26 ғинуар
көнө
(26 января битенән йүнәлтелде)
26 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 26-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 339 көн ҡала (кәбисә йылында 340).
26 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
26 ғинуар Викимилектә |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Австралия: Дәүләт көнө.
- АҠШ: Ирле-ҡатынлылар көнө.
- Һиндостан: Республика көнө.
- Уганда: Азатлыҡ көнө.
- Япония: Мәҙәни ҡиммәттәрҙе янғындау һаҡлау көнө.
- Панама: Инженерҙар һәм архитекторҙар көнө.
- Украина: Контроль-ревизия хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1525: Бөйөк Мәскәү кенәзлеге ерҙәренең тәүге баҫма картаһы донъя күрә.
- 1788: Австралияның Сидней ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1918: Башҡорт хөкүмәте илдә юғары Совет власын таныу тураһында телеграмма ебәрә.
- 1918: Милләттәр буйынса халыҡ комиссариаты Ырымбурҙағы Каруанһарай бинаһын башҡорт халҡына тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1919: Башҡорт Хөкүмәте рәйесе итеп М. А. Ҡулаев һайлана. Башҡорт корпусы ойошторола, командиры — Ә. Ә. Вәлидов.
- 1934: Мәскәүҙә ВКП(б)-ның XVII съезы асыла.
- 1996: Башҡортостандың «Ватандаш» республика журналы нәшер ителә башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бабуркина Анна Прокопьевна (1930), мәғариф ветераны. 1951—1987 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең география уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
- Мәхмүтов Шамил Әхмәт улы (1935—12.01.2020), юрист, суд органдары һәм адвакатура ветераны, йәмәғәтсе. 1965—1985 йылдарҙа республика судтары судьяһы, 1968 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары суды ағзаһы; 1985—2002 йылдарҙа Адвокаттарҙың Башҡортостан республика коллегияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһының беренсе президенты (2002—2009), Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993), Рәсәйҙең почётлы адвокаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Яңы Уҫман ауылынан.
- Тереғолов Филарит Шәриф улы (1945), ғалим-педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1984 йылдарҙа башланғыс белем факультеты, 1993—1999 йылдарҙа педагогика һәм психология факультеты, 2004—2006 йылдарҙа мәғарифтың етәксе хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1984—1985 йылдарҙа — педагогика, 1994—2004 йылдарҙа — педагогик теориялар һәм технологиялар кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
- Айытов Валерий Факил улы (1955), ғалим-педагог-методист. 1979 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — сит телдәр кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылынан.
- Ғилман Ишкинин (1965—5.02.2011), шағир, журналист, «Шоңҡар» журналының элекке бүлек мөдире. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты (Бәләбәй, 2002).
- Тайганов Артём Сергеевич (1985), спортсы. 2008 йылғы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы, 2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2004). Күреү буйынса инвалидтар араһында 800 метрға йүгереүҙә донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2006—2007), 1500 метрға йүгереүҙә — Европа чемпионатының бронза призёры (2009), күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зәрәев Әғләм Зәрәй улы (1926—2007), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1986 йылдарҙа «Кызыл таң» республика гәзите фотохәбәрсеһе. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Уразай ауылынан.
- Абдуллина Лира Солтан ҡыҙы (1936—15.06.1987), Башҡортостанда тыуып, СССР-ҙың төрлө ҡалаларында йәшәгән һәм рус телендә ижад иткән журналист һәм шағир, йыр текстары авторы.
- Хәмиҙуллин Марс Ғилметдин улы (1941), педагогик хеҙмәт ветераны, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1989—2006 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) ректоры. Профессор. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
- Нефёдова Тамара Ивановна (1951—28.10.2005), журналист. 1973 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002 йылдан — бүлек мөдире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Байкал аръяғы крайының Хада-Булаҡ ҡасабаһынан.
- Бугай Дмитрий Ефимович (1956), ғалим-физик-химик. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1985 йылдан — Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәре докторы (1999), профессор (1999), Нью-Йорк фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1993).
- Амантаева Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы (1961), бейеүсе. 1981—2003 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), ил кимәлендәге һәм халыҡ-ара конкурс һәм фестивалдәр лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (1927—16.09.2017), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, орудие командиры. 1969—1987 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945).
- Ишбаева Роза Баһауетдин ҡыҙы (1932—21.10.2021), мәғариф хеҙмәткәре. 1953—1988 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1978).
- Можаев Борис Иванович (1937—22.09.2021), энергетик, хужалыҡ эшмәкәре. 1969—2004 йылдарҙа Павловка ГЭС-ы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989), СССР-ҙың почётлы (1976) энергетигы; СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983) һәм энергетика һәм электрофикация отличнигы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1994), Рәсәй Федерацияһы Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). Нуриман районының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Ленинград өлкәһенең Тихвин ҡалаһынан.
- Виноградова Татьяна Алексеевна (1947), сәнғәт ветераны. Хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының элекке артисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Мәүлитҡолов Санъяр Бирғәли улы (1957), музыкант. 1983 йылдан Баймаҡ район мәҙәниәт йорто, 1993—1996 йылдарҙа Сибай дәүләт филармонияһы концертмейстеры; 2002—2007 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Сәксәй ауылынан.
- Әхмәтйәнов Рөстәм Зигфрид улы (1957), педагог, сәнғәт хеҙмәткәре. 1980 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының баш дирижёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. (2016) Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дауытова Тәслимә Ғәлиәкбәр ҡыҙы (1938), иҡтисадсы. 1978—2002 йылдарҙа Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозы иҡтисадсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977, 1985). Сығышы менән ошо райондың Буранғол ауылынан.
- Шаһапов Ҡәнзәфәр Фәхри улы (1943), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1964—2002 йылдарҙа Салауат районы «Восток» колхозы водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Төхбәтуллин Динар Ғариф улы (1953), ғалим-социолог, комсомол, партия, совет һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1974 йылдан ВЛКСМ-дың Ҡыйғы район комитетының бүлек мөдире, икенсе секретары, 1977 йылдан — беренсе секретары; 1981 йылдан район советы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары; 1984 йылдан — КПСС-тың Ҡариҙел район комитеты секретары; 1999—2017 йылдарҙа Бөрө район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Бер үк ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (2003), доцент. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылынан.
- Титова Вера Петровна (1958), табип. Мәләүез үҙәк район дауаханаһының табип-кардиологы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Петров Владимир Валериевич (1968), спортсы, педагог, йәмәғәтсе. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры. 4-се саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Имашев Әҙһәм Карам улы (1924—1.10.1990), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се (1945) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Әхтәриева Айгөл Атлас ҡыҙы (1974), табип-ғалим, 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2010), профессор. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1905: Аркадий Первенцев, СССР яҙыусыһы, драматург.
- 1918: Николае Чаушеску, Румынияның дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
- 1960: Леонид Парфёнов, СССР һәм Рәсәй журналисы, яҙыусы, режиссёр һәм актёр. Биш тапҡыр ТЭФИ премияһы лауреаты.
- 1965: Алексей Лысенков, СССР һәм Рәсәйҙең телетапшырыуҙар алып барыусыһы.