Әбделминев Ким Ғимаҙи улы

Әбделминев Ким Ғимаҙи улы (5 ғинуар 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй химиктехнологы һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003).

Ким Ғимаҙи улы Әбделминев
Тыуған көнө

5 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

Күгәрсен (Ейәнсура районы), БАССР, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

химия

Эшләгән урыны

ӨДНТУ

Альма-матер

Өфө нефть институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Ғилми исеме

профессор

Биографияһы

үҙгәртергә

Ким Ғимаҙи улы Әбделминев 1947 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында тыуа.

1974 йылда ул Өфө нефть институтын тамамлай.

Артабан Ким Ғимаҙи улы Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй башлай. 1978 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетына эшләргә күсә. 1982 йылдан башлап — лаборатория мөдире, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1999 йылдан уҡытыусы вазифаһын биләй.

1998 йылда Ким Ғимаҙи улы техник фәндәр докторы исемен яҡлай, ә 2003 йылда профессор дәрәжәһенә лайыҡ була.

Әбделминевтың ғилми хеҙмәттәре экологик үҙенсәлектәре яҡшыртылған мотор яғыулығын етештереүгә бағышланған. Әбделминев ҡарамағы аҫтында Яңы Өфө, Красноводск, Одесса, Фирғәнә нефть эшкәртеү заводтарында индерелгән этилланмаған бензин (АИ‑93, АИ95 һәм АИ‑98) алыу технологияһы әҙерләнә.

Әбделминев 250 тирәһе ғилми эш һәм 17 уйлап табыу авторы кеүек билдәле.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Экологические аспекты производства автомобильных бензинов Нефтепереработка и нефтехимия. 1998. №7 (авторҙ.)
  • Гидроизомеризация бензиновых бензолсодержащих фракций на различных катализаторах. 2011. №2 (авторҙ.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә