Бугай Дмитрий Ефимович
Бугай Дмитрий Ефимович (26 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-физик-химик. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1985 йылдан — Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәре докторы (1999), профессор (1999), Нью-Йорк фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1993)[1].
Бугай Дмитрий Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 ғинуар 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Ефимович Бугай 1956 йылдың 26 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлаған. Ошо йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты, бер үк ваҡытта 1985 йылдан алып — Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ-ның лаборатория мөдире.
Бөтә хеҙмәт биографияһы Өфө дәүләт нефть техник университетының механика факультеты менән бәйле. 1999 йылдан материаловедение һәм коррозиянан һаҡлау кафедраһы профессоры. Д. Е. Бугай етәкселегендә кафедрала нефть эшкәртеү менән бәйле фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. Докторлыҡ диссертацияһын ҡаты есем физика һөнәре буйынса яҡлай (1999). ӨДНТУ-ның кандидатлыҡ һәм докторлаыҡ диссертацияларын (Д 212.289.05 и Д 212.289.01) яҡлау буйынса советтар ағзаһы[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни хеҙмәттәре металл коррозияһы һәм ашалыу процестарының электрохимик кинетикаһы проблемаларына арналған. Д. Е. Бугай металдарҙың механик-химик үҙенсәлектәрен анализлау нигеҙендә уларҙың емерелеүенең яңы законлыҡтарын асыҡлай һәм көсөргәнеш тәьҫирендә коррозия ингибиторҙарын алыу ысулдарын эшләй. Уларҙың бер нисәһе СССР Газ сәнәғәте министрлығы предприятиеларында (1990), «Башнефть» АНК-нда (1998), «Оренбурггазпром» ЯСЙ нда (2004), «Татнефть» ААЙ нда (2009) индерелә.
400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы, шул иҫәптән, 6 монография, Рәсәй федерацияһының 30-ҙән ашыу патенты алынған[1].
Төп ғилми хеҙмәте:
- Коррозионностойкие стали и сплавы. Уфа, 2003; Ингибиторы коррозии: в 4 т. М., 1997—2000 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Тюмень Нефть Компанияһы гранттары конкурсы еңеүсеһе (2003)[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Бугай Дмитрий Ефимович 2019 йыл 28 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бугай Дмитрий Ефимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.