Имашев Әҙһәм Карам улы

Имашев Әҙһәм Карам улы (26 ғинуар 1924 йыл — 1 октябрь 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби лётчик, артиллерист. Педагог.

Имашев Әҙһәм Карам улы
Файл:.jpg
Тыуған ваҡыты

26 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Аҙнай,
Башҡорт АССР-ы, СССР[1]

Үлгән ваҡыты

1 октябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны

Бишбүләк районы, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

һауа көстәре, артиллерия

Хеҙмәт итеү йылдары

19411945

Хәрби звание

лейтенант

Часть

1-се Белоруссия фронты
4-се гвардия уҡсылар дивизияһы
69-сы армия

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

  • Берлинды штурмлау
Наградалар һәм премиялар
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1944
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945Ҡалып:Красная Звезда

Биографияһы

үҙгәртергә

Әҙһәм Карам улы Имашев 1924 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районы Дим ауыл советы Аҙнай ауылында уҡытыусы Карамулла Әхмәтзәки улы менән Һәҙиә Фәйзрахман ҡыҙы ғаиләһендә тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары

үҙгәртергә

Һуғыш башланғас, Әҙһәм Карам улы 1941 йылдың аҙағында Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырыла.

Махсус педагогия белемле йәш егетте Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына хәрби лётчиктар әҙерләгән авиация училищеһына ебәрәләр. Курсанттар бында көнөнә 10-12-шәр сәғәт уҡый — осоу теорияһын өйрәнә, парашют менән һикерә, пулемёттан атыу күнекмәләрен ала.

18 йәшлек Әҙһәм Имашевҡа кесе лейтенант дәрәжәһе бирелә, һәм ул фронтҡа оҙатыла. Артабан ул Сталинград, Орёл, Курск, Ленинград ҡалалары өсөн барған һауа һуғыштарында ҡатнаша.

1943 йылдың 4 мартында, блокадалағы Лениград күгендә алышҡанда, дошман зенитсылары лейтенант Әҙһәм Имашевтың самолётын утҡа тота. Ҡыйыу лётчиктың беҙҙең ғәскәрҙәр урынлашҡан ергә парашют менән төшә. Снаряд ярсығы уның һул аяғын ҡаты яралағанлыҡтан, медкомиссия уға осорға ярамағанлығын хәбәр итә, һәм һалдатты артиллерия часына йүнәлтәләр.

Артиллерия батареяһы командиры сифатында лейтенант Әҙһәм Имашев Харьков, Киев, Варшава ҡалаларын азат итеү алыштарында ҡатнаша. Әҙһәм Имашев Харьковтан Берлинғаса яу юлын 69-сы армия составында үтә.

1-се Белоруссия фронты составында 4-се уҡсылар дивизияһы 1945 йылдың 14 ғинуарында Пулавский плацдармынан һөжүм башлай. 1945 йылдың 31 ғинуарында польша ҡалаһы Швибусты азат итә, 4 февралдә Одерҙағы Франкфурт районында Одер йылғаһы аша сығалар. 1945 йылдың 8 февралендә Одерҙағы Франкфурт — Реппен тимер юл участкаһында һуғыша.

4-се уҡсылар дивизияһының 101-се уҡсылар полкы лейтенанты Әҙһәм Имашев элемтә офицеры вазифаһын үтәй. 1945 йылдың 4—10 февраль көндәрендә, дошманды Висланан алып Одер йылғаһына тиклем эҙәрлекләгәндә, ҡаты марш шарттарында, ҡойон кеүек яуған ут аҫтында, полк командиры бойороҡтарын һәр саҡ ваҡытында подразделениелар командирҙарына еткереп торған.

Ҡуйылған бурыстарын аныҡ һәм ваҡытында үтәгәне өсөн, лейтенант Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.

1945 йылдың 16—26 апрелендә Одер йылғаһының көнбайыш ярындағы дошман оборонаһын йырып сыҡҡанда һәм Бранденбург провинцияһының бер нисә тораҡ пункттарына һөжүм операцияларында лейтенант Имашев, взвод менән оҫта идара итеп, миномёт уты менән дошмандың дүрт ут нөктәһен, взводҡа яҡын немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

Петергоф ҡалаһы янында дошмандың ҙур коммуникациялар үҙәген яулағнда, Имашев Әҙһәм командалыҡ иткән взвод миномёттар уты менән пехотаның һөжүменә ярҙам итә, һәм был үҙәк яулана. Әҙһәм Имашев II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордены менән бүләкләнә.

Көсөргәнешле алышты фронтовик бына нисек хәтерләй:

«1945 йылдың яҙғы ваҡиғалары һаман да бөгөнгөләй хәтеремдә һаҡлана. Одерҙағы Франкфурт ҡалаһы плацдармын алғандан һуң, Берлин операцияһы башланыр алдынан, 1945 йылдың 14 апрелендә, командование „тел“ алып килергә бойорҙо. Франкфурт бейек тау итәгендә урынлашҡан. Одер тирәләй бейек дамбалар төҙөлгән. Урыны менән бейеклеге 4 метрға етә. Дошман ошо диуар артында оборона тота. Танкистар һәм пехота өсөн дамба үтеп булмаҫлыҡ кәртә. Был операцияны тормошҡа ашырыр өсөн минең батареяға стенаны бер нисә урындан шартлатыу һәм тел килтереү бурысы ҡуйылды. Немецтар, стена буйлап каналдар соҡоп, һыу ебәргән, дамба өҫтөнән сәнскеле тимерсыбыҡ һуҙған. Бына ошо кәртәләрҙе үтеп, шартлатҡыс һалырға һәм тел табып килтерергә тейешбеҙ. Был операцияны уңышлы атҡарыр өсөн батареяға 40 автоматсы бирҙеләр. Төн буйы ямғыр яуҙы. Беҙҙең плацдарм өҫтөндә бер туҡтамай дошман снарядтары шартланы. Беҙ каналға тиклем 400 метр шыуышып барҙыҡ, үҙебеҙ менән алып килгән таҡталарҙы ҡуйып, канау аша сыға алдыҡ. Сапёрҙар ярҙамында мина яланын да уңышлы уҙҙыҡ. Төндә бетон стенаға килеп еттек. Һаҙлыҡлы урында стена аҫтына шартлатҡыс һалыр өсөн, соҡор ҡаҙҙыҡ. Дошманды албырғатыу маҡсатында, шул ваҡытта артиллеристар фашист траншеяларын ярты сәғәт утҡа тоттолар. Немецтарға сигенергә тура килде. Беҙ 20 минут эсендә шартлатҡыстарҙы ҡуйып өлгөрҙөк. Шартлатылған урындан автоматсылар алға ынтылдылар, дошман траншеяларына гранаталар ырғыттылар. Блиндажда 15 үле һәм яраланған өс немец ята ине… Әсирҙәр һөйләүе буйынса, немецтар 300 һалдатын юғалтҡан. Беҙҙең яҡтан өс автоматсы һәләк булды һәм биш һалдат еңел яраланды. Беҙҙе II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнеләр, ә 69-сы армияның баш командующийы рәхмәт иғлан итте.

Берлинға һөжүм алдынан Әҙһәм Имашев төндә яҡташын, Миәкә районы Исламғол ауылы егете Ғабдулланы, осрата. Одерҙы аша сыҡҡанда, һуғышҡа тиклем Аҙнай ауыл советы рәйесе булып эшләгән Ғарифулла Ғилмановты осрата.

Һуғыш Берлин урамдарына күсә. Һәр урамды, йортто совет һалдаттары йән аямай көрәшеп ала. Ҡала оборонаға ныҡ әҙерләнгән, ҡаршы тороу терәк пункттары, үҙәктәре булдырылған. Ҡалын стеналы ҡоролмалар ныҡ, тәҙрә-ишектәр амбразураға әйләндерелгән. Урамдар 4 метр ҡалынлығындағы ҡеүәтле баррикадалар менән кәртәләнгән. Дошмандың күп һанлы фаустпатрондары урам алышында беҙҙең танктарға зыян килтерә. Дошман ер аҫты ҡоролмаларын артиллерия һәм бомба һөжүмендә киң ҡуллана. 1985 йылда, Еңеүҙең 40 йыллығын байрам иткәндә, Әҙһәм Карам улына тағы бер бүләк — I дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырыла. Имашевтың хәрби батырлыҡтары миҙалдар менән билдәләнгән.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Һуғыштан һуң, запастағы офицер Имашев Әҙһәм Карам улы тыуған Аҙнай мәктәбенә — башта военрук, тарих һәм немец теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша, ә 1948 йылдан уны мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.


Директор һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре, мәктәп бинаһын бөртөкләп тергеҙә. Әҙһәм Карам улы менән завхоз Ҡадир Әхмәт улы Кирәйев мәктәптең иҫке бинаһын штукатурлайҙар, һөҙөмтәлә кластарҙа һәм коридорҙа температура нормалләшә.

Артабан мәктәп ихатаһы кәртәләнә, уҡыусылар һәм ата-әсәләр ярҙамында мәктәп яны баҡсаһы булдырыла. Мәктәп яны участкаһына химия һәм география уҡытыусыһы Хәлимә Лотфулла ҡыҙы Имашева етәкселек итә. Мәктәптең тәжрибә хужалығын яңынан тергеҙелә.

Һуңғараҡ үҙ ҡаҙанлығы, һыу менән айырым тәьмин ителгән, спорт залы, хеҙмәт дәрестәре оҫтаханаһы, ат аҙбары, гаражы һәм баҡсаһы булған яңы мәктәп төҙөлә.

Уҡыусылар бригадалары тәжрибә баҫыуында һәм плантацияларында юғары уңыш йыйып алғаны өсөн, мәктәпкә алты йыл дауамында Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә экспонаттарын күрһәтеү хоҡуғы бирелде, мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй йәш натуралистар конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булды.

Әҙһәм Карам улы Имашев 1978 йылда хаҡлы ялға сыға.

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әҙһәм Карам улы 1990 йылдың 1 октябрендә яҡты донъя менән хушлашты.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Сталинград, Ленинград ҡалалары өсөн алыша, Днепр йылғаһын кисә, Белоруссияның баш ҡалаһа Минскиҙы, Польша ерҙәрен азат итеүҙә, Одерҙағы Франкфурт, Берлин ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Союздаш ил яугирҙәре менән осраша. Фашист Германияһын Еңеүҙең 40 йыллығын ҡаршылағанда, киләһе быуынға иҫтәлек булһын, тип көндәлектәрен яңыртып яҙа.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
миҙалдары
  • «Варшаваны азат иткән өсөн»
  • «Берлинды алған өсөн»
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн»
  • «Брандербург провинцияһы сиктәренә ингәндә хәрби хәрәкәттәре өсөн»
  • Һуғыштан һуңғы йылдарҙа — бик күп юбилей миҙалдары һәм башҡа билдәләре менән бүләкләнә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 280. Оборона министрлығының Үҙәк архивында Имашев Әҙһәм улының батырлығы тураһында
  • www.delomir.ru/90-novosti/3232-frontovoj-dnevnik.html Деловой мир Башкортостана, 15 мая 2020 года. Фронтовой дневник Имашева Адгама Карамовича

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә