Верхнеурал
Верхнеурал Cиләбе өлкәһендәге ҡала, Верхнеурал районы үҙәге. Яйыҡ ярында урынлашҡан, элекке башҡортса атамаһы Талғала (тал 'ива'+ҡала 'крепость, город' мәғәнәһендә)[1].
Ҡала | |||||
Верхнеурал Верхнеуральск | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ |
Колонюк Вячеслав | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Ҡала с | |||||
Телефон коды |
+7 35143 | ||||
Почта индексы |
457670 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
74, 174 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Рәсми сайт | |||||
Тарих
үҙгәртергә1781—1919 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе үҙәге. 1735 йылда нигеҙ һалына.
19 быуаттың 60-сы йылдарынан алып Ырымбур казак ғәскәренең 2-се хәрби бүлеге үҙәге була.
1786 йылда 300 хужалыҡ, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм отставкалағы чиндарға ҡараған — 280, мещан һәм сауҙагәрҙәргә ҡараған 4 хужалыҡ иҫәпләнгән. 1811 йылда 700 кеше йәшәгән, 1897 йылда — 11103 кеше (башҡорттар — 212, мордвалар — 296, татарҙар — 948, урыҫтар — 9471).
Халҡы малсылыҡ, игенселек, сауҙа, һөнәрселек менән шөғөлләнгән.
19 быуат аҙағында 18 һөнәрселек предприятиеһы булған.
Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. 1866 йылда мәхәллә училищеһы, дауахана, мәсет, 3 сиркәү эшләгән.
1891 йылда ҡалала Николай II булып китә. 1918 йылдың февраль—мартта Граждандар һуғышы барышында унда А. И. Дутов штабы, август—ноябрҙә Башҡортостан автономияһының Тамъян-Ҡатай кантоны башҡарма комитеты урынлашҡан.
1918 йылдың яҙында — 1919 йылдың йәйендә ҡала бер нисә тапҡыр казактар, партизандар, РККА частары ҡулына күсә. 1919 йылдан алып Силәбе губернаһы составында.
Верхнеурал ҡәлғәһе тарихы
үҙгәртергәВерхнеурал ҡәлғәһе 1735 йылда Таймаҫ Шәимов булышлығында И. К. Кирилов тарафынан Яйыҡ йылғаһы үрге ағымында Себер даруғаһы Ҡара-Табын олоҫы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур сик һыҙығының хәрби-нығытмалы торамаһы булараҡ нигеҙ һалына. Яйыҡ йылғаһының исеме менән аталған. 18 быуаттың 40‑сы йылдары башына тиклем — Үрге Яйыҡ пристане, 1775 йылға тиклем Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе исеме менән билдәле була. Халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, ваҡ һөнәрселек менән шөғөлләнгән. 50‑се йылдарҙа Верхнеурал ҡәлғәһе аша Екатеринбург — Ырымбур оло юлы үтә. Гарнизон пехота һәм 2 драгун ротаһынан торған. 200‑гә яҡын хужалыҡ, 2 сиркәү булған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 1773 йылдың декабрендә ҡәлғәгә баш күтәреүселәр һөжүм итә, 1774 йылда хөкүмәт ғәскәрҙәре тупланыу үҙәктәренең береһе була. Өфө наместниклығын ойоштороу тураһындағы 1781 йылғы указы буйынса, өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Верхнеурал өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Апрелков Алексей Васильевич (1921—3.11.2005), ғалим-тарихсы, Көньяҡ Урал тарихын, шул иҫәптән граждандар һуғышы осоронда Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы биләмәләрендәге хәл-ваҡиғаларҙы өйрәнеүсе. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, 1-се ранг капитаны. 1973—1986 йылдарҙа хәҙерге Силәбе юғары хәрби автомобиль команда-инженер училищеһы доценты. Тарих фәндәре кандидаты (1968). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Силәбе өлкәһенең Ф. М. Стариков исемендәге премияһы (2003) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы (2004) лауреаты[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Миржанова, С. Ф.. Кубалякский говор башкирского языка [Текст] : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата филологических наук / Башк. гос. ун-т им. 40-летия Октября. — Уфа : [б. и.], 1967. — 21 с.
- ↑ Апрелков Алексей Васильевич. Портал «Челябинская область»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт администрации Верхнеуральского муниципального района. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
- «Верхнеуральский Извозчик» — независимое электронное СМИ Верхнеуральского района. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
- «Верхнеуральский Вестник» — первое независимое СМИ Верхнеуральска 2016 йыл 5 сентябрь архивланған.
- Информационный портал г. Верхнеуральска (NEW)
- Верхнеуральск в энциклопедии «Мой город»
- История герба Верхнеуральска
- Никольский собор Верхнеуральска 2007 йыл 9 декабрь архивланған.
- Сайт МОУСОШ № 1 г. Верхнеуральска 2013 йыл 6 октябрь архивланған.
- Сайт МОУСОШ № 2 г. Верхнеуральска
- Мой город Верхнеуральск все о Верхнеуральске
- Фотографии города Верхнеуральска 2020 йыл 4 ноябрь архивланған.