Советтарҙың Бөтә Башҡорт съезы

(Бөтә Башҡорт Советтар съезы битенән йүнәлтелде)

Советтарҙың Бөтә Башҡорт съезы; шулай уҡ Бөтә Башҡорт Советтар съезы — 1920—1938 йылдарҙа Башҡорт АССР-ындағы дәүләт власының юғары органы.

Советтарҙың Бөтә Башҡорт съезы

1920 йылдың апрель айында Башҡорт АССР-ы хөкүмәте — Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) I Бөтә Башҡорт Советтар съезы саҡырылышына әҙерлек башлай, уны үткәреү 1920 йылдың 20 майында планлаштырыла. 1920 йылдың 9 апрелендә Башревком янында Советтар съезына тәҡдим итеү өсөн автономиялы республиканың Конституцияһын әҙерләү буйынса комиссия булдырыла. Комиссия составына Ә. Вәлидов, И. Алкин, К. Каспранский, И. Мутин, Р Петров, Ф. Төхвәтуллин, Ласточкин, Гест инәләр. Комиссия «БССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы тураһында», «Бөтә Башҡорт эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары Советтары съезы тураһында», «Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы вәкиллектәре тураһында», «БССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы эштәре менән идара итеү тураһында» положениеларын әҙерләү менән шөғөлләнә[1]. Әлеге положениеларға ярашлы властың һайланған органдары — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм депутаттар Советтары съезы алдында яуаплы булған Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы йөҙөндә парламент республикаһын булдырыу күҙ уңында тотола[2]. Әммә Башҡорт АССР-ының Конституцияһын әҙерләү буйынса комиссия йөкмәтелгән эште аҙағына тиклем башҡарып сыға алмай, сөнки уның рәйесе Вәлидов 28 апрелдә Мәскәүгә саҡыртыла, ә үҙәк властары федераль властар һәм Башҡорт АССР-ы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең конституцион-хоҡуҡи нормаларын билдәләү буйынса эште үҙ контроле аҫтына ала. Май айында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетында (ВЦИК) Башҡорт АССР-ының эске ҡоролошо тураһындағы положениены әҙерләү буйынса комиссия эшләй[3]. 1920 йылдың 19 майында ВЦИК һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Рәсәй Совет Республикаһына ҡарата мөнәсәбәттәре тураһында» декретына ҡул ҡуя. «Известия ВЦИК» гәзитендә декрет «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарары тип бирелә[4].

Декретты ҡабул итеү Башревком һәм башҡорт халҡы яғынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, әммә үҙәк властары быға бер ниндәй ҙә иғтибар бирмәй. 1920 йылдың июненә Башревкомдың хәле киҫкенләшә, ғәмәлдә автономиялы республиканың бөтә эштәре менән милләттәр үҙбилдәләнешенә ҡаршы булған РКП(б)-ның Башобкомы етәкселек итә башлай. Һөҙөмтәлә 1-се составтағы Башревком ағзалары отставкаға китә. Башревкомдың яңы составына Ғинуар конфликтында ҡатнашыусы милли автономияға ҡаршы сыҡҡан кешеләр ҙә инә. Ошо шарттарҙа автономиялы республиканың Советтар съезының яңы саҡырылышына әҙерлек башлана. Һөҙөмтәлә, 103 делегат араһынан 27 кеше генә (26 %) башҡорттар булып сыға[5], шул уҡ ваҡытта республика күләмендә уларҙың өлөшө яҡынса 60 % тәшкил итә[6] (1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Бөрйән-Түңгәүер һәм Тамъян-Ҡатай кантоны халҡынан тыш — унда башҡорттар ихтилалдары бара). 1920 йылдың 25-28 июлендә Стәрлетамаҡта I Бөтә Башҡорт Советтар съезы үтә, унда Башревкомды бөтөрөү һәм уның вәкәләттәрен Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына (БЦИК) һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советына (СНК) тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

1921 йылдың июлендә II Бөтә Башҡорт Советтар съезында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты алдында 1920 йылдың 19 майындағы «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декретын ҡайтанан ҡарау эшен ҡуҙғатыу буйынса эш йөкмәтелә. Съезда «Башҡорт АССР-ның дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле резолюция проекты ҡабул ителә, ә башҡорт теле рус теле менән бер рәттән дәүләт теле итеп таныла һәм уны мотлаҡ рәүештә Башҡорт АССР-ның бөтә уҡыу һәм хәрби-уҡыу йорттарында уҡытыу һәм өйрәнеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[7].

1925 йылдың 27 мартында V Бөтә Башҡорт Советтар съезында ҡабул ителгән беренсе Башҡорт АССР-ының беренсе Конституцияһы ҡабул ителә[8]. Башҡорт АССР-ының 10-йыллығы уңайынан VII Бөтә Башҡорт Советтар съезы юбилей съезы тип атала.

Барыһы ун Бөтә Башҡорт Советтар съезы уҙғарыла[9]. Һуңғы X Бөтә башҡорт Советтар съезы Өфөлә 1937 йылдың 20-23 июнендә үтә. Был съезда Башҡорт АССР-ының икенсе Конституцияһы ҡабул ителә, уға ярашлы автономиялы республиканың яңы үҙәк органы итеп Башҡорт АССР-ының Юғары Советы билдәләнә. 1938 йылдың 26 июнендә Юғары Советына һайлауҙар үткәрелә[10].

Бөтә Башҡорт Советтар съездары

үҙгәртергә
Һаны Датаһы Делегаттар һаны Көн тәртибе
I Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1920 йылдың 25—28 июле
103
1.Съезд саҡырылышы буйынса биш доклад.
2.Ағымдағы мәл буйынса доклад.
3.Башревком доклады.
4.Комиссариаттар докладтары:
::1)Аҙыҡ-түлек,
::2)Ер,
::3)Совет халыҡ хужалығы,
::4)«Башкиропомощь»,
::5)Эске эштәр,
::6)БашЧК,
::7)Эшсе-крәҫтиән инспекцяһы.
5.Башҡорт хөкүмәте резиденцияһы тураһында.
6.Бөтә Рәсәй Советтар съезына һайлауҙар тураһында.
7.БашЦИК-ка һайлауҙар тураһында.
8.Ағымдағы эштәр.
II Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1921 йылдың 1—4 июле
197
1.РСФСР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле.
2.Башҡорт АССР-ында совет төҙөлөшө бурыстары.
3.БашЦИК-тың, БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының доклады.
4.Наркоматтар доклады:
::1)Башсовнархоздың
::2)Башнаркомпродтың,
::3)Башнаркомземдың,
::4)Башнаркомпростың.
5.Башҡорт ССР-ының дәүләт ҡоролошо тураһында.
6.Бандитизм менән көрәш тураһында.
7.БашЦИКка һайлауҙар.
8.Ағымдағы эштәр.
III Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1922 йылдың 12—16 декабре
141
1.РСФСР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле.
2.БашЦИКтың доклады.
3.Башсовнаркомдың доклады.
4.Башнаркомфиндың доклады.
5.Башнаркомпростың доклады.
5.Башобкомпомголдың доклады.
7.Башнаркомземдың доклады.
8.Башнаркомюсттың доклады.
9.БашЦИКка һайлауҙар.
10.Смидович иптәштең IX саҡырылыш ВЦИК-тың эшмәкәрлеге һәм буласаҡ X Бөтә Рәсәй Советтар съезы тураһында доклады.
IV Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1923 йылдың 3—6 декабре
119
1.СССР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле.
2.Башҡорт АССР-ы хөкүмәте отчёты.
3.Башнаркомфиндың доклады: СССР-ҙың һалым сәйәсәте һәм 1923—1924 йылдарға урындағы яҡынса бюджет.
4.Берҙәм ауыл хужалығы һалымы.
5.Башнаркомземдың доклады:
::а) Башҡорт АССР-ының ер төҙөлөшө тураһында,
::б) ер төҙөлөшө тураһында.
6.Башнаркомпростың доклады.
5.Башобкомпомголдың доклады.
7.БашЦИКка һайлауҙар.
8. XI Бөтә Рәсәй Советтар съезы делегаттарын һайлау.
V Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1925 йылдың 21—27 марты
225
1.СССР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле.
2.Башҡорт АССР-ы хөкүмәте отчёты.
3.Башнаркомземдың үткән йылдың ҡаҙаныштары һәм һәм саралар планы тураһында доклады.
4.Башнаркомпростың республикалағы халыҡ мәғарифы торошо тураһында.
5.Башнаркомфиндың Башҡорт АССР-ы бюджеты тураһында доклады.
6.Башҡорт АССР-ының Конституцияһы проектын ҡарау.
7.Баймаҡ-Таналыҡ тау тресы идаралығының доклады.
8.Түбәнге совет аппараты тураһында.
9. БашЦИКка һайлауҙар.
10.Бөтә Рәсәй Советтар съезы делегаттарын һайлау.
VI Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1927 йылдың 15—26 марты
295
1.СССР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле.
2.Башҡорт АССР-ы хөкүмәте отчёты.
3.Башнаркомпростың дөйөм белем биреү проекты буйынса.
4.Бюджет һәм һалым сәйәсәте (Башнаркомфиндың доклады).
VII юбилейлы Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1929 йылдың 16—25 марты
225
1.РСФСР хөкүмәтенең отчёты.
2.Башҡорт АССР-ы хөкүмәте отчеты.
3.1928—1929 йылдарҙағы иген әҙерләү тураһында.
4.БАССР-ҙың ауыл хужалығын күтәреү буйынса конкрет саралар. Ауыл хужалығы кооперцияһының торошо буйынса содоклад.
5.1927—1928 йылдарҙағы бюджетты үтәү
6.1928—1929 йылдарға бюджетты раҫлау. Һалым сәйәсәте һәм практика.
6.Башҡорт АССР-ында халыҡ мәғарифы торошо.
7.Һайлауҙар.
VIII Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1931 йылдың 13—20 феврале
335
1.РСФСР хөкүмәтенең отчёты.
2.Башҡорт АССР-ы хөкүмәте отчеты.
3.БАССР ауыл хужалығының биш йыллыҡ үҫеш планы тураһында.
4.Выборы Правительства БАССР-ҙың Хөкүмәтенә һәм РСФСР-ҙың Советтар съезына һайлауҙар.
IX Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1935 йылдың 3—9 ғинуары
381
1.РСФСР хөкүмәтенең Башҡорт АССР-ы хөкүмәтенең отчёттары.
2.Ауыл хужалығының коллективлаштырыуы һәм механизациялауы тамамлаланыуы тураһында.
3.Дөйөм башланғыс белем биреү буйынса Мәғариф наркоматы эшмәкәрлеге.
X Бөтә Башҡорт Советтар съезы 1936 йылдың 12 — 15 ноябре 
1937 йылдың 20—23 июне
542
1.СССР-ҙың яңы Конституцияһы проектын раҫлау.
2.Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының доклады.
3. VIII Бөтә Союз Советтар һәм XVII Бөтә Рәсәй Советтар съездарына делегаттар һайлау.
4.Ойоштороу мәсьәләһе.
5.Утверждение Башҡорт АССР-ының 1937 йылғы Конституцияһын раҫлау.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 290
  2. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 293
  3. Кульшарипов, 2000, с. 271—272
  4. Касимов С. Ф. «О государственном устройстве Автономной Советской Башкирской Республики» // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Уполномоченный П. Н. Мостовенко о ходе выборов в республике делегатов съезда писал таким образом:

    «…Я приехал в Стерлитамак как раз ко времени открытия 1 Всебашкирского съезда Советов… Тов. Шамигулов тут же кратко ознакомил меня с положением дел. По его информации, оно представлялось блестящим — состоял почти исключительно из коммунистов. Я прежде всего, однако, обратил внимание на совершенно микроскопическое количество делегатов-башкир и выразил сомнение, чтобы было удобно и соответствовало директиве Центра организовать Башреспублику при полном почти отсутствии в рядах учредительного съезда представителей ее основной национальности. На это Шамигулов сообщил мне, что в создавшейся обстановке виноваты сами башкиры, что их представители были избраны чуть ли не в большинстве, „но кое-кого из выбранных мы арестовали как националистов, остальные после этого поддались панике и разбежались кто куда, и их место заняли кандидаты почти сплошь русские и татары.“»

  6. Ишемгулов, 2018, с. 124—125
  7. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 267—270
  8. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 270—275
  9. Парламентаризм в Башкортостане, 2005, с. 29—32
  10. Парламентаризм в Башкортостане, 2005, с. 34

Һылтанмалар

үҙгәртергә