Ямалов Марат Барый улы

дәүләт эшмәкәре, ғалим-тарихсы

Ямалов Марат Барый улы (27 март 1947 йыл) — тарихсы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (2000). РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).

Ямалов Марат Барый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Үрге Йәркәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, журналист, тәржемәсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Марат Барый улы Ямалов — 1947 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ы Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1965 йылда «Калтасинская заря» гәзитендә хаттар бүлеге хеҙмәткәре булып эш башлай[1].

1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. 19711972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының комсомол комитеты секретары.

Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай. 1975 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Башҡорт дәүләт университетында тәүҙә ассистент,һуңынан өлкән уҡытыусы булып эшләй.

1977 йылдан алып Марат Ямаловтың хеҙмәт биографияһы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән тығыҙ бәйләнгән: 1998 йылға тиклем доцент һәм 19992001 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһы мөдире.

1998 йылда тарих фәндәре докторы. «1965-1985 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының индустриаль үҫеше» актуаль темаға диссертация эшен яҡлай. 2000 йылдан — профессор. Университеттың Ватан тарихы кафедраһында ғилми-педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә[1].

Дәүләт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1998 йыл — 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә:

2001 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығын етәкләй, 2006 йылда (өҙөклөк менән) өлкән референт,

2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президентының өлкән референты булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Марат Ямалов 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, күп монографиялар авторы. Ғалимдың ғилми тикшеренеүҙәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм сәйәси тарихына арналған. Индустриялаштырыуҙы комплекслы тикшереү принциптарын, атап әйткәндә, сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, агросәнәғәт комплексы, элемтә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, көнкүреш хеҙмәте һәм сауҙа үҫешен тикшереү принциптарын эшләй.

  • «XX быуат» (Өфө, 1995)
  • «Башҡортостан Республикаһының индустриаль үҫеше (1965—1985 йылдар)» китабы киң танылыу яулай. (Өфө, 1998)
  • «1945-2000 йылдарҙа Башҡортостан ауылдары» (Өфө, 2003, авторҙашлыҡта).
  • «Р. Г. Кузеев» (Өфө, 2008, авторҙаш).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Марат Барый улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.

  • 2000 йылдан — Журналистар союзы ағзаһы. Уның публицистик мәҡәләләре матбуғатта даими баҫылып тора.
  • 2009 йылда «Бельские просторы» журналының «Публицистика» номинацияһында премия лауреаты.
  • Рәсәй Хәрби фәндәр академияһы ағзаһы.
  • «Белем» йәмғиәтенең лекторы булған. Бер нисә тапҡыр «Белем» республика ойошмаһы идараһы ағзаһы итеп һайланған.
  • Бөтә Рәсәй йәмғиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.

Ижады үҙгәртергә

Шиғриәт һөйөүселәргә Марат Ямалов лирик шағир булараҡ билдәле[1]. Ул бер нисә шиғырҙар йыйынтығы авторы:

  • 1995 йылда — «Мин бала саҡ туғайына ҡайтам әле» («Я вернусь в долины детства»)
  • 2004 йылда — «Тыныслыҡ йөҙөндә йылмайыу» («Улыбка над ликом покоя»)
  • 2006 йылда — «Күктәге карусель» «(Небесная карусель»)

Роберт Миңнуллиндың, Марсель Сәлимовтың һәм башҡа шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы (1986)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1997)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә