Төп менюны асырға

Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы

Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (26 ғинуар 1927 йыл16 сентябрь 2017 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Милләте — башҡорт.

Сәлихйән Хафиз улы
Дәүләтбирҙин
Эшмәкәрлек төрө:

Педагог

Тыуған көнө:

26 ғинуар 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Байназар ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

16 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны:

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы

Награда һәм премиялары:
2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» «Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Wikibooks-logo-ba.svg Викидәреслектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Сәлихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙин 1927 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы үлгәс, ун өс көнлөк кенә сабыйҙы әсә үҙ ауылына — Тимергә алып ҡайта. 1933—1937 йылдарҙа ул Тимер башланғыс мәктәбендә уҡый, 1937—1940 йылдарҙа Байназар тулы булмаған урта мәктәбендә белем ала.

1940 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенә уҡырға ингән малай 1942 йылдың башында һуғыш ауырлыҡтары арҡаһында белем алыуҙы ҡалдырып торорға мәжбүр була. Зирәк үҫмерҙе 1942 йылдың мартында Аралбай башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп алалар. Шул уҡ йылдың сентябрендә Сәлихйән Дәүләтбирҙин Байназар тулы булмаған урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы итеп күсерелә.

1944 йылдың ноябрендә йәш егет армия сафына саҡырыла. 1945 йылдың 8 авгусынан 2 сентябренә тиклем ул Байҡал аръяғы I фронтында самурайҙар менән һуғышта ҡатнаша. Японияға ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрендәге ҡыйыулығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[1], «Батырлыҡ өсөн»[2], «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. 1950 йылдың ғинуарына тиклем орудие командиры булып хеҙмәт итә.

Тыуған яғына ҡайтҡас, С. Х. Дәүләтбирҙин 1950 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем Байназар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. 1950 йыл аҙағынан 1953 йылдың ноябренә ҡәҙәр ул ВЛКСМ-дын Бөрйән райкомы сәркәтибе була, 1953—1954 йылдарҙа КПСС-тың район комитеты инструкторы, 1954—1955 йылдарҙа Байназар балалар йорто директоры булып эшләй. Балалар йорто ябылғас, һәләтле йәш ойоштороусыны Бөрйән район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп раҫлайҙар.

1957 йылдың авгусында Сәлихйән Хафиз улы үҙ теләге менән мәғариф системаһына күсә, Килдеғол башланғыс мәктәбенә директор һәм уҡытыусы итеп тәғәйенләнә.

1961 йылдың июлендә Тимер башланғыс мәктәбенә директор һәм уҡытыусы итеп күсерелгәндән һуң, өс йыл эшләгәс, Белорет районының Бөрйән төбәге буйынса халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы итеп саҡырыла. 1965 йылдан 1969 йылға тиклем Сәлихйән Хафиз улы Бөрйән районында инспектор була. Ул замандарҙа партия тынғыһыҙ коммунистарын, эште яйға һалып, уңыш яулатыр өсөн, артта ҡалған урындарға ебәрә ине. Шуға ла С. Дәүләтбирҙинға «күсмә тормош»та йәшәп, күп кенә ауыл мәктәптәрен аяҡҡа баҫтырырға тура килә. 1969 йылдың мартында тәжрибәле етәксене Иҫке Монасип һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡуялар. 1973 йылдан был уҡыу йорто урта мәктәпкә әүерелә.

Сәлихйән Хафиз улы үҙе эшләгән һәр урында берҙәм һәм эшлекле коллектив туплай, мәктәптең матди базаһын нығыта. Иҫке Монасип ауылында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәктәп бинаһына төкәтмә төҙөлә. Интернат асыла, уҡытыусылар фатир менән тәьмин ителә.

Директор үҙенең методик һәм педагогик белемен күтәреү өҫтөндә ныҡышмалы эшләй, коллектив ағзаларынан да шуны талап итә. Районда беренселәрҙән булып, кабинет системаһына күсәләр, ауыл хужалығы техникаһын өйрәнеүҙе ойошторалар. Укыусылар мәктәпте тамамлағанда аттестат менән бергә ауыл механизаторы танытмаһы ла алып сыға.

Эшһөйәр уҡытыусылар коллективы уҡыусыларҙың тулы өлгәшенә ирешә. Мәктәпте тамамлаусыларҙың яртыһы тиерлек юғары һәм махсус урта белем биреү уҡыу йорттарында уҡып, һәнәр алып, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында намыҫлы хеҙмәт итә.

С. Дәүләтбирҙин үҙенең дә дәрестәрен юғары кимәлдә алып бара. Шуғалыр, моғайын, мауыҡтырғыс, фәһемле дәрестәрҙән тәрән белем алған уҡыусыларының күбеһе тарихсы һәнәрен һайлай.

Ситтән тороп уҡып, тәүҙә Темәс педучилищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған Сәлих Хафиз улы үҙ балаларына ла юғары белем алырға, файҙалы һәнәр һайларға ярҙам итә.

1982 йылда С. Дәүләтбирҙинға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелде. Уға тиклем мәғариф ветераны миҙал һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Сәлихйән Хафиз улы, 1987 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша: район ветерандар советы президиумы ағзаһы, ауыл Советының ветерандар советы рәйесе була.

Абруйлы яҡташын район халҡы бик ихтирам итә. Уны мәктәптәге кисәләргә, Батырлыҡ дәрестәренә һәр ваҡыт саҡырып торалар. Сәлихйән Хафиз улы йәштәрҙә әхлаҡ, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүгә көсөн йәлләмәй. Уның район, республика матбуғатында әленән-әле баҫылып торған мәҡәләләре көнүҙәклеге менән айырылып тора һәм бер кемде лә битараф ҡалдырмай, һуңғы йылдарҙа С.Дәүләтбирҙин ижад эше менән мауыға — үҙ заманы, замандаштары тураһында ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә әҫәр яҙа. Уның киләсәк быуынға әйтер һүҙҙәре күп әле.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.