Шакиров Илмир Әбүзәр улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Шакиров Илмир Әбүзәр улы (27 март 1968 йыл4 ғинуар 1987 йыл) — Афғанстан Республикаһында интернациональ хәрби бурыс үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор, разведчик-ут атыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Биографияһы

үҙгәртергә

Илмир Әбүзәр улы Шакиров 1968 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Нәсибаш ауылында тыуған.

СССР Ҡораллы Көстәренә 1986 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Өфө берләштерелгән район хәрби комиссариаты тарафынан хеҙмәткә алына.

1986 йылдың сентябренән Афғанстан Республикаһында интернациональ хәрби бурыс үтәй.

Махсус тәғәйенләнештәге отряд составында күп тапҡырҙар боласылар контролдә тотҡан территорияларҙа заданиеларҙа була.

1987 йылдың 4 ғинуарында Кандагар ҡалаһының төньяҡ-көнсығышынан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан районда хәрби операцияла ҡатнаша. Дошмандар менән батырҙарса алыша, оҫта атыша. Бер нисә ут нөктәһен юҡ итә. Яугир булған БМП минаға эләгә, Илмир Шакиров иптәштәре менән һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Тыуған ауылы Нәсибашта ерләнгән.

Ҡаһарманлығы өсөн наградаһы

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (үлгәндән һуң)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә