27 март
көнө
(27 марта битенән йүнәлтелде)
27 март — григориан стиле буйынса йылдың 86-сы (кәбисә йылында 87-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 279 көн ҡала.
27 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Күршеләр көнө.
- Ангола: Еңеү көнө.
- Бөйөк Британия Ирландия: Әсәләр көнө.
- Иран: Театр сәнғәте көнө.
- Мьянма: Армия көнө.
- Франция: Сыр көнө.
- Япония: Сакура сәскәһе байрамы.
- Ер: Нефрологтар көнө.
- Медицина кәңәшсеһе көнө
- Беларусь: Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Милли гвардия (1996—2016 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре) көнө.
- 1854: АҠШ-та керосинға патент алына.
- 1860: Нью-Йоркта М. Л. Бирн штопорға (бөкө һурғысҡа) патент ала.
тулы исемлек
- 1861: Өфөләге хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры эшләй башлай.
- 1917: Йәмәғәт ойошмаларының Өфө губерна комитетының матбуғат баҫмаһы — «Известия» гәзитенең беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1925: Советтарҙың 5-се Бөтә Башҡортостан съезы Башҡортостан АССР-ының тәүге Конституцияһын ҡабул итә.
- 1925: Комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты органы булған «Башҡортостан йәштәре» — «Молодежь Башкортостана» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1930: Өфөлә Башҡортостан комплекслы фәнни-тикшеренеү институты эш башлай.
- 1952: Өфөлә Олимпия резервының 2-се спорт мәктәбе эшләй башлай.
- 1990: Лондондың Бейкер-стрит урамында Шерлок Холмс музейы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәхәүетдинов Барый Мөхәмәт улы (1900—7.05.1969), ғалим-агроном, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1935—1966 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1959 йылға тиклем агрономия факультеты деканы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1937), профессор (1960). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Слободчиков Иван Фёдорович (1905—2.07.1994), яҙыусы, тәржемәсе, хужалыҡ һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1959 йылдарҙа Учалы урман хужалығы директоры, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Йылайыр район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының финанс төркөмө начальнигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Ниязов Йәүҙәт Ниязетдин улы (1930), табип-рентгенолог. 1966—2006 йылдарҙа Өфө дауаханалары табибы, шул иҫәптән 1992—1997 йылдарҙа 2-се поликлинканың рентгенология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Һабанай ауылынан.
- Попов Владимир Иванович (1945—1.10.2019), ғалим-химик, педагог. 2019 йылға тиклем Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының дөйөм химия кафедраһы доценты. Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы (1950—7.04.2004), артист. 1972—2013 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурсаҡ театры актёры. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
- Сәғитов Ринат Шәйхимансур улы (1955—24.08.2017), инженер-төҙөүсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының V саҡырылыш (2007—2011) Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы (1916—27.10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Камалов Эрнст Мәснәүи улы (1951), ғалим-табип, 2000 йылдан Өфөнөң 4-се клиник бала табыу йортоноң баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
тулы исемлек
- 1871: Париж коммунаһы советы һайлана.
- Апрелков Алексей Васильевич (1921—3.11.2005), ғалим-тарихсы, Көньяҡ Урал тарихын, шул иҫәптән граждандар һуғышы осоронда Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы биләмәләрендәге хәл-ваҡиғаларҙы өйрәнеүсе. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, 1-се ранг капитаны. 1973—1986 йылдарҙа хәҙерге Силәбе юғары хәрби автомобиль команда-инженер училищеһы доценты. Тарих фәндәре кандидаты (1968). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Силәбе өлкәһенең Ф. М. Стариков исемендәге премияһы (2003) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы (2004) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Үрге Урал ҡалаһынан.
- Хәбибуллин Руслан Әмин улы (1966), опера йырсыһы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге асыҡ республика вокалистар конкурсы лауреаты (Өфө, 1997).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Леонтьев Алексей Фёдорович (1917—14.04.1987), ғалим-математик. 1971—1987 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Физика һәм математика бүлегенең сектор мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы мөдире. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970), физика-математика фәндәре докторы (1948), профессор (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Октябрь Революцияһы (1987) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры.
- Шәрипов Мәжит Ғәббәс улы (1922—?), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, майор, композитор, дирижёр. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Айтуған ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡудашев Ришат Әхиәр улы (1932—2016), ғалим-педагог. Башҡорт дәүләт университетының элекке уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Ғизбуллин Наил Ғәйфулла улы (1937), ғалим-агроном. 1966 йылдан Украина аграр фәндәр академияһының Киев ҡалаһындағы Шәкәр сөгөлдөрө институты ғилми хеҙмәткәре, 1968 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1982 йылдан — лабораторя мөдире, 1986 йылдан — бүлек мөдире, 1992 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Украина аграр фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1982), профессор (1986). Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Өлкөндө ауылынан.
- Сабитов Рәшит Мәхмүт улы (әҙәби псевдонимы Рәшит Сабит; 1937), журналист, шағир. 1979—1988 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, 1993—1997 йылдарҙа «Заман—Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). СССР‑ҙың матбуғат отличнигы (1987).
- Мәжитов Марсель Исмәғил улы (1942—6.08.2001), бейеүсе. 1962—1982 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бейеүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1973), халыҡ-ара һәм Бөтә Союз фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Өмөтбай ауылынан.
- Шерстюк Вера Семёновна (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Күмертау санитар-эпидемиология станцияһының элекке санитар табибы. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Ямалов Марат Барый улы (1947), юғары мәктәп һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-тарихсы. 1977—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1998—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2001—2006 йылдарҙа мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф (1997) отличнигы.
- Закиров Фәрит Шәрифулла улы (1952), спорт ветераны, саңғысы, тренер һәм судья. 1975—1995 йылдарҙа трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы икебәйгеһе буйынса Олимпия резервының Өфөләге балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тренеры, 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2008 йылдан — Санкт-Петербургтағы Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең тренер уҡытыусыһы. Йәштәр араһында саңғы икебәйгеһе буйынса Европа һәм СССР чемпионы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1973). Саңғы икебәйгеһе буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993) һәм Бөтә Союз категориялы судья (1991). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мәрйәм Бураҡаева (1943), журналист, яҙыусы, дәреслектәр авторы, йәмәғәтсе. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткере (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013). Ейәнсура районының почётлы гражданы.
- Мулләхмәтов Фәнил Фаил улы (1958), инженер-төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2011 йылдан Бәләбәй район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2013 йылдан райондың «Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө» муниципаль учреждениеһының генераль директоры, 2023 йылдан — Өфө ҡалаһындағы «Дорремстрой» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Әбделкәрим ауылынан.
тулы исемлек
- Зарипова Алһыу Алмас ҡыҙы (1963), табип-оториноларинголог. Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының балалар отоларингология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2022).
- Шакиров Илмир Әбүзәр улы (1968—4.01.1987), Афғанстан Республикаһында интернациональ хәрби бурыс үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор, разведчик. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (үлгәндән һуң).
- Зарипов Ирек Айрат улы (1983), инвалид спортсы, саңғысы һәм биатлонсы, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының бишенсе (2013—2018) һәм алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Ванкувер Паралимпиадаһының дүрт тапҡыр чемпионы. Дүртенсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2010) һәм беренсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2014), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2006).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғабдрахман Сәғҙи (1889—6.11.1965), шәрҡиәтсе, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1950), профессор (1946). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1946).
- Ғәлиханов Мөхәмәт Ғәлихан улы (1929—2003), журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ҡариҙел район гәзитенең элекке мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Ядренников Василий Иванович (1929—5.12.2017), төҙөүсе. 1970—1989 йылдарҙа «Стерлитамакстрой» тресы управляющийы. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районы Боровое ауылынан.
- Аҡманов Алмас Ғайса улы (1939—12.01.2023), ғалим-физик, юғары мәктәп һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1977 йылдарҙа физика факультетының декан урынбаҫары, 1983—1989 йылдарҙа — деканы; 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем биреү буйынса дәүләт комитетының рәйес урынбаҫары. Физика-математика фәндәре кандидаты (1968), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1999), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Байыш ауылынан.
- Густов Виталий Павлович (1949), нефтсе, 1967—2009 йылдарҙа «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылдан — цех начальнигы. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2001). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Иҫке Драж ауылынан.
- Маслов Виктор Панфилович (1949), тау инженеры. 1987—2009 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтёры (1994).
- Веселов Станислав Юрьевич (1954), ғалим-биохимик, иммунолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы (1954), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Социология фәндәре докторы (2008), профессор.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1765: Франц Ксавер фон Баадер, Германия табибы, философ.
- 1845: Вильгельм Конрад Рёнтген, Германия физигы, Нобель премияһының беренсе лауреаты (1901).
тулы исемлек
- 1875: Альбер Марке, Франция рәссамы.
- 1925: Ғәлләм Мырҙаханов, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1980: Анна Слю, Рәсәйҙең кино актёры.
- 1968: Юрий Гагарин, планетаның беренсе космонавы (ғүмере авиаһәләкәттә өҙөлә)