Һабанай (Дүртөйлө районы)

Һабанай (рус. Сабанаево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 155 кеше[1]. Почта индексы — 452306, ОКАТО коды — 80224834009. ИФНС коды — 0278.

Ауыл
Һабанай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°28′17″ с. ш. 55°10′20″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 834 009

ОКТМО коды

80 624 434 141

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һабанай (Рәсәй)
Һабанай
Һабанай
Һабанай (Дүртөйлө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һабанай

Ауыл 1816 йылдағы рәүиздә иҫәпкә алына. Тимәк ул 1796 һәм 1815 йылдар араһында барлыҡҡа килгән. Атамаһы антропонимдан алынған, әммә нигеҙ һалған кешенең кем булыуы билдәле түгел[2].

1816 йылғы VI рәүиздә ауылда 50 аҫаба башҡорт һәм 6 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. 1834 йылда — 90 башҡорт һәм 8 типтәр, 1859 йылда — 136 башҡорт һәм 15 типтәр, 1870 йылда бөтәһе 280 кеше, 1920 йылда 391 башҡорт йәшәй[2].

1834 йылда 10 ихаталағы 7 ғаилә күп ҡатынлы тип теркәлә. 90 башҡорттоң һәр береһенә 4,8 бот ужым, 6 бот яҙғы иген сәселә. 1843 йылда 13 ихатаның (90 башҡорт) 220 дисәтинә һөрөнтө ере була һәм улар 76 ат, 89 һыйыр, 53 һарыҡ, 55 кәзә аҫырай. Шулай уҡ 19 солоғо, 79 умартаһы була. Һабанайҙа мәсет тә, тирмәндә, мәктәп тә булмай[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 155 76 79 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әкәнәй): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 155 км

Ауылдың урамдары

үҙгәртергә
  • Мичурин урамы (рус. Мичурина (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Фазыловтар урамы (рус. Фазыловых (улица))

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.