Башҡорт Хөкүмәте

Башҡортостан Хөкүмәте 1917-1919 йылдарҙа
(Башҡорт хөкүмәте битенән йүнәлтелде)

Башҡорт хөкүмәте — 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡортостан автономияһы башҡарма власының юғары органы.

Башҡорт хөкүмәте
Башҡортостан флагы
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Башҡортостан
Нигеҙләнгән 20 июль 1917
Бөтөрөлгән 21 февраль 1919
Дауамсы Башревком
Штаб-квартира Ырымбур, Каруанһарай

Тарих үҙгәртергә

Башҡорт хөкүмәтен 1917 йылдың 20 декабрендә III Бөтә Башҡорт ойоштороу съезында Кесе ҡоролтай һайлай. Рәйесе итеп Юныс Бикбов һайлана.

Башҡорт хөкүмәтенең урындағы учреждениелары булып кантон (район) һәм йорт (улус) идаралыҡтары тора, улар 1917 йылдың көҙөндә ойошторола башлай. Совет власына ҡарата Башҡорт хөкүмәте башта көтөп тороу позицияһын һаҡлай. Ырымбур Мосолман хәрби-революцион комитеты ҡарарына ярашлы 1918 йылдың 3 февралдән 4 февралендәге төндө (яы стиль буйынса — 15-нән 16-на ҡараған төндә) Башҡорт хөкүмәтенең һәм Башҡорт мәркәз шураһының 7 ағзаһы (И. М. Мутин, А. Н. Йәғәфәров, С. Ғ. Мерәҫов, Ә. Ә. Вәлидов, Ғ. Я. Айытбаев, А. К. Әҙеһәмов, И. Сәлихов) ҡулға алыналар. Ҡулға алыу тураһындағы МХРК ҡарары Ырымбур губерна ревкомы тарафынан һуңынан (артҡы һан менән) раҫлана[1][2], әлеге ревком Мосолман хәрби-революцион комитетының Башҡорт хөкүмәте ағзаларының Ырымбур Казак кругы атаманы А. И. Дутов менән берлектәге ғәмәлдәре тураһындағы хөсөтөнә ышана[3][4]. Башҡорт хөкүмәте ағзаларын ҡулға алынғандан һуң, башҡорт йәштәренең бер төркөмө, шул иҫәптән «Тулҡын» йәштәр ойошмаһы активистарының ҡайһы берҙәре яңы етәкселек органын ойошторалар — Ваҡытлыса Башҡортостан революцион советы (шуро) (ВРСБ) марте 1918 йылдың мартында Баймаҡта большевиктар Башҡортостан хөкүмәтенең ике ағзаһын — Ғабдулла Иҙелбаевты һәм Ғимран Мағазовты атып үлтерәләр[5]. 4 апрелдә ҡулға алынған хөкүмәт ағзалары башҡорттарҙың һәм казактарҙың берлектәге һөжүме ваҡытында азат ителәләр.

Хөкүмәттең эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн шарттар Чехословак корпусы сығышынан һуң барлыҡҡа килә, сөнки ул ваҡытта бөтә край территорияһында Совет власы юҡҡа сығарыла. Милли учреждениелар 1918 йылдың июнь — июлендә чехтар яулап алған Силәбелә урынлаштырыла һәм шунда хөкүмәт һәм Кесе ҡоролтай ағзалары килә.

Башҡортостан хөкүмәтенең 1918 йылдың 12 июнендәге фарманына ярашлы, Башҡорт ғәскәре менән идара итеү өсөн Башҡорт хәрби советы ойошторола[6].

 
Хөкүмәттең һәм парламенттың резиденцияһы Ырымбур Каруанһарайында урынлаша

Башҡорт хөкүмәте ил көнсығышында Ваҡытлыса Себер хөкүмәте, Комуч, Ырымбур казак кругы һәм башҡа большевиктарға ҡаршы үҙәктәр менән бәйләнештәр булдыра.

Хөкүмәт тарафынан рәсми рәүештә «Башҡорт хөкүмәте хәбәрҙәре» сығарыла. Башҡорт вәкилдәре Силәбе өйәҙ съезында һәм бер нисә өйәҙ структураһын төҙөүҙә ҡатнашалар, атап әйткәндә, ер идаралығын, һәм унда башҡорттаҙың вәкиле булараҡ Х. И. Ишбулатов инә.

Август башында хөкүмәт Ырымбурға күсенә, ул ваҡытта Ырымбурҙы Ырымбур казак ғәскәре отрядтары биләй һәм уларҙың етәкселәре Башҡортостандың дәүләт үҙаллылығына һәм автономия перспективаһына ыңғай ҡарашта була. 1918 йылдың октябрендә И. М. Солтанов, Ю. Ю. Бикбов, Ә. Ә. Вәлидов етәкселегендәге хөкүмәт делегацияһы Өфөлә дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, Директория флагы аҫтында төрлө сәйәси көстәр берләшергә маташа.

1918 йылдың 18 ноябрендә А. В. Колчак хәрби түңкәрелеш ойоштора һәм үҙен Рәсәй Юғары хакимы һәм Рәсәй Ҡораллы көстәренең Юғары башкомандующийы итеп иғлан итә. Адмирал Колчак башҡорттарҙың автономияһын танымай. Бөтә урындағы хөкүмәттәргә үҙ-үҙен ғәмәлдән сығарыу тураһында иғлан итергә тәҡдим ителә, әммә Башҡортостан Хөкүмәте 1918 йылдың 4 ноябрендәге "Бөтә өлкә хөкүмәттәренә Ваҡытлыса Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең, Рәсәй Дәүләтенең бөтә граждандарына Грамотаһы"н инҡар итеп, ғәмәлдән сығарыуҙан баш тарта. Әлеге мөрәжәғәт, шулай уҡ Башҡорт хәрби советын һәм Башҡорт корпусы штабын юҡҡа сығарыу һәм башҡорт полктары командованиеһын генерал-лейтенант А. И. Дутовҡа тапшырыу Башҡорт хөкүмәтен РСФСР вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр башларға мәжбүр итә[7]. Совет властары менән Башҡорт ғәскәренең Ҡыҙыл Армия яғына күсеү тураһында Һөйләшеүҙәр башланғандан һуң, Темәс ауылында 1919 йылдың 26 ғинуарында башҡорт хөкүмәте үҙгәртеп ҡорола. Уның яңы рәйесе итеп Мстислав Ҡулаев һайлана, а Ә. Ә. Вәлидов — Башҡорт ғәскәре командующийы булып ҡала. Ошо хөкүмәт автономияны совет системаһында булдырырға тырыша.

Башҡорт хөкүмәте Мәскәүгә Башҡорт совет автономиялы республикаһын төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн делегация оҙата, уның составына Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. Ҡулаев, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы М. Д. Халиҡов һәм Башҡорт ғәскәре командиры А. И. Бикбауов инә. 1919 йылдың 16 февралендә хөкүмәт 18 февралдән автономиялы Башҡорт республикаһы РСФСР составына инеүе һәм башҡорт ғәскәренең РККА яғына күсеүе тураһында иғлан итә[8] 1919 йылдың 22 февралендә Башҡорт Хөкүмәте Башҡортостан территорияһындағы власты Башҡорт республикаһының Ваҡытлыса хәрби-революцион комитетына тапшыра, уның нигеҙендә һуңғараҡ Башревком ойошторола.

1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Совет Автономиялы Республика тураһында килешеү» төҙөлә һәм Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы булдырыла. Ошо документҡа ҡул ҡуйып, Советтар Башҡортостандың 1917 йылдан ғәмәлдә булған милли-территориаль автономияһын таный[9]. Бынан һуң Башҡортостан Хөкүмәте үҙ эшмәкәрлеген туҡтата.

Аҡ гвардиясылар араһында ҡалған һәм А. В. Колчакка теләктәшлек белдергән милли эшмәкәрҙәр араһында Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиев һәм уның улы Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев билдәлелек яулайҙар. Силәбелә 1919 йылдың 26 июленә Бөтә Башҡорт съезы тәғәйенләнә (милли учреждениеһын булдырырға ниәтләйҙәр). Силәбе алышы барышында колчаксыларҙың еңелеүе һәм аҡ гвардиясыларҙың Урал территорияһынан китеүе арҡаһында Башҡорт хөкүмәтен тергеҙеү пландарына нөктә ҡуйыла.

Башҡорт хөкүмәте рәйестәре үҙгәртергә

Галерея үҙгәртергә

Башҡорт Хөкүмәтенең рәсми эш ҡағыҙҙарының һәм мисәттәренең өлгөләре
 
 
 
 
 
 
 
 

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Парламентаризм в Башкортостане, 1-й том, 2005, с. 59
  2. История государства и права Башкортостана, 2007, с. 231
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 1. — С. 59. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  4. Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 231. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
  5. Баймакский расстрел 1918 // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Таймасов Р. С. Башкирский военный совет // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Башкортостан / М. Г. Шарце (Органы государственной власти), М. Н. Петрушина (Природа), М. Д. Горячко (Население, Хозяйство), С. В. Кузьминых, Р. З. Янгузин (Исторический очерк), А. Н. Прокинова (Здравоохранение), В. Х. Ганиев (Литература), С. А. Рахимова (Театр) // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
  8. Касимов С. Ф. Башҡорт Хөкүмәте // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  9. Зиннатуллин З. Караван-Сарай и 90-летие провозглашения Республики Башкортостан // Ватандаш. — 2008. — № 2. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар үҙгәртергә