троллейбус, финанс хәлдәре  ҡатмарлы булғанлыҡтан, яй йыйыла.

2016 йылдың мартында троллейбус заводының банкротлыҡ процедураһы башлана[4].

Сығымдар төрҙәре кодын иҫәпкә алып, завод 1990-сы йылдар уртаһынан 1675-ләп троллейбус сығара.

2017 йылда завод рәсми рәүештә ябыла.

Эшләп сығарған продукцияһы  үҙгәртергә

 
Өфө урамдарында БТЗ-52763 

2012 йылдан «БТЗ» ААЙ-ы троллейбустарҙың өс моделен сериялы, шулай уҡ заказ буйынса башҡа ваҡ партияларҙы (мәҫәлән, өлөштәргә бүлеп) сығара.

Ҡағиҙә булараҡ, һәр моделдең өс модификацияһы бар: Р. — традицион реостат-контакторлы (РКС электрон контакторҙар) һәм Ә, Т — тиристор-импульслы (ТИСУ-IGBT) электрлы идара итеү менән, шул иҫәптән — асинхрон привод менән.

Троллейбустар етештерә башлағанда илдә төп модель һаналған ЗиУ-9 моделенә оҡшаған кузовтар ҡулланыла. Артабан БТЗ троллейбусының кузовтары был прототиптан айырыла һәм айырыла бара. Һуңғы йылдарҙа ғәмәлдә тулыһынса үҙенсәлекле кузовтар, һәм шулай уҡ күрше НефАЗ предприятиеһы автобустары кузовы базаһында һәм айырыуса ҙур класлы берләштерелгән моделдәр төҙөлдө.

2013 йылда Башҡорт троллейбус заводында 71-623 кузов базаһында трамвайҙар һәм БТЗ-52763А кузовы базаһында электробустар сығара башлау планлаштырыла, әммә был ниәт тормошҡа ашырылмай.

Завод моделдәре хронологияһы:

  • БТЗ-5201 — ЗиУ-9 аналогы
  • БТЗ-52011 — ЗиУ-9 аналогы, электр ҡорамалдарын ҡыйыҡҡа урынлаштырып  сығарыла 
  • БТЗ-5276-01 (сертификацияға тиклем — БТЗ-52011, БТЗ-5201-01, БТЗ-5201-02, БТЗ-5201-03) — электр ҡорамалдарын өлөшләтә ҡыйыҡҡа урынлаштырып, яңы ишектәр ҡуйып, салонын яңыртып (131 дана сығарыла) сығарыла
  • БТЗ-5276-04 — тышҡы күренеше яңыртыла. БТЗ моделдәр рәтендә иң күп сығарылған модель (285 дана сығарыла)
  • БТЗ-52763 — тулыһынса түбән иҙәнле 
  • БТЗ-5276-05 — БТЗ-52761Р моделенә күсеүсе модель (бер дана сығарылып, Мәскәүгә оҙатылды). БТЗ-5276-04 менән сағыштырғанда, электр ҡорамалдары   ҡыйыҡтың артҡы өлөшөндә урынлаша, алғы өлөшө үҙгәртелә
  • БТЗ-52761 — 2+2+2 ишек системаһы булған беренсе модель
  • БТЗ-52764Р (2009 йылда ҡабаттан сертификацияланғанға тиклем — БТЗ-52761Р) — тышҡы һәм эске күренеше байтаҡҡа яңыртыла
  • БТЗ-52764Т (2009 йылда ҡабаттан сертификацияланғанға тиклем — тышҡы һәм эске күренеше байтаҡҡа яңыртыла (бөтә экземплярҙары Өфөлә йөрөй)
  • БТЗ-52767 — шул уҡ, алғы битлеге һәм башҡа комплекттары яңыртылған (беренсе экземпляр 2009 йылдың декабрендә сығарыла. Ҡайһы бер  экземплярҙар инвалидтарҙы күтәрә торған уңайлыҡтар менән йыһазландырылған)
  • БТЗ-52768А (2012 йылда ҡабаттан сертификацияланғанға тиклем — БТЗ-52767А) — тышҡы һәм эске күренеше байтаҡҡа яңыртыла 
  • БТЗ-52768Р (2012 йылда ҡабаттан сертификацияланғанға тиклем — БТЗ-52767Р) — тышҡы һәм эске ҡиәфәте байтаҡҡа яңыртыла
  • БТЗ-52768Т — БТЗ-52768-ҙең тиристор-импульслы (IGBT) идара итеү системалы  махсус модификацияһы (Ковровта йөрөй  (2), Санкт-Петербургта (7) һәм Өфөлә (Өфө троллейбус депоһы көсө менән 1 троллейбус йыйыла, тағы 1 троллейбус йыйылып бөтә һәм 4 кузов йыйыуҙы көтә)
  • БТЗ-52761А — 7 троллейбус сығарыла (1 Өфөлә (2015 йылда иҫәптән сығарыла), ҡалғандары Ижевск ҡалаһында)
  • БТЗ-52761Н (БТЗ-100) — иҙән кимәле түбән, 2 дана сығарыла, 1-һе Өфөлә йөрөгән (электр ҡорамалдары проблемаһы арҡаһында 2012 йылдан бирле эшләмәй)
  • БТЗ-6227 — берләштерелгән, штатлы ҡулланырлыҡ бер берәмек тә сығарылмаған
  • БТЗ-6227М — БТЗ-52768 троллейбус кузовы базаһында берләштерелгән проект, бер берәмек тә сығарылмаған
  • ЗиУ-6205М — шул уҡ, БТЗ-да КРЗиУ-10 тип билдәләнгән БТЗ-52761Т базаһында кузовы алмаштырылған (15 троллейбус сығарыла (2004 йылдан 2008 йылға тиклем 12 троллейбус Стәрлетамаҡ, 3 троллейбус Өфө өсөн)
  • НефАЗ-БТЗ-52765— идара итеү системаһы асинхрон булған ярым түбән иҙәнле автобус кузовы базаһындағы троллейбус. Был троллейбустар моделе Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә йөрөй.
  • НефАЗ-БТЗ-52765идара итеү системаһы реостат-контакторлы ярым түбән иҙәнле НефАЗ-5299 автобусы  кузовы базаһындағы троллейбус (был модификациялы бөтә троллейбустар ҙа Өфөлә йөрөй)
  • БТЗ-52763А — түбән иҙәнле НефАЗ-5299 автобусы базаһындағы троллейбус, 2012 йылдың июлендә серияға эләкте. Баштараҡ тик Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә йөрөй. 2013 йылдың май-июнендә был моделдең10 берәмеге Әлмәткә киләтерелә[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр  үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

54°51′32″ с. ш. 56°06′24″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице