ТихвинРәсәйҙәге ҡала, Ленинград өлкәһенең Тихвин районында һәм Тихвин ҡала биләмәһендә административ үҙәк.

Тихвин
Герб
Нигеҙләү датаһы 1383
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Тихвинское городское поселение[d][1], Тихвинский район[d] һәм Тихвинский уезд[d]
Административ-территориаль берәмек Тихвинское городское поселение[d], Тихвинский район[d] һәм Тихвинский уезд[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 53 932 кеше (2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 50 метр
Майҙан 24 км²
Почта индексы 187551, 187552, 187553, 187556 һәм 187557
Рәсми сайт gorod.tikhvin.org
Урындағы телефон коды 81367
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Тихвине[d]
Карта
 Тихвин Викимилектә

Тихвин Успение соборы
«Тихвин» станцияһында поезд
Тимер юл вокзалы

2010 йылдың 4 ноябрендә хәрби дан ҡалаһы исеме бирелә. 2011 йылдың 9 декабрендә маршал Кирилл Мерецков исемен йөрөткән майҙанда «Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы асыла.

Ҡаланың эре сәнәғәт һәм мәҙәни, транспорт үҙәге булып тора

Атамаһының килеп сығышы билдәһеҙ. Топоним беренсе тапҡыр Новгород өсөнсө йылъяҙмаһында 6891 (1383) йыл менән Божья Матерь иконаһы менән бәйле телгә алына[3]. Беренсел булып йылға исеме тора. М.Фасмер йылға исемен боронғо рус тихъ «тихий» («тымыҡ»)[4] һүҙенән тип иҫәпләй. Ю. Ю. Откупщиков , был этимология менән ризалашып, гидронимды бүлгеләй: Тих-в-инъ һәм бында боронғо һинд-европа <i id="mwPA">u</i>-нигеҙен күрә[5]. С. Роспонд топонимды фин. tihkua «аға» менән ихтималлығын билдәләй. Был версияны Е. М. Поспелов дөрөҫ тип һанай. Шулай Тверь[6] (Тьхверь формаһы билдәле, баштағы йылғаның исеме менән) топонимы менән бәйле булыуы ла фаразлана, уға ҡарата славян һәм балтик буйы-фин килеп сығышы тураһында фараздар бар[7]. Топонимды Тихверя һәм Тигвера (карел. Tihveri, шулай уҡ йылға һәм күл исемдәре), урыҫҡа тиклемге сығышы булған тораҡ пункттарҙың атамалары менән сағыштыралар.

 
Тихвин Божья Матерь иконаһы

Тихвин погосы тураһында иң тәүге мәғлүмәттәрҙе 1383 йылға ҡарай.

Волга менән Ладога һәм Балтик диңгеҙе менән бәйләүсе сауҙа юлдар сатында урынлашыуы, Тихвин погосының — алдағы Тихвин ҡалаһының тиҙ үҫешен тәьмин итә. XVI быуат башынан уҡ был сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге булған.

1507—1515 йылдарҙа Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Василий III аҡсаһына итальян архитекторы Фряз ин Новгород төҙөүсеһе Дмитрий Сырков янып юҡҡа сыҡҡан ағас сиркәү Успение урынына Тихвин Божья Матерь иконаһы өсөн Мәскәү Кремленең Успение соборы өлгөһөндә таштан мөһабәт Успение соборы төҙөй, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

1560 йылда батша Иван IV бойороғо буйынса Тихвинка йылғаһының һул ярына Успение ирҙәр монастырына нигеҙ һалына. Эштәр менән етәкселек итеү Дмитрий Сырковтың улы Федор Сырковҡа йөкмәтелә. Соборҙы төҙөүҙә егерме улустың крәҫтиәндәре йәлеп ителә.

1560 йылдың яҙғы-йәйге миҙгелендә Ҙур Успение монастыры менән бер рәттән Кесе Введенский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, шулай уҡ ике посад, төрлө торлаҡ, хужалыҡ һәм культ ҡаралтылары менән сауҙа-сәнәғәт тораҡтары төҙөлә. Успение монастырын тәүҙә осло башлы бүрәнә ҡоймалар уратып ала. Һуңғараҡ, XVII быуат уртаһында, эсе тупраҡ һәм таш тултырылған ике параллель ағас бураларҙан торған стеналар менән алмаштыралар. Өҫтө буйлап бойницалар менән ябыҡ йөрөү урыны була. Стеналары өҫтөндә туғыҙ ҡеүәтле башнялар күтәрелә. Шулай итеп боронғо тихвин ауылында Рустең төньяҡ-көнбайыш сиктәрендә ҙур роль уйнаған мөһим нығытма барлыҡҡа килә.

Буталсыҡ ваҡыттан

үҙгәртергә

XVII быуат башында Рус дәүләте эске көрсөк кисерә. Польша-швед һуғышы ваҡытында (1600-1611) Тәхеткә дәғүә итеүсе Ялған Дмитрий менән көрәшкә батша Василий Шуйский. Вәғәҙә ителгән Кореланы батша бирмәгәс, шведтар 1611 йылда Новгородты баҫып ала, һәм Речь Посполитая менән Швеция араһында ун айға тыныслыҡ килешеүенән файҙаланып, шведтар Новгородтың сик ерҙәрен баҫып ала башлай, Корела, Ям, Ивангород, Копорье һәм Гдовты биләйҙәр. Рус-швед һуғышы барышында 1613 йылдың 25 майында Тихвинда швед гарнизонына ҡаршы Леонтий Арцыбашев етәкләгән ихтилал ойошторола. Тихвин посады делагарди отрядтары тарафынан баҫып алына, талана һәм яндырыла. Әммә посад кешеләре Успение монастырының ҡәлғә стеналары артында йәшеренеп ҡала, оҙайлы ҡамауға һәм дошмандың һөжүмдәренә бирешмәй, ә һуңынан швед ғәскәрен ҡыйрата. Тихвиндарҙың көршәне шведтарҙы ҡыуыу менән тамамлана һәм швед баҫҡынсылары яулаған Новгород ерҙәрен азат итеүгә башланғыс бирә, уны XVIII быуатта бөтә рус халҡының ҙур тырышлығы менән еңеүгә тиклем Петр I дауам итә.

XVII—XVIII быуаттарҙа Тихвин посады иҡтисади үҫешкә өлгәшә. Бында юғары кимәлдә һөнәрселек әйберҙәре етештерелә. Тихвин Рәсәйҙең тышҡы сауҙаһы тормошҡа ашырылған пункттарҙың береһе була, XVII быуатта сауҙа һәм һөнәрселек посадтың үҫешенә булышлыҡ итә, ул ярайһы уҡ байтаҡ территорияларға ла тарала.

1560 йылдан Тихвин посады Ҙур Успение һәм Кесе Введенский монастырҙарынан вассал буйһоноуында була. Тик монастырҙар территорияһында таш төҙөлөш алып барыла. Успение монастырында соборҙан тыш XVI быуатта таштан Богордица Раштыуаһы сиркәүе төҙөлә (1581 йыл). Федор Стратилат төкәтмәһе менән Вознесение сиркәүе, шулай уҡ биш сатырлы манара (1600 йыл) күтәрелә. Таш төҙөлөш бигерәк тә XVII быуаттың икенсе яртыһында киң йәйелә. Ағас ҡоролмалар таш менән алмаштырыла. Был эштәр һөҙөмтәһендә монастырь территорияһында, XVI—XVII быуаттарҙың тарихи- мәҙәни ҡомартҡыһы, ансамбль төҙөлә. Уның байтаҡ өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. XVIII—XIX быуаттарҙа ҡайһы бер монастырь биналары үҙгәртеп ҡороуға дусар була, тәүге ҡиәфәте үҙгәрә.

1723 йылда оҙайлы көрәштән һуң, Тихвин посад халҡы монастырь идарасыһынан ҡотола. Тихвин халҡы ала үҙ административ органын — магистр ала, ул Новгород губерна канцелярияһына буйһона. Посад тулыһынса монастырҙарҙан 1764 йылда ғына, монастырь ерҙәрен дәүләткә тапшырыу тураһында указдан һуң айырыла.

1773 йылда Тихвин Новгород губернаһы Тихвин өйәҙенең өйәҙ ҡалаһы статусын ала.

XIX быуатта Тихвин сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге булып үҫешен дауам итә. Уның иҡтисади әһәмиәте 1811 йылда Тихвин һыу системаһын асыу менән бәйле арта. Йөҙләгән караптар — йөктәр менән Тихвин янынан Петербургтан Новгород йәрминкәһенә аға. Йылына алты меңгә яҡына караптар Тихвин каналы буйлап үтә. Тихвин халҡының күп өлөшө һал ағыҙыуҙа, һыу йөк транспортында эшләй.Рәсәй империяһының беренсе халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса:

ТИХВИН — өйәҙ ҡала, православие динен тотоусылар — 6420, ирҙәр — 3032, ҡатын-ҡыҙҙар — 3557, ике енес тә — 6589. (1897 йыл)[8]

1918 йылдан Тихвин ҡалаһы ла һәм Тихвин өйәҙе лә яңы ойошторолған Череповецк губернаһына инә.

1927 йылдың 1 авгусынан Тихвин ҡалаһы — Ленинград өлкәһе Тихвин районының үҙәге (1930 йылдың 23 июленән Ленинград өлкәһендә).

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Тихвин нацистик Германия ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. 1941 йылдың 9 декабрендә Тихвин һөжүм операцияһы барышында азат ителә. . Һуғыш йылдарында күп кенә архитектура һәйкәлдәре емерелә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң

үҙгәртергә

1945 йылдың 19 июлендә Тихвин өлкә буйһоноуындағы ҡала категорияһына индерелә.

1970 йылда Тихвиндың тарихи үҙәген, бер урамдан тыш, «Трансмаш» заводы хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ биҫтәһе төҙөүгә тулыһынса һүтеп алыуға планлаштырыла. Үҙәге башлыса ағас биналарҙан тора. Был хәбәр Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең Ленинград өлкә бүлеген һәм шәхсән Т.А.Славинды хәүефкә һала. Уларҙың тырышлығы менән Тихвиндың һаҡланыу зонаһының ҙур проекты әҙерләнә. 1974 йылдың 24 октябрендә дәүләтте һаҡлау, һуғыш ваҡытында ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Тихвин I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә

2006 йылдың 1 ғинуарынан Тихвин — Тихвин районы составындағы Тихвин ҡала биләмәһе үҙәге.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведев 2010 йылдың 4 ноябрендә Тихвин ҡалаһына «Ватан бойондороҡһоҙлоғо һәм ирке өсөн көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы, күмәк батырлығы өсөн» Рәсәй Федерацияһының «Хәрби дан ҡалаһы» маҡтаулы исеме бирә[9]

2016 йылдың октябрендә тимер юл станцияһы янында 1941 йылда эвакуация ваҡытында һәләк булған блокадалы Ленинград балаларына һәйкәл асыла. Һәйкәл Тихвин станцияһын вермахт авиацияһы тарафынан бомбаға тотоуының 75-йыллығына арнала, уның барышында Ленинградтан балалар һәм яралы ҡыҙылармеецтар менән ике эшелон бомбаға тотола[10].

Географияһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Тихвина Ленинград өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында, Тихвинка йылғаның ике ярына (Ладога күле бассейны) Санкт-Петербургтан 215 км[11] алыҫлыҡта ята.

Ҡалала уртаса континенталь климат. Көнсығыштараҡ урынлашыуы арҡаһында ғинуарҙа уртаса температура Петербургҡа ҡарғанда ике градус түбәнерәк. 2010 йылдың 28 июлендә Тихвинда аномаль эҫелек теркәлгән, +37,8 °C[12][13][14].

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 4,2 °C
  • Уртаса ел тиҙлеге — 3,0 м/с
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек

1825 йылда 2018 йылға тиклем осорҙа халыҡ һаны уҙгәреүе (мең кеше)[15][16][17][18][19][20][21][22][23][24][25][26][27][28][29][30][31].2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 290 Рәсәй Федерацияһының 1112[32] ҡалаһы араһында [33] 375-се урында була

2019 йылдың 1 ғинуарына Тихвин халҡы һаны буйынса Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 285- се урында тора

Милли составы

үҙгәртергә
Милләте 1897[34] 1926[35] 1939[27] 1959[36] 1989[30] 2002[37]
иҫәптән % иҫәптән % иҫәптән % иҫәптән % иҫәптән % иҫәптән %
Барыһы 6589 100 10269 100 16199 100 18412 100 71287 100 63338 100
рус 6418 97,4 9891 96,3 15523 95,8 17952 97,5 67796 95,1 59452 93,9
украиндар 2 0,0 10 0,1 188 1,2 152 0,8 1282 1,8 789 1,3
белорустар - - 12 0,1 48 0,3 99 0,5 832 1,2 634 1,0
татарҙар 1 0,0 56 0,5 79 0,5 22 0,1 187 0,3 204 0,3
әзербайжандар ... ... ... ... ... ... ... ... 76 0,1 143 0,2
вепс - - 5 0,0 11 0,1 5 0,0 99 0,1 85 0,1
йәһүдтәр 119 1,8 176 1,7 113 0,7 41 0,2 56 0,1 28 0,0
башҡа 49 0,7 119 1,2 237 1,5 141 0,8 959 1,3 2003 3,2

Иҡтисады

үҙгәртергә

Comazo

  • Тихвин вагондар төҙөү заводы
  • ТихвинХимМаш
  • ТихвинСпецМаш
  • ТСЗ «Титран-Экспресс»
  • Тихвин ферроиретеү заводы
  • IKEA Swedwood компанияһының мебель фабрикаһы
  • «Тихвинстройфаянс» заводы
  • «Тихвин урман химия заводы» производство берекмәһе (канифоль, ыҫмалаһы, скипидар, ылыҫлы экстракт сығара)
  • «Техстроймаш» махсус машиналар заводы
  • ООО «Тихмаш» (машиналар төҙөү)
  • ит комбинаты
  • Comazo эске һәм көндәлек кейем трикотаж фабрикаһы
  • «Петрохлеб» икмәк комбинаты
  • еңел сәнәғәт предприятиелары
 
ТИхфин Успене соборы

Тихвина яҡшы үҫешкән менән автобус бәйләнеше булған ленинград ҡалаһының һәм вологда өлкәһе, шулай уҡ республика Карелия. Тихвина бер көн һайын маршрут автобустарында № 860, № 860 «Да» һәм №

  • «Ростелеком»

Транспорт

үҙгәртергә

Тихвин аша А114 Яңы Ладога — Вологда автомобиль магистрале үтә

Тихвинда Ленинград һәм Вологда өлкәләре ҡалалары, шулай уҡ Карелия менән автобус бәйләнеше яҡшы үҫешкән. Тихвинда ҡала һәм ҡала яны автобус маршруттары күп. Ҡала аша Вологдаға тиклем федераль әһәмиәттәге автомобиль магистрале үтә. Шулай уҡ тимер юлы бәйләнеше үҫешкән

Тимер юл транспорты

үҙгәртергә
 
Дауахана комплексы ҡаршыһында 14-се автобус маршруты
 
141 -се автобус маршруты Вокзал алды майҙанында

Ҡалала Октябрьский тимер юлының Тихвин тимер юлы станцияһы бар. Унан аша Санкт-Петербург — Волховстрой I — Тихвин — Вологда, һәм артабан Архангельск, Воркута, Екатеринбург, Иркутск, Новокузнецк, Нур-Султан йүнәлешендә поездар йөрөй. Әленән әле Санкт-Петербург — Ярославль поезы йөрөй. Туранан-тура Мәскәүгә поезд юҡ, ләкин Мурманск йүнәлешендә Волховстрой I — Тихвин — Пикалево-I — Бабаево (йома һәм йәкшәмбе шулай уҡ — тиҙ йөрөшлө Санкт-Петербург (Ладога вокзалы) — Тихвин — Пикалево-I — Бабаево) электропоездары йөрөй.

«Тихвин» аэропорты

үҙгәртергә

1961 йылдың 1 авгусында Тихвин — Ленинград . авиалинияһы асыла.

1980 йылдарҙа Тихвин менән авиабәйләнеш тамамлана. Аэропорт Паголда ауылында урынлаша һәм ҡала менән 167-се автобус маршруты бәйләй

Ҡала йәмәғәт транспорты

үҙгәртергә
 
Тихвин монастыры

Тихвиндың ҡала транспорты рейс автобустарынан ғибәрәт

Әле ҡалала 16 маршрут автобусы йөрөй.

Ҡала яны һәм ҡала-ара рейстар 2008—2010 йылдарҙа төҙөлгән яңы автовокзалдан ҡуҙғала. Башҡа ҡала яны рейстар автовокзалдың майҙанынан, автовокзалға инеп тормайынса ҡуҙғала.

Кәрәҙле элемтә операторы тәҡдим итә:

Элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә

Интернет һәм телефон бәйләнеше

үҙгәртергә

Ҡала телефон элемтәһе хеҙмәтен күрһәтеүсе компания:

  • «МТС» (2G+3G+4G)
  • «Билайн» (2G+3G+4G)
  • «МегаФон» (2G+3G+4G)
  • «Tele2» (2G+3G+4G)
  • «Скайп Линк» (LTE 4G-450)
  • «Yota» (2G+3G+4G)

Ҡалала «Рәсәй-1», «ТВ Тихвин»[38], «Беренсе канал», «Бишенсе канал» һәм «НТВ». «Дивья-ТВ» ҡала кабель телеканалы эшләй. Шулай уҡ «Телевест» компанияһының кабель телевидениеһы бар

Шулай уҡ 2010 йылдан алып 2 айға бер тапҡыр «Деловой Тихвин» журналы сыға

  • «WiFire»
  • «Ростелеком»
  • «Телевеста-Инет»
  • «Teyla»

Телевидение

үҙгәртергә
  • 66,14 УКВ «Радио России»
  • 100,4 FM «Love Radio»
  • 101,3 FM «Град Петров»
  • 102,6 FM «Дорожное радио»
  • 103,7 FM «Европа Плюс»
  • 106,4 FM «Питер FM»
  • 106,9 FM «Русское радио» / «Радио Тихвин»
  • 107,7 FM «Авторадио»

Матбуғат

үҙгәртергә

Ҡалала шишәмбе-йома 5 аҙналыҡ гәзит нәшер ителә:

  • «Трудовая слава» — аҙналыҡ ижтиағи-сәйәси гәзит
  • «Дивья» — мәғлүмәти аҙналыҡ
  • «Тихвинская неделя» — мәғлүмәтиаҙналыҡ
  • «Перекрёсток-инфо» —бушлай аҙналыҡ
  • «Частник-инфо» — мәғлүмәт и аҙналыҡ

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Изге Иов ҡорамы
 
Изге Иов ҡорамы
  • Тихвин Успение ирҙәр монастыры, 1560 йылда нигеҙ һалынған.
  • Тихвин тарихи-мемориаль һәм архитектура-художество музейы (ТИМАХМА)
  • Тихвин Божья Матерь иконаһы ,
  • Введенский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры[39].
  • Н. А. Римский-Корсаков йорт-музейы
  • Александр Невский сиркәүе
  • Тихвин һыу системаһы фрагменттары
  • Мәҙәниәт һарайы[40].
  • Изге Иов Многострадальный сиркәүе
  • Джаз һәм тынлы музыка фестивале асыҡ «Тихвина сентябрҙә», халыҡ-ара джаз фестивале. Тихвина ҡалаһында 2000 йылда үткән. Төрлө илдәрҙең ижади бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсаты ҡуя музыкант, джаз классикаһы иң яҡшы донъя өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү, музыка мәктәбе һәм сәнғәт мәктәбе музыкаль белем кимәлен күтәреү. Билдәле джаз фестивале программаһында ҡатнашҡан һәм рәсәй һәм сит йыл төрлө джаз коллективтары, шул иҫәптән музыкант булып Финляндия,

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Ҡала Яңы ваҡыттың Ганзей союзы ағзаһы булып тора[41].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность постоянного населения в разрезе муниципальных образований Ленинградской области по состоянию на 1 января 2024 года (урыҫ)
  3. Новгородская третья лѣтопись : [др.-рус.] : в 10 т.. — СПб. : Тип. Эдуарда Праца, 1841. — Т. III. IV. Новгородскія лѣтописи, кн. Полное собраніе русскихъ лѣтописей.. — С. 232. — 326 с.
  4. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. Т. IV. С. 63.
  5. Откупщиков Ю. В. Индоевропейский суффикс *-men-/*-mōn- в славянской топонимике // Откупщиков Ю. В. Из истории индоевропейского словообразования. СПб.: СПбГУ, 2005. С. 254.
  6. Соболевский А. И. Лекции по истории русского языка. — Киев, 1888. — С. 128.
  7. Смолицкая Г. П. Топонимический словарь Центральной России: Географические названия. — М.: Армада-пресс, 2002. — С. 348. — (Что в имени ?..). — 7000 экз. — ISBN 5-309-00257-X.
  8. Населённые места Российской империи по данным первой всеобщей переписи населения 1897 года. СПб. 1905. С. 126
  9. Указ Президента Российской Федерации от 4 ноября 2010 года № «О присвоении городу Тихвину почётного звания Российской Федерации „Город воинской славы“» 2011 йыл 22 июнь архивланған.
  10. Эхо блокады: в Тихвине почтили память детей, погибших в войну - В стране - ТАСС
  11. Административно-территориальное деление Ленинградской области. — СПб. 2007. С. 24 2013 йыл 17 октябрь архивланған.
  12. World Record Temperatures — Highest Lowest Hottest Coldest
  13. Абсолютный максимум температуры в Ленинградской области — Тихвин, 28 июля 2010. ProШколу.ru. Интернет-портал 2016 йыл 4 ноябрь архивланған.
  14. Погода и климат. Климатический монитор. Погода в Тихвине. Температура воздуха и осадки. Июль 2010 г.
  15. Статистическое изображение городов и посадов Российской империи по 1825 год. Сост. из офиц. сведений по руководством директора Департамента полиции исполнительной Штера. Спб., 1829.
  16. Обозрение состояния городов российской империи в 1833 году / Изд. при министерстве внутренних дел. — Спб., 1834.
  17. Статистические таблицы о состоянии городов Российской империи. Сост. в Стат. отд. Совета МВД. — Спб., 1840.
  18. Статистические таблицы о состоянии городов Российской империи [по 1 мая 1847 года]. Сост. в Стат. отд. Совета МВД. Спб., 1852.
  19. Статистические таблицы Российской империи, составленные и изданные по распоряжению министра внутренних дел Стат. отделом Центрального статистического комитета. [Вып. 1]. За 1856-й год. Спб., 1858.
  20. Статистика Российской империи. 1: Сборник сведений по России за 1884—1885 гг. Спб., 1887.
  21. Первая Всеобщая перепись населения Российской империи 1897 г. Под ред. Н. А. Тройницкого. 26: Новгородская губерния. Тетрадь 2. — Спб., 1903.
  22. Города Союза ССР. — М., 1927, с. 56—57.
  23. Всесоюзная перепись населения 1926 г. Т. I. Северный район. Ленинградско-Карельский район. Отд. I. Народность. Родной язык. Возраст. Грамотность. — М., 1928.
  24. Административно-территориальное деление Ленинградской области. — Л., 1933, стр. 93
  25. Административно-экономический справочник по Ленинградской области. — Л., 1936, стр. 20
  26. Всесоюзная перепись населения 1937 года: Общие итоги. Сборник документов и материалов. — М., 2007.
  27. 27,0 27,1 РГАЭ, ф. 1562, оп. 336, д. 1248, лл. 83-96.
  28. ЦГА СПб., ф. 95, оп. 6, д. 5, лл. 2—3.
  29. Перепись населения СССР 1959 года. Дата обращения: 26 июнь 2010. Архивировано 19 август 2011 года. 2012 йыл 29 май архивланған.
  30. 30,0 30,1 Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу
  31. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов — райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более человек 2012 йыл 7 февраль архивланған.
  32. с учётом городов Крыма
  33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  34. Первая Всеобщая перепись населения Российской империи 1897 г. Под ред. Н. А. Тройницкого. 26: Новгородская губерния. Тетрадь 2. — Спб., 1903, с. 66—69.
  35. Бюллетень Ленинградского областного отдела статистики № 20. Апрель — июнь 1928 г.
  36. ЦГА СПб., ф. 95, оп. 11, дд. 142—143.
  37. Итоги Всероссийской переписи населения 2002 года. Вып. 7. Национальный состав и владение языками, гражданство населения Ленинградской области: Статистический сборник. — СПб., 2007, с. 71—72.
  38. ТВ и Радио в Тихвине
  39. Официальный сайт Тихвинского Введенского женского монастыря
  40. В Тихвине открывается лучший в Ленобласти Дворец культуры
  41. Официальный сайт администрации МО «Кингисеппское городское поселение». kingisepp-mo.ru. Дата обращения: 21 июль 2012. 2019 йыл 26 ноябрь архивланған.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "Перепись2010" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

  • Тихвин // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Сербина К. Н. Очерки из социально-экономической истории русского города: Тихвинский посад в XVI—XVIII вв. — М.; Л., 1951
  • Колязина И. А. История Тихвинского края в историографии первой трети XX века:/И. А. Колязина. — СПб.: ЛГУ им. А. С. Пушкина. — 107с. ISBN 5-8290-0574-3
  • Виноградова Л. В. С Тобою, Богородица… Тихвинская икона Божией Матери: шесть обретённых столетий. СПб.,"Сударыня", 2004. 224 с., ил. ISBN 5-88718-056-0
  • Виноградова Л. В. Уездный город Тихвин. СПб., «Сударыня», 2006. 176 с., ил. ISBN 5-88718-055-2
  • Виноградова Л. В. «Се раба Господня, буди Ми по глаголу Твоему…» Женские судьбы в истории Тихвинского Введенского девичьего монастыря 1560—2008 гг. СПб., «Береста», 2009. 155 с., ил. ISBN 978-5-91492-042-2
  • Виноградова Л. В. Тихвин из века в век. СПб, «Береста», 2009. 270 с., ил. ISBN 978-5-91492-040-8